
Республика иҡтисад лицей-интернаты уҡыусыларының «Йәшлек», «Йәншишмә» гәзиттәре, «Аманат», «Шоңҡар» журналдары вәкилдәре менән осрашыуы үтте
Ҡайҙа нисектер, әммә был уҡыу йорто тәрбиәләнеүселәре – буласаҡ иҡтисадсыларҙың матбуғат баҫмалары менән яҡшы таныш булыуы һоҡландырҙы. Республиканың төрлө төбәктәренән килеп белем алыусыларҙың һәр яҡлап талант эйәләре икәнлегенә лә инандыҡ. Кисәне тулыһынса уҡыусылар алып барҙы, сценарийын да үҙҙәре төҙөгән икән. Шиғыр ҙа һөйләп, бейеп тә, йырлап та һөнәрҙәрен күрһәтте улар.
– Уҡытыусыларҙың үҙ эшен яратып башҡарыуы уҡыусыларҙа ла сағылыш тапмай ҡалмай, – тине лицей директоры Юлай Солтангәрәев. – Татыу, тырыш, һәләтле һәм үҙ аллы беҙҙең уҡыусылар.
Юлай Салауат улының әйткәндәренә өҫтәп, ҡыйыуҙар ҙа, тиер инем: сығышыбыҙҙы ихлас тыңлап ултырғандарҙың һорауҙары ла күп булды. Баҫмаларҙың йөкмәткеһенә ҡағылышлыларынан тыш, «Ниңә журналист һөнәрен һайланығыҙ?», «Тәүге мөхәббәтегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?» кеүек шәхси характерҙағы һорауҙар яуҙырырға ла күп һораманы улар. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа уҡыусыларҙы гәзитебеҙгә ҡағылышлы һорауҙар менән «һыйланыҡ», дөрөҫ яуап биреүселәрҙе бүләкле лә иттек.
Кисә һуңында: «Беҙҙең «Йәшлек» гәзитенә фотоға төшкөбөҙ килә», – тип бер төркөм ҡыҙҙар уратып та алды. Сәбәбен дә әйтә һалдылар: «Беҙ «Йәшлек»те яратып уҡыйбыҙ». Был тиклем дә ҡыйыулыҡтан баҙап ҡалдым хатта. 10-сы синыф уҡыусылары Йәмилә Ҡыуатова, Гөлнара Әхмәтйәнова, Ирина Мөхөбуллина, Гөлйыһан Ишмөхәмәтова, Гөлназ Ишбулатова (һүрәттә) икән. Яратып уҡығас ни – төшөрҙөм. Гәзитебеҙ дуҫтары теләгенә ҡаршы килеп буламы инде.
– Тағы ла килегеҙ! – тип оҙатып ҡалды беҙҙе уҡыусылар.
– Яҙам, тиһәгеҙ, беҙҙә гәзитегеҙ исемен йөрөтөүсе «Йәшлек» ансамбле бар, – тине бер уҡыусы.
Улай саҡырғас, килербеҙ, яҙырбыҙ!
Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.