Бер ҡалған эш ҡырҡ йылға ҡалыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • Тормош күренештәре
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Атың булһа, ил таный
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тормош үҙе бәйге бит ул - ти «Ашҡаҙар» хужалығы рәйесе Илдус Хәлитов Башҡортостан, Иҡтисад

    Тормош үҙе бәйге бит ул - ти «Ашҡаҙар» хужалығы рәйесе Илдус ХәлитовАуыл тормошон яҡшы белгән, шул уҡ ваҡытта сәнәғәт предприятиеларында яуаплы вазифаларҙы башҡарған Илдус Хәлитов тәүге көндән үк ауылды социаль-иҡтисади һәм интеллектуаль үҫтереүгә йүнәлеш ала. Ауыл кешеһе тыуған ерендә эшен күңел биреп башҡарырға һәм үҙ хеҙмәтенең игелеген күрергә, муллыҡта йәшәргә хаҡлы.
    – Ә етәксе, үҙ сиратында, шуға булышлыҡ итергә тейеш, тип иҫәпләйем. Кеше имен, етеш йәшәй икән, ситкә китергә ынтылмай, – ти Илдус Хәлитов.
    Ауылдың төп байлығы – ер. Бөгөн ике хужалыҡтың ерҙәре 22 мең гектар тәшкил итә. Уларҙың 13 мең гектары «Ашҡаҙар» өлөшөнә тура килә. Хужалыҡтың баҫыуҙары әле бушап ҡалған. Йыл тамамланыуға барғанда игенселәр үҙҙәренең уңыштарын барлай. Бөртөклөләрҙең тулайым йыйымы 152,200 центнер тәшкил иткән. Шәкәр сөгөлдөрө плантацияһының гектар ҡеүәте 240 центнерҙан артҡан. «Йыл үҙенсәлектәрен иҫәпкә алғанда, был күрһәткестәр ҡәнәғәтләнерлек», – ти баҫыу эшсәндәре.
    Ерҙең уңдырышлылығын күтәреүгә айырым иғтибар бирелә.

    авторы: admin | 5 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ! Республика журналистары – Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре Яңылыҡтар » Иғтибар

    Башҡортостан журналистары икенсе йыл рәттән РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы ярҙамында Этник-ара журналистика гильдияһы ойошторған «СМИротво­рец» Бөтә Рәсәй баҫма һәм электрон мәғлүмәт саралары конкурсында еңеүгә өлгәште. Быйылғы бәйге республикабыҙға бер юлы өс призлы урын бирҙе: төп наградаларға «Радио Башкортостана» журналисы Татьяна Никитина, Күмертауҙан «Арис» телекомпанияһы лайыҡ булһа, «Республика Башкортостан» гәзите журналисы Лариса Шепелева «Баҫма» номинацияһында өсөнсө урынды яулаған.
    Т. АМАНОВ.

    авторы: admin | 5 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар! «Тура бәйләнеш» Яңылыҡтар » Иғтибар

    Матбуғат баҫмаларына яҙылыу нисек бара, улар яҙҙы­рыу­сыларға ваҡытында барып етәме? Почта бүлексәләре эшмәкәрлегендә һеҙҙе нимә борсой? Урындарҙа халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүҙең кимәле ниндәй?
    Ошо һәм башҡа үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарға яуапты Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығы директоры урынбаҫары Тәлғәт Хәтми улы ГӘРӘЕВТАН һәм идаралыҡтың подписка бүлеге етәксеһе Елена Евгеньевна Дробышевскаянан ишетә алаһығыҙ. «Тура бәйләнеш» 11 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем үтәсәк. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ! Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 273-46-38.

    авторы: admin | 5 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшнәп йәшәй йәштәр Башҡортостан » Милли проекттар

    Йәшнәп йәшәй йәштәрҮтеп барған йылдың һуңғы айының тәүге көнөндә Октябрьский ҡалаһының Йәштәр һарайында «Йәш ғаилә – 2009» республика конкурсының гала-концерты үтте. «Йәш ғаилә» конкурсын БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, шулай уҡ Йәштәрҙең ижади башланғыстарын бойомға ашырыу буйынса республика үҙәге һәм БР Юстиция министрлығының Граждандарҙың хәл-торошо акттарын теркәү идаралығы ойоштора. Быйыл ул ун беренсе тапҡыр үткәрелде. Конкурс республика тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде һәм популяр булып китте. Быны ҡатнашыу­сылар һанының йылдан-йыл арта барыуы ла дәлилләй.
    Конкурс финалына Башҡортостан райондары һәм ҡалаларынан ете пар сыҡты, ә уның район һәм ҡала этаптарында утыҙҙан ашыу ғаилә ҡатнашҡайны. Был ғаиләләрҙе ғаилә итеп тотоп тороусы олон – бер-береңә ҡарата һөйөү, балалар, яратҡан эш.

    авторы: admin | 5 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БР Президенты М. РӘХИМОВ: «Беҙ Рәсәй Хөкүмәте үткәргән курсты хуплайбыҙ» Башҡортостан

    Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең илдәге дөйөм хәлгә ҡағылышлы баһалары менән килешергә мөмкин. Көрсөклө 1998 йылдан айырмалы, әле кешеләрҙә паника юҡ, хәл тотороҡло. Әүәлге йылдарҙа өлгәшкән социаль стандарттарҙы һаҡлап ҡалыу был йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә булды. Күпселек ошо ауыр осорҙо уңышлы үткәреүебеҙгә һәм яҡын арала иҡтисадтың, тимәк, йәшәү кимәленең дә үҫеш алыуына инана. Тыуымдың кәмемәйенсә, киреһенсә, артыуы киләсәгебеҙгә һәм балаларыбыҙҙың киләсәгенә оптимизм менән ҡарауыбыҙҙы сағылдыра.
    Башҡортостандағы хәл быға асыҡ дәлил. Республиканың көрсөккә ҡаршы саралар уңышлы тормошҡа ашырылған 14 төбәк иҫәбенә инеүен РФ Төбәктәр үҫеше министрлығының таныуы осраҡлы түгел.

    авторы: admin | 5 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    «Рәсәй тимер юлдары» акционерҙар ойошмаһы быйыл беренсе декабрҙән 2010 йылдың 31 мартына тиклем купелы вагондарҙың өҫкө ҡатына билеттарҙы ярты хаҡына һатасаҡ. Был ҡарар алыҫҡа юлланған поездарға ғына ҡағыла, әммә йома, йәкшәмбе йәки байрамдар ваҡытында ҡуҙғалған поездарға хаҡтар кәмемәйәсәк. Ташлама менән билет алыу өсөн кассаға сәфәрҙән 11 көн алда мөрәжәғәт итергә кәрәк.
    Бөтә донъя инвалидтар көнө уңайынан бөгөн Республика кардиология диспансеры Асыҡ ишектәр көнө уҙғара. Диспансерҙың белгестәре инвалидтар өсөн бушлай консультациялар ойоштора, медицина тикшереүе үткәрә. Сара Өфө ҡалаһының Кувыкин урамы, 96/1 адресы буйынса уҙғарыла.
    Республика предприятиелары һәм ойошмалары октябрь айына килтергән килем 42,4 миллиард һум тәшкил итте. Был, үткән йылдағы ошо ваҡыттың күрһәткестәре менән сағыштырғанда, 43,1 процент тәшкил итә. Килемдең түбәнәйеүе продукцияға һорау­ҙың кәмеүе, кредиттарҙың ҡиммәтләнеүе, тарифтарҙың артыуы, реаль аҡсаның ныҡ кәмеүе менән аңлатыла.

    авторы: admin | 5 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев етәкселегендә уҙғарылған кәңәшмәлә Башҡортос­тандың Үҙәк һәм Көньяҡ иҡтисади зоналарының социаль-иҡтисади үҫеше тикшерелде. Был иҡтисади зона республика территорияһының дүрттән бер өлөшөн тип әйтерлек биләй. Төбәктә «Салауатнефтеорг­син­тез», «Сода», «Синтез-Каучук», «Каустик», «Күмертау авиация производство предприятиеһы» кеүек ҙур сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан. Үҙәк һәм Көньяҡ иҡтисади зонаның хужалыҡ комплексы эше, дөйөм алғанда, бөтөн Башҡортостандың иҡтисади торошон билдәләй.
    Донъя көрсөгө ҡайһы бер тармаҡ һәм предприятиеларҙың эшенә, күп кенә граждандарҙың финанс хәленә кире йоғонто яһаны. Шулай ҙа ваҡытында күрелгән саралар арҡаһында был хәлде әҙерәк йомшартыуға өлгәшелде.

    авторы: admin | 5 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Украинаның сит илдәр министры Петр Порошенко үҙ иленең бер-ике йыл дауамында НАТО-ға инеү мөмкинлеген фаразланы.
    Уның һүҙҙәре буйынса, тулыһынса интеграция өсөн ныҡлы сәйәси ихтыяр һәм йәмәғәтселектең Киевты был альянсҡа алып барыусыны хуплауы кәрәк. Брюсселдә үткән Украина – НАТО комиссияһының ултырышы һуңында Порошенко, НАТО-ла ағзалыҡ төп маҡсат булырға тейеш түгел, тип һанай. «Реформаларҙы тормошҡа ашырыу, халыҡтың тормош кимәлен күтәреү маҡсат булырға тейеш. Беҙ кемдеңдер ризалығын, рөхсәтен көтөп ултырырға түгел, ә илебеҙҙәге хәлде тотороҡландырыу өсөн барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ», – тип билдәләне ул. Шундай уҡ һүҙҙәр менән күптән түгел Президент Ющенко ла сығыш яһағайны. Әммә, уның һүҙҙәре буйынса, халыҡ араһында НАТО-ға инеү тураһында референдум уҙғарырға иртә әле.

    авторы: admin | 5 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru