Ҡарама тешенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • ХӘҘИСТӘР
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өфөлә яңы үҙәк асылды Сәләмәтлек

    Өфөлә яңы үҙәк асылдыАуырыу хәлен һау белмәй, тиһәләр ҙә, Өфөлә һәм башҡа ҡала­ларҙа, райондарҙа ай һайын тип әйтерлек махсуслашҡан төрлө медицина үҙәктәре һәм бүлектәре асылыуы республика етәкселегенең халыҡтың сәләмәтлеге тураһында хәстәрләүен дәлилләй. Әле яңыраҡ баш ҡалабыҙҙа өс урында – Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының (Достоевский урамы, 132), Республика балалар клиник дауаханаһының (Степан Кувыкин урамы, 98) һәм 21-се ҡала клиник дауаханаһының («Лесной проезд», 3) ғәмәлдәге лор-бүлектәре базаһында «Оториноларингология буйынса ғилми-клиник үҙәк» федераль дәүләт учреждениеһының Өфө филиалы асылды. Хәҙер үрге тын юлдары һәм ҡолаҡ ауы­рыуҙары менән яфаланған пациенттарға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Үҙәктә республика халҡы ғына түгел, ә Волга буйы федераль округы һәм Урал федераль округы территорияларында йәшәүселәр ҙә тейешле медицина ярҙамы аласаҡ.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Аҡса юҡҡа һылтанмайыҡ, Алдырайыҡ, уҡыйыҡ! Яңылыҡтар

    Аҡса юҡҡа һылтанмайыҡ, Алдырайыҡ, уҡыйыҡ!Республикабыҙҙа һәр йылды үҙенсәлекле, мәғәнәле итеп үткәреү бик матур йолаға әүерелгән. Шул арҡала Башҡортостандағы тормош йылдан-йыл яңы һулыш кисерә. Шулай булмай һуң, төҙөлөш һәм төҙөкләндереү йылдам үҫешә, төрлө программалар бойомға ашырыла. Яңылары старт ала, шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Ғөмүмән алғанда, халыҡ өсөн тейешле шарттар булдырыла. Күтәреп алған һәр бер яңылыҡ һәм башҡарылған эш, тәжрибә уртаҡлашыуҙар хаҡында гәзит биттәрендә материалдар донъя күрә. Ысынлап та, яңылыҡтарҙы уҡымай, үҙ ватандаштарыңдың ниндәй тормош алып барыуын белмәйенсә нисек йәшәргә мөмкин?! Тап ошо йәһәттән «Йәшлек» беҙгә дуҫ-серҙәш тә инде. Фәһемле мәҡәләләр, төрлө әҫәрҙәрҙән өҙөктәр, конкурстар, ярыш-бәйгеләр, уҡыусылар ижады, күҙҙең яуын алырлыҡ фотоһүрәттәр гәзит уҡыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәлер, тип уйлайым.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғыр һәм матбуғат байрамына килегеҙ! Яңылыҡтар

    Республикабыҙҙың төп баҫмаһы – «Башҡортостан» гәзите әҙәбиәт, шиғыр, йыр-моң һөйөүселәрҙе 14 дека­брҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк «Башҡортостан – шиғырстан» кисәһенә саҡыра.
    БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, «Башҡортостан» гәзите редакцияһы, «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ойошторған кисәлә тамашасыларҙы шағирә Лариса Абдуллина, шағир Салауат Әбүзәр шиғырҙары, иҫтәлекле бүләктәр, сюрприздар көтә. Шулай уҡ Рауил Бикбаев, Тамара Ғәниева, Ғәзим Ильясов, Светлана Хәкимова, Әлфиә Кәлимуллина, «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбле һәм башҡаларҙың сағыу, йөкмәткеле сығыштары һәм тел­мәрҙәре барыһының да күңеленә хуш килер, ти ойоштороусылар.
    Кисәлә Милли матбуғат аҙналығын йомғаҡлау сиктәрендә республика гәзит-журналдарына яҙылыу, редакциялар әҙерләгән конкурс­тар, китап һатыу ойоштороласаҡ.
    Киске сәғәт етелә башланасаҡ рух кисәһенә рәхим итегеҙ, дуҫтар!

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Сибайҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев рәйеслегендә үткән республика кәңәшмәһендә Башҡортостандың Урал аръяғы төбәгенең социаль-иҡтисади үҫеше төп тема булды. Унда шулай уҡ ауыр хәлгә тарыған ғаиләләр менән эшләү, янғын именлеген тәьмин итеү темалары ла ситтә ҡалманы. Респуб­лика территорияһының өстән бер өлөшөн биләгән Урал аръяғы иҡтисади зонаһына туғыҙ район һәм бер ҡала округы инә, бында төбәк халҡының 12 проценты йәшәй.
    Башҡортостанда транспорт һалымы арттырылмаясаҡ. Был турала БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, илдә транспорт һалымы буйынса барған бәхәстәргә ҡарамаҫтан, республикабыҙҙа иҡтисад өсөн дә, ябай халыҡ өсөн дә көсөргәнешле осорҙа һалым ставкаһы һәм тәртибе үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Рәсәй өсөн илке-һалҡылыҡ милли хәүеф-хәтәргә әүерелде һәм уның өсөн енәйәти һәм административ яуаплылыҡ саралары менән язаларға кәрәк, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев илдең Генераль прокуроры Юрий Чайка менән осрашҡанда.
    Ил етәксеһенең фекеренсә, халҡыбыҙ араһында киң таралған илке-һалҡылыҡ, вайымһыҙлыҡ, баш-баштаҡлыҡ арҡаһында юлдарҙа, янғындарҙа, төрлө фажиғәләрҙә бихисап кеше һәләк була. Пермь крайында булған фажиғә лә илке-һалҡылыҡтың юғары нөктәһен күрһәтте, тине ул. «Аҡһаҡ ат» төнгө клубында ҡоторған янғын 120 кешенең ғүмерен өҙҙө, 116 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды. Мәғлүмәттәр буйынса, янғынға пиротехника сараларын дөрөҫ ҡулланмау сәбәпсе була. «Бындай илке-һалҡылыҡты бер сара менән генә язаларға мөмкин – һум менән дә, енәйәти һәм административ саралар менән дә», – тип һанай Президент. Юрий Чайканың һүҙҙәренсә, фажиғәлә ғәйепле кешеләр эштәрен тейешенсә алып бармаған һәм үҙ бурыстарын үтәмәгән. Улар вазифаһынан бушатыласаҡ.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе иҫтәлегенә Хәтер, Юбилейҙар

    Бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе иҫтәлегенәБашҡортостандың мәҙәни һәм мәғариф донъяһында сағыу-сағыу ваҡиғалар бер-береһен алмаштырып ҡына тора. Күптән түгел генә халҡыбыҙ республикабыҙ­ҙың иң алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе – Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгәйне, әле иһә халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре бара.
    Билдәле булыуынса, был сараға халыҡ-ара статус биреү тураһында 2006 йылдың декабрендә Мифтахет­дин Аҡмулланың 175 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙа һүҙ ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда йыл һайын халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәрен уҙғарыу тураһында республика Президенты Указы донъя күрә.
    Форумда Рәсәй һәм сит ил ғалимдары ҡатнаша. «Башҡорт халҡының иң бөйөк улдарының береһе – Мифтахетдин Аҡмулланың бай ижади һәм мәғрифәтселек мираҫы алдынғы ижтимағи-сәйәси ҡараштарҙы үҫтереүҙә мөһим роль уйнай, Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең рухи ҡиммәттәренә инә», – тиелә Баш­ҡор­тостан Президенты Мортаза Рәхимовтың халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәрендә ҡатнашыусылар исеменә ҡотлау сәләмендә.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Киләсәк беҙҙән башлана» Мәҙәниәт

    15 декабрҙә Өфөнөң ТТ клубында үтәсәк «Башҡорт эстрадаһы төркөмө»нөң тыуған көн концерты шулай атала.
    Интернет селтәрендә иң популяр сайт­тарҙың береһе – Бәйләнештә.ру (vkontakte.ru) сайтында «Башҡорт эстрадаһы» төркөмө эшләп килә. Бында килеп эләккән кешеләр башҡорт эстрадаһы «йондоҙ»ҙары менән тура бәйләнешкә инә, концерттарҙан фото, видеорепортаждар ҡарай ала, ҡыҫҡаһы, башҡорт эстрадаһы яңылыҡтары үҙәгендә йәшәй.
    Кисә «Юлдаш» радиоһының «Аулаҡ» дискотекаһы сиктәрендә үтәсәк.
    Сараның тағы ла бер ыңғай яғы – шәфҡәтлелек акцияһы. Ойоштороусылар­ҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, концерттан килгән килем Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылындағы балалар йортона ебәреләсәк. Шулай уҡ кисәлә мәктәп кәрәк-яраҡтары, уйынсыҡтар ҡабул итеү урыны булдырыласаҡ. Концертҡа килгән кеше үҙе менән бер ҡәләм, йә дәфтәр, йә төҫлө буяу килтерә ала.
    Изге эшкә бергәләп тотонайыҡ, дуҫтар!

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге ҡиммәттәр алға сығасаҡ Башҡортостан

    Ошо көндәрҙә Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромы манежында II «Ҡиммәттәр системаһы» киң мәғлүмәт саралары фестивале үтәсәк. Уны РФ Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ ярҙамында «МедиаСоюз» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм РФ Йәмәғәт палатаһы ойоштора. Былтыр Мәскәүҙә үткәрелгән беренсе фестиваль бындай сараларҙың зарурлығын күрһәтте һәм ҙур ижтимағи резонанс тыуҙырҙы. Форумдың төп бурысы – журналистар һәм медиабаҙар профессионалдарының диалогын тәьмин итеү, Ватан журналистикаһының кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итеү, авторҙарҙы хәҙерге замандың мөһим проблемаларын хәл итеүгә ылыҡ­тырыу.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru