Кешене белгең килһә, бер һүҙенә ҡара, бер эшенә ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Мосолман ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көн торошо Яңылыҡтар

    Көн торошоКүптән көткән ҡыш етте. Аҙна аҙағына тиклем һыуыҡ буласаҡ. Йәкшәмбе көн иртә менән тышҡа сыҡҡан ауыл хеҙмәтсәненең шатлығы аңлашыла: урр-ра, көн һыуытҡан! Өйөнә инеп, бысағын үткерләй, бау-ҡайышын әҙерләй, һуғым һуйырға кемдәрҙе саҡырырға икән, тип пландар ҡора башлауын асыҡ ҡына күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел.
    Һыуыҡтан бөршәйешеп, тәпәйҙәрен алмаш-тилмәш ҡанат аҫтына алып йылытҡан ҡаҙ-өйрәктәргә ҡарап, ауылдарҙа тиҙҙән ысын байрам – ҡаҙ өмәләре башланасағын да күҙалларға мөмкин.
    Ә балалар... Улар ни, күптән әҙерләп, яйлап-майлап ҡуйған коньки, саңғыларына тиҙерәк баҫыу тураһында хыяллана.
    Бәрәкәтең менән кил, халыҡҡа муллыҡ, именлек алып кил, ҡышҡай!
    «Башгидромет» мәғлүмәттәренә ҡарап, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы шатландырмаҡсы ине уйыбыҙ: республикала аҙна аҙағына тиклем һал­ҡын буласаҡ, тик әлегә ҡар яумаясаҡ. Аҙна буйы 7 градустан 12 градусҡа тиклем һалҡын вәғәҙә итәләр. Төндә термометр бағанаһы 15 градус һыуыҡлыҡты күр­һәтәсәк.
    Аҙна аҙағына көн болотлаясаҡ, ел көсәйәсәк.
    Р. ЙӘНСУРИНА.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек» минһеҙ йәшәй ала, мин «Йәшлек»һеҙ йәшәй алмайым!» Яңылыҡтар

    «Йәшлек» минһеҙ йәшәй ала, мин «Йәшлек»һеҙ йәшәй алмайым!»Һаумыһығыҙ, яратҡан гәзитем «Йәшлек» хеҙмәткәрҙәре!
    Ғафури яҡтарынан ҡайнар сәләмдәр юллайбыҙ. Гәзитте «Ленинсе» сағынан – бала саҡтан уҡ көтөп алып, яратып уҡыһаҡ, ә инде «Йәшлек» гәзите булып сыға башлағас, оҙаҡ көткән бәхет тә, көтөлмәгән шатлыҡ кеүек тә ине. Дүрт йыл элек, кескәй ҡыҙым Зөлхизә менән декрет ялында булғанда, уҡыу-яҙыуҙан ял да итермен, ваҡыт яғы ла самалы булыр, тип, «Йәшлек»те ярты йыл алдырмай торорға булғайным. Дуҫтарыма, таныштарыма гәзит уҡыр өсөн генә барып: «Мин яҙылмаған саҡта ғына гәзиткә шул тиклем мауығып, ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ мәҡәләләр баҫалар», – тип һеҙгә үпкәләгән саҡтарым да булды. Шунан бирле, «Йәшлек» минһеҙ йәшәй ала, мин «Йәшлек»һеҙ йәшәй алмайым, тип, яҙылып-алдырып, ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Һәр саҡ ҡыҙыҡлы, баш ҡалҡытмай уҡырлыҡ булып сыға, тип әйтергә ашыҡмайым – бирелеп, яратып уҡырлыҡ мәҡәләләре булмаған күңелһеҙ һандары ла килеп сыға.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Пермь фажиғәһе күңелдәрҙе әрнетә Яңылыҡтар

    Кисә, 7 декабрҙә, Рәсәй Президенты Д. Медведевтың Указы менән бөтә илдә Матәм көнө иғлан ителде.
    Төнгө клубҡа кешеләр һаман сәскәләр алып килеп һала һәм шәмдәр тоҡандыра.
    Был хәл буйынса РФ Енәйәт кодексының 109-сы статьяһының 3-сө өлөшө (һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике йәки унан да күберәк кешене үлемгә дусар итеү) һәм РФ Енәйәт кодексының 219-сы статьяһының 3-сө өлөшө (янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында ике йәки унан да күберәк кешене үлемгә дусар итеү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Пермь ҡалаһының Ленин районы прокуроры хәбәр итеүенсә, ғәйепле булыуҙа шик аҫтындағылар – төнгө клубтың ойоштороусыларының береһе Анатолий Зак, ресторандың арт-директоры Олег Феткулов, башҡарыусы директор Светлана Ефремова, шәхси эшҡыуар Сергей Дербенев ҡулға алынған.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һыуыҡ сирҙе баҫып килә Сәләмәтлек

    Ниһайәт, көткән һыуыҡтар килде, буғай. Уны ябай кешеләр генә түгел, табиптар ҙа үҙенә күрә бер өмөт менән көттө. Сөнки ҡара көҙҙән башланған ОРВИ менән миҙгел киҙеүен ауыҙлыҡларға ҡышҡы һыуыҡ, ҡар ятыуы булышлыҡ итеүе билдәле. Башҡортостан гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, әлеге һыуыҡ һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ. Уның ҡарауы, һуңғы аҙнала ОРВИ һәм киҙеү менән сирләү осрағы 49 процентҡа кәмене. Шулай ҙа был, сир сигенде, тип тынысланырға ирек бирмәй. Профилактика һәм грипҡа ҡаршы саралар бөгөн дә дауам итә. Бөгөнгө көнгә ҡарата республикала 1116 000 кеше миҙгел киҙеүенән прививка эшләткән. Грипп һәм ОРВИ ауырыуы көсәйгән саҡта Башҡортостанда 253000 кеше сирләгән, был республикала йәшәүсе халыҡтың алты проценты, тигән һүҙ.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар! Тура эфир! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Матбуғат баҫмаларына яҙылыу нисек бара, улар яҙҙы­рыусыларға ваҡытында барып етәме? Почта бүлексәләре эшмәкәрлегендә һеҙҙе нимә борсой? Урындарҙа халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүҙең кимәле ниндәй?
    Ошо һәм башҡа үҙегеҙҙе борсоған һо­рауҙарға яуапты Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығы директоры урынбаҫары Тәлғәт Хәтми улы ГӘРӘЕВТАН һәм идаралыҡтың подписка бүлеге етәксеһе Елена Евгеньевна ДРОБЫШЕВСКАЯНАН ишетә алаһығыҙ. «Тура бәйләнеш» 11 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем үтәсәк. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ! Бәйләнеш телефоны:
    8 (347) 273-46-38.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Башҡортостанда йыл да үткәрелеп килгән бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла көндәре башлана. БР Президенты Мортаза Рәхимов халыҡ-ара форумда ҡатнашыусыларға тәбрикләү хаты ебәрҙе лә инде. IV халыҡ-ара уҡыуҙар Аҡмулла көндәренең үҙәк сараһы буласаҡ һәм унда Рәсәйҙең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттары ғалимдары мәғрифәтселәрҙең гуманистик мираҫы тураһында фекер алышасаҡ.

    Йыл башынан республикабыҙҙа 2005 йылдың 1 мартына тиклем иҫәпкә торған 308 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм инвалиды торлаҡ менән тәьмин ителгән. Тағы ла 122 ветеранға торлаҡ алыуға субсидия биреү тураһындағы таныҡлыҡ тапшырылған. Бөгөн БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 2005 йылдың 1 мартынан һуң иҫәпкә торған ветерандарға торлаҡ биреү өҫтөндә эш алып бара.

    Башҡортостанда производствола зыян күргән кешеләргә 50 «ВАЗ – 2105» автомобиле бирелде. Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, махсус машиналарҙа мөмкинлеге сиклеләр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Быйыл барлығы производствола зыян күргән 115 кешегә махсус автомобиль тапшырылған.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙекеләр – беренсе! Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Беҙҙекеләр – беренсе!Быйыл етенсе тапҡыр уҙғарылған фестивалдең конкурс программаһында Рәсәйҙең 68 төбәгенән 830-ҙан ашыу журналист һәм 600-ҙән ашыу өлкә һәм район баҫмаһы редакцияһы, телерадиокомпания ҡатнашҡан. Өлкә һәм район киң мәғлүмәт саралары смотр-конкурсы һәм ауыл тормошо, агросәнәғәт комплексы үҫеше мәсьәләләрен яҡтыр­тыусы авторҙар эштәренә конкурс еңеүселәре араһында Мәләүез районының «Путь Октября» гәзите беренсе урынға лайыҡ булған һәм «Нива Шевроле» автомобиле менән бүләкләнгән. Элекке хеҙмәттәшебеҙ, коллегабыҙ, «Көнгәк» редакция-нәшриәт комплексы етәксеһе Сибәғәт Рахманғоловты (һүрәттә) һәм гәзит редакцияһы коллективын уңыштары менән ҡотлайбыҙ.
    Шулай уҡ бүләкләнеүселәр араһында «Сельские узоры» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Алмас Ғәлимов, «Буздякские новости» гәзите журналисы Радик Ғиззәтуллин, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы журналисы Булат Ураҙбаев бар.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 5 декабрҙә эш сәфәре менән республиканың Мәләүез районында булды. Ул Ергән ауылында Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативында һәм Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексында булды.
    Республика етәксеһе күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды һәм Салауат исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы эшсәндәренең пландарын хупланы.
    Мәләүез районының күркә ите етештереү менән шөғөлләнеүсе Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексы – республикалағы ғына түгел, ә илдәге уникаль предприятие. Бындай ауыл хужалығы предприятиеһы Ростов өлкәһендә генә бар, шуға күрә Башҡортостан ҡошсолары етештергән продукция Рәсәйҙә ҙур һорау менән файҙалана. Комплекс ҡош итенән 30 төр продукция сығара. Көн һайын Мәскәүгә генә 12 – 15 тонна күркә ите оҙатыла.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru