Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Йондоҙнамә
  • Атайсал, тип янған йөрәктәр
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шәжәрәләрҙә – милләт тарихы Мәҙәниәт, Башҡортостан

    Шәжәрәләрҙә – милләт тарихыХалҡының тарихын, милләтенең үткәнен һәм үҙенең та­мырҙарын яҡшы белгән кешенең бөгөнгөһө бар һәм киләсәге өмөтлө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ата-бабаларыбыҙ был принципҡа таянып эш иткән һәм нәҫел-нәсәпте, туған-тыумасаны барлауға, өйрәнеүгә айырыуса иғтибар бүлгән. Ете быуынға тиклем шәжәрәһен белеү һәр кемгә мотлаҡ һаналған. Бөгөн халҡыбыҙҙың ошо күркәм йолаһына йәнә йән инде, шәжәрәләрҙе өйрәнеү һәм шәжәрә ағасын төҙөү шөғөлө тергеҙелде. Республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа был йүнәлештә шаҡтай оло эштәр башҡарылды. «Башҡортостан халыҡтары» дәүләт программаһы һәм Башҡор­тостан Республикаһы халыҡтарының фольклорын тергеҙеү, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса программаға ярашлы, БР Хөкүмәте ҡарары буйынса республикабыҙҙа Шәжәрә байрамдары, йыйындар ойошторола башланы.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    РФ Дәүләт Думаһында «Ғәҙел Рәсәй» фракцияһы, Пермдәге фажиғәгә бәйле, Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Сергей Шойгуның отставкаға китеүен талап итә.
    МЧС клубтың янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүен йыл һайын тикшергән. «Был факт МЧС эшмәкәрлегенең йоғонтоһоҙлоғон дәлилләй», – ти депутат Константин Бесчетнов пленар ултырышта.
    Светлана Горячева ла хеҙмәттәшенең тәҡдимен хуплай. Уныңса, төбәк власы һәм тейешле хеҙмәттәр етәкселәре кешеләр һәләкәте өсөн яуап бирә, фажиғә өсөн федераль структуралар ҙа, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ла яуап бирергә тейеш.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар! Яңылыҡтар » Иғтибар

    «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы, Күгәрсен районының студенттар берлеге 18 декабрҙә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе яҡташтар осрашыуын үткәрә. Унда беренсе курс студенттарын тәбрикләү, билдәле шәхестәрҙең сығыштары, йыр-моң һәм йәштәр өсөн дискотека буласаҡ.
    Осрашыу киске сәғәт биштә башлана.

    ***

    Ейәнсура районында тыуып үҫеп, Өфөлә ғүмер итеүсе үҫәргәндәр изге традицияны быйыл да һаҡларға булды – күңелле сара 20 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында кис­ке сәғәт биштә үтәсәк.
    Танылған режиссер, «Яҡташ­тар ойошмаһы» рәйесе Салауат Итбаев белдереүенсә, бы­йылғы осрашыу күренекле сәйәсмән, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Сөләймән Мырҙа­булатовҡа арнап уҙғарыласаҡ. Кисәлә яҙыусы һәм ғалим­дарҙың сығышы көтөлә, ул йыр-бейеү менән үрелеп барасаҡ.
    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    БР Президенты Мортаза Рәхимов БР Дәүләт граждандар хеҙмәтендә кадрҙар резервы тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, дәүләт хеҙмәтенә идара итеү органы ойошторол­ғанға тиклем кадрҙар резервын формалаштырыу буйынса бу­рыстар һәм функциялар БР Президенты Хакимиәте тарафынан башҡарыласаҡ. Дәүләт органдары етәкселәренә кадрҙар резервын формалаштырыуҙы тәьмин итергә һәм өс ай эсендә БР Президентының Дәүләт граждандар хеҙмәте һәм муниципаль кадрҙар сәйәсәте идаралығына тейешле мәғлүмәттәр һәм документтар тапшырырға ҡушылды.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алтын сәсле Ҡарһылыу Әҙәбиәт, Хикәйә

    Алтын сәсле ҠарһылыуЗал биҙәлгән. Уртала матур итеп биҙәлгән урман һылыуы – шыршыҡай урын алған. Төрлө кейемдәрҙәге балалар байрамдың башланыуын тү­ҙемһеҙлек менән көтә. Әкиәтсе инә.
    Әкиәтсе:
    – Һаумыһығыҙ, балалар! Афарин, ҡарлы-буранлы һыуыҡтан ҡурҡып тормағанһығыҙ, бөгөнгө байрамға ҡыуанышып килеп еткәнһегеҙ. У-у, бында балалар ғына түгел, ҡуяндар ҙа, күбәләктәр ҙә, хатта кеше-үрмәкселәр ҙә бар икән. Ә мин – Әкиәтсе. Мин булған ерҙә мөғжизәләр тыуа, донъя үҙе әкиәткә әйләнә. Тик яуызлыҡтар ғына әкиәттә ҡала, ә изгелектәр иһә беҙҙең менән ысынбарлыҡта йәшәй. Алда беҙҙе матур әкиәт көтә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ әле, балалар, бергәләшеп йырлашып, әйләнеп алайыҡ!
    Балалар, түңәрәктәр яһап, йырлай-йырлай әйләнә. Шул саҡ ҡапыл ут һүнеп, ҡабат яна. Ҡурҡыныс ауаздар ишетелә.
    Әкиәтсе:
    – Абау, ни булды? Балалар, тауышланмағыҙ, бында кемдер килә шикелле... Бәй, яуыз Шүрәле үҙенең тоғро хеҙмәтсеһе Юха менән килә бит! Әйҙәгеҙ, ситкәрәк китәйек! Барығыҙ ҙа миңә ҡарағыҙ әле! Әпсен-төпсөн, барыһы ла бөтһөн, бәшмәк үҫһен! (Әкиәтсе таяғы менән һелтәнә). Булды! Улар беҙҙе, бәшмәктәр үҫеп ултыра икән, тип уйлаясаҡ.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өлгөрөп ҡалығыҙ, баҫмаларға яҙылыу тамамлана! Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Киләһе йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы ахырына яҡынлашты, шуға күрә Федераль почта бәйләнешенең БР буйынса идаралығында уҙғарылған сираттағы селектор кәңәшмәһендә һүҙ баҫмаларға яҙылыу һөҙөмтәләре тураһында барҙы.
    Кәңәшмәне алып барыусы БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Э. Юлдашев сығышының башында яҙылыу кампанияһын әүҙемләштереү буйынса идаралыҡ яғынан башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Әле һәр төбәктә лә гәзит-журналдар тираждарының совет осорондағы тираждарҙың дүрттән бер өлөшөн генә тәшкил итеүен билдәләп, республика Хөкүмәте ярҙамында Башҡортостандың һаман да һәр мең кешегә яҙҙырылған баҫмалар һаны буйынса илдә алдынғылыҡты бирмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һүҙҙән эшкә күсергә ваҡыт», – Яңылыҡтар

    Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы хеҙмәт баҙарын үҫтереү һәм халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеү саралары тураһындағы мәсьәләләр ҡаралған Совет ултырышында Г. Рапота, бөтә округ буйынса эшһеҙҙәр һанының көндән-көн арта барыуын билдәләп, хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү өсөн өҫтәмә программалар эшләнеүе арҡаһында хәл-торошто әҙерәк ыңғай юҫыҡҡа көйләүгә ирешелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә моноҡалаларҙа һәм ҡалаларҙың «умыртҡа һөйәген» тотоп тороусы предприятиеларҙа кешеләрҙе, бигерәк тә яңы диплом алып сыҡҡан йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе бик киҫкен. Әйткәндәй, эшһеҙҙәрҙең 30 процентын нәҡ йәштәр тәшкил итә лә инде.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»кә яҙылыу нисек бара? Яңылыҡтар

    «Йәшлек»кә яҙылыу нисек бара?Бөтәбеҙҙе лә ҡуртҡытҡан көрсөк ғәләмәтеме, әллә, ваҡыт бар, өлгөрөрбөҙ әле, тигән күпселеккә хас сифат ғәйеплеме, декабрь уртаһы етһә лә, гәзитебеҙгә яҙылыу күпселек райондарҙа, был­тырғы осор менән сағыштырғанда, һүлпәнерәк бара. Был үрҙәге таблицала асыҡ күренә.Бигерәк тә баҫмабыҙҙы иң күп алдырып уҡыусы Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Салауат, Хәйбулла, Мәләүез райондарының быйыл «мах биреүе» борсолдора.
    Эйе, бөгөн берәүгә лә еңел түгел. Бигерәк тә ауыл кешеләренә. Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле: халҡыбыҙ бөгөнгө кеүек көрсөктәрҙе, һынауҙарҙы аҙ кисерҙеме? Әммә ул, ниндәй генә ауыр заман килһә лә, үҙенең берҙәмлеге, сабырлығы, кәрәк мәлдә бер-береһенә иң ҡуя белеүе арҡаһында бөтә яҙмыш һынауҙарын да еңеп сыҡты.
    Ә бөгөн? Бәғзеләребеҙҙә ошо матур сифаттар әкренләп юғала башланы түгелме?

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru