Вайымһыҙҙың эше алымһыҙ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Маңлай ярыу ғына түгел...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һай, күңелле Яңы йыл Мәҙәниәт

    Һай, күңелле Яңы йыл«БСТ+» башҡорт музыкаль-күңел асыу каналы «Йондоҙ» студияһы һәм «Юлдаш» new интернет-радиоһы менән берлектә Яңы йыл дискотекаһына һәм «Наза» яңы проектын телевидениеға төшөрөүҙә ҡатнашырға саҡыра.
    «Өфө уттары» күңел асыу үҙәгендә үтәсәк күңелле сарала Рөстәм Ғиззәтуллин, Сәғиҙулла Байегет, Вилдан Яруллин, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Урал Рәшитов һәм Азалия, Азат Йыһаншин, Азамат Ғафаров, Гөлназ Биктимерова, Илсур Тайсин, Гөлсөм Бикбулатова, Гөлсинә Мөхәмәҙиева кеүек билдәле сәхнә «йондоҙ»ҙары ҡатнашасаҡ. Ә кисәне Рәил Өмөтбаев, Фәнис Солтанғолов һәм башҡалар алып барасаҡ.
    24 декабрҙә 19 сәғәттә башланасаҡ Яңы йыл дискотекаһында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың бүләктәре лә уйнатыласаҡ.
    Башҡорт дискотекаһына рәхим итегеҙ, дуҫтар!

    А. КӨЙӨРГӘҘИН.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡытыусы иң оло хөрмәткә лайыҡ Башҡортостан, Мәғәриф

    Донъялағы иң абруйлы, иң изге һөнәрҙәрҙең береһе ул уҡытыусы. Һәр кемдең яҙмышында ҙур урын биләгән был һөнәр эйәләренең халыҡ араһында абруйы һәр саҡ ҙур булған. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә алып барылған сәйәсәт тә педагогтарҙың баһаһын күтәреүгә йүнәлтелгән. Республикабыҙҙа йыл һайын «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара бәйгеһе уҙғарыла. Хәҙер уларға «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстары ла өҫтәлде. Улар Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын асыҡларға, исемдәрен бөтә республикаға танытырға һәм дә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрергә булышлыҡ итә. Конкурс еңеүселәренә Башҡортостан Президенты премияһы тапшырыла.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кем һин, «Йәшлек» гүзәле»? Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    «Йәшлек» гүзәле – 2009» еңеүсеһен бергәләп билдәләйек, дуҫтар! Быйылғы гүзәллек бәйгеһендә ни бары ун һылыуҡайҙың ҡатнашыуы һәм улар араһынан еңеүсене гәзит уҡыусыларыбыҙ смс-хәбәр аша тауыш биреү юлы менән һайлаясағы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ. Әйтергә кәрәк, тауыш биреү, ысынлап та, бик әүҙем бара һәм уның тамамланыуына бер аҙна ваҡыт ҡалды.
    Шулай итеп, быйылғы конкурсыбыҙҙа Альбина Кинйәғолова (билдәһе – 1), Лилиә Ғилмуллина (2), Ләлә Әминева (3), Зарина Бағышаева (4), Эльвира Иҫәнбулатова (5), Элина Әбдрәшитова (6), Альбина Бикмаева (7), Гөлназ Аҡҡолова (8), Гөлиә Көҫәпҡолова (9) һәм Эльмира Хамиранова (10) ҡатнашты. Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, ошо гүзәлкәйҙәр араһынан күңелегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙар өсөн тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн һеҙгә 2320 һандарына, NUR һүҙен һәм ҡыҙҙарҙың билдәһен яҙып, смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. NUR һүҙен инглиз хәрефтәре менән дә, үҙебеҙсә лә яҙырға мөмкин.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шиғриәтебеҙҙең ете мөғжизәһе Әҙәбиәт

    Шиғриәтебеҙҙең ете мөғжизәһеЙәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылында талантлы йәштәрҙе табыу һәм дәртләндереү, үҫеп килеүсе быуында милләтенә, тарихына, шиғриәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, талантлы шағир Рәйес Түләктең исемен тағы ла мәңгеләштереү маҡсатында «Йәшлек» республика йәштәр гәзитенең, БР Яҙыусылар союзы идараһы һәм Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә шағир исемендәге республика шиғыр бәйгеһе иғлан итеп, йыл дауамында барған конкурстың «иң-иң» еңеүселәрен – Фәнил Бүләков, Мөнир Иҡсанов, Ғәҙел Ишморатов, Илгиз Ишбулатов, Зилә Сирғәлина, Зөлфирә Ҡарағужина, Земфира Әбүшаһманованы билдәләүе гәзит уҡыусыларыбыҙға мәғлүм. Ошо көндәрҙә уларҙы Өфөгә саҡырып, вәғәҙә иткән бүләктәребеҙҙе ололап тапшырҙыҡ.
    Шиғриәт байрамы төҫөн алған күркәм сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Рауил Бикбаев, «Йәшлек» республика йәштәр гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмир Иҫәнбаев, күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы етәксеһе Хәсән Назар, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сәләх Йомағужин, Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Иштимер Ғүмәров, «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, яҙыусылар, шағирҙар, жюри ағзалары, уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашты.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милли сәйәсәт һәр саҡ иғтибар үҙәгендә Сәйәсәт

    Республикабыҙҙа бөтәһе 150-гә яҡын милләт дуҫ-татыу йәшәй. Төбәгебеҙҙә һәр бер милләт үҙен яҡшы тойһон, туған телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнһен, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнһен өсөн республикала бик күп эш башҡарыла, махсус программалар тормошҡа ашырыла. Төбәктә милләт-ара тотороҡлоҡто һаҡлау, тигеҙ үҫеш өсөн бөтә халыҡтарға ла уртаҡ шарттар тыуҙырыу милли сәйәсәтебеҙҙең көҙгөһө булды. Милли сәйәсәт өлкәһендә яуланған уңыштарыбыҙ хаҡында, әлбиттә, ғорурланып һөйләрлек – бай тәжрибә тупланған, әммә киләсәкте хәстәрләп хәл ителергә тейешле көнүҙәк мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Был өлкәләге сетерекле мәсьәләләр хаҡында фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, «Башҡортостан халыҡтары» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы баш ҡалабыҙҙа «Милли сәйәсәт һәм традицион халыҡ мәҙәниәте» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрҙе.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙе ҡалды йыр булып Мәҙәниәт

    Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының бәләкәй залында Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге асыҡ республика йыр конкурсының гала-концерты үтте. Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған йәмле тамаша һәр йылдағыса юғары кимәлдә ойошторолғайны. Бөйөк шәхестең исемен иҫкә алырға һәм уның исемендәге конкурс еңеүселәрен тәбрикләргә БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Зимфира Тимерхан ҡыҙы Әбделмәнова, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары Салауат Тәлғәт улы Сәғитов, композиторҙың яҡташтары, ошо мәртәбәле конкурста ҡанаттарын нығытҡан еңеүселәр һәм ҡыҙы Роза Әлмөхәмәтова килгәйне. Күренекле композитор, йырсы, йәмәғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың беренсе халыҡ артисы Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтов исемендәге асыҡ республика йыр конкурсы, йылдан-йыл яңы исемдәр асып, буласаҡ йырсыларға оло сәнғәт юлына йондоҙло юлдар яра. Мәртәбәле бәйгелә көстәрен һынап ҡарарға теләүселәр быйыл да күп ине.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бейеү менән йәнем ҡауышты Мәҙәниәт

    Бейеү менән йәнем ҡауыштыБейеү теле менән әйтелгән фекер йөрәктәргә барып етә, күңелгә ята. Шул мәлдә һин үҙеңде тотош йыһан менән тоташҡандай хис итәһең. Әйтерһең дә, һин – донъяға тәүге тапҡыр күңел күҙе аша бағып, камиллыҡҡа ирешкән, бәхет менән һөйләшкән әҙәми зат. Бейеү менән йән ҡауышыуы ошо булалыр, күрәһең...
    «БАЙЫҠ» республика телевизион конкурсының йомғаҡлау концертына йыйылыусылар ошондай матур хис-тойғолар солғанышында халыҡсан бейеү сәнғәтен тамаша ҡылды.
    «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы менән Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолған конкурстың йомғаҡлау концертында финалға үткән утыҙ бейеүсе ҡатнашты. Алдан көтөлгәнсә, йомғаҡлау концерты ысын мәғәнәһендә башҡорт бейеүенә дан йырлау тантанаһына әүерелде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев менән мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары булды.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Кисә Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә «Юлаевсы» ябыҡ боҙ майҙансығы асылды. Тантанала республика Президенты М. Рәхимов, Президент Хакимиәте етәксеһе Н. Курапов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры И. Илешев, төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Р. Ибәтуллин, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры А. Никерин, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы П. Качкаев ҡатнашты. 200 көйәрмәнгә иҫәпләнгән яңы объекттың дөйөм майҙаны 3500 кв. м, унда 30х60 метр ҙурлығындағы хоккей майҙансығы бар.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru