Ваҡытлы эш ваҡытында яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Киләсәк беҙҙән башлана» Мәҙәниәт

    15 декабрҙә Өфөнөң ТТ клубында үтәсәк «Башҡорт эстрадаһы төркөмө»нөң тыуған көн концерты шулай атала.
    Интернет селтәрендә иң популяр сайт­тарҙың береһе – Бәйләнештә.ру (vkontakte.ru) сайтында «Башҡорт эстрадаһы» төркөмө эшләп килә. Бында килеп эләккән кешеләр башҡорт эстрадаһы «йондоҙ»ҙары менән тура бәйләнешкә инә, концерттарҙан фото, видеорепортаждар ҡарай ала, ҡыҫҡаһы, башҡорт эстрадаһы яңылыҡтары үҙәгендә йәшәй.
    Кисә «Юлдаш» радиоһының «Аулаҡ» дискотекаһы сиктәрендә үтәсәк.
    Сараның тағы ла бер ыңғай яғы – шәфҡәтлелек акцияһы. Ойоштороусылар­ҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, концерттан килгән килем Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылындағы балалар йортона ебәреләсәк. Шулай уҡ кисәлә мәктәп кәрәк-яраҡтары, уйынсыҡтар ҡабул итеү урыны булдырыласаҡ. Концертҡа килгән кеше үҙе менән бер ҡәләм, йә дәфтәр, йә төҫлө буяу килтерә ала.
    Изге эшкә бергәләп тотонайыҡ, дуҫтар!

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге ҡиммәттәр алға сығасаҡ Башҡортостан

    Ошо көндәрҙә Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромы манежында II «Ҡиммәттәр системаһы» киң мәғлүмәт саралары фестивале үтәсәк. Уны РФ Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ ярҙамында «МедиаСоюз» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм РФ Йәмәғәт палатаһы ойоштора. Былтыр Мәскәүҙә үткәрелгән беренсе фестиваль бындай сараларҙың зарурлығын күрһәтте һәм ҙур ижтимағи резонанс тыуҙырҙы. Форумдың төп бурысы – журналистар һәм медиабаҙар профессионалдарының диалогын тәьмин итеү, Ватан журналистикаһының кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итеү, авторҙарҙы хәҙерге замандың мөһим проблемаларын хәл итеүгә ылыҡ­тырыу.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләсәккә – бергә! Яңылыҡтар

    Киләсәккә –  бергә!Ниндәй ауылға барһаң да, уның үҙ холҡо булған кеүек, мәктәптәр ҙә холоҡ-фиғелдәре менән ҡырҡа айырылып тора. «Һәр уҡыусыға – берәр республика гәзите һәм журналы!» лозунгыһы аҫтында барған балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығында Учалы районының Рәсүл мәктәбенә осрашыуға барғас, өлкән синыф уҡыусыларының үтә лә баҫалҡылығы мәғлүм булды. Шуға ла башҡа мәктәптәрҙәге һымаҡ йәнле һөйләшеү, фекер алышыу түгел, монолог ҡына килеп сыҡты. Әйтәһе лә түгел, беҙ башҡа балалар менән рәхәтләнгәнбеҙ икән: улар һорау бирә, һин яуаплайһың; һин һорайһың, улар яуап таба – артыҡ баш ватырға ла кәрәкмәй. Ә ҡуйған һорауҙарыңа яуап ишетелмәһә, үҙеңде ҡаҡ стенаға борсаҡ атып ултырғандай хис итәһең. Етмәһә (ауырлыҡты татымаһаң – тулыһынса таты, тигәндәй), балаларҙың иғтибарын яулап алыр, баштарына уй һалыр, йөрәктәренә асҡыс табыр өсөн бар һәләтеңде ҡулланырға тырышҡаныңда шуҡ егет, тәгәрмәскә таяҡ тыҡҡандай, уй-фекереңде тарҡатып, аҫтыртын ғына шаярып, башҡаларға тыңларға ҡамасаулап та ултырһын әле...

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Исем өсөн үткәрелмәһен ине Яңылыҡтар

    Йыл тамамланырға әллә ни күп ваҡыт ҡалманы. Республика матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың иң ҡыҙыу осоро бара. Тик уның «ҡыҙыу» булыуы, мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Калинин районында әллә ни һиҙелмәне. Был төбәккә ҡараған мәғариф, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының гәзит-журналдарға яҙылыу өсөн яуаплы вәкилдәре менән осрашыу ҙа күңелдә өмөт уятманы, уйға ғына һалды.
    Милли матбуғат аҙналығы сиктәрендә гәзит-журналдарға яҙылыуҙы әүҙемләштереү маҡсатында ойошторолған осрашыуға «Йәшлек», «Баш­ҡор­тостан», «Еди­ная Россия. Башкортостан», «Вечерняя Уфа» гәзиттәре, «Әллүки», «Шоңҡар», «Башҡортос­тан уҡытыусыһы» журналдары вәкилдәре килгәйне. Йыйынды асып, Калинин районы хакимиәте башлығының гуманитар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Хәбибов, бөгөн матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы – подписканы бик мөһим осор, тип билдәләне һәм ҡатмарлы заманда гәзит-журналдарға яҙылыуҙы тәьмин итеү буйынса ярҙам күрһәтеү кәрәклеген белдерҙе. Әммә, ни сәбәптәндер, был мәсьәлә менән шөғөлләнеүсе булараҡ, ул район буйынса гәзит-журналдарға яҙылыу барышына күҙәтеү яһап торманы.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илаһи ҡөҙрәт бар һәр һүҙ артында Яңылыҡтар

    Илаһи ҡөҙрәт бар һәр һүҙ артындаБайрам Иглин мәҙәниәт һарайында матбуғат күргәҙмәһенән башланды. Ғәҙәттәгесә, һәр баҫма вәкилдәренең үҙҙәре етештергән тауарҙы халыҡҡа күрһәткеһе, гәзит-журналына яҙҙырғыһы килде. Халыҡ ысынлап та ҡыҙыҡһынды, журналистарға һорауҙарын бирҙе, баҫманың артыҡ данаһын үҙе менән алды.
    Күршеләшебеҙ – «Тамаша» журналының баш мөхәррире Наил Ғәйетбай менән байрамға тамаша ҡылып, донъяуи хәлдәр хаҡында һүҙ алмашып торғанда, яныбыҙға бәләкәй генә бер малай килде лә:
    – Һеҙҙе фотоға төшөрөргә мөмкинме? – тип һораны.
    Наил ағайҙың кәйефе шәп, әле күҙ алдында ғына ете кеше уларҙың журналына яҙылды. Малайҙы шаяртырға булды:
    – Ни ғәйеп, ни енәйәт өсөн?

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кеше хоҡуҡтары хәл итеп бөтмәҫлек мәсьәлә кеүек Сәләмәтлек, Иҡтисад

    Был дата 1948 йылда булдырылып, ике йылдан һуң рәсми рәүештә билдәләнә башлаған. Ҡағиҙә булараҡ, һәр йыл уның айырым темаһы була. Мәҫәлән, 2006 йылда Кеше хоҡуҡтары көнө «Фәҡирлеккә ҡаршы көрәш: шәфҡәтлелек түгел, ә талап» тигән темаға арналды. Ысынлап та, ярлылыҡ кешенең бөтә хоҡуҡтарын ҡыҫыуға килтерә. Түбән килем тейешенсә белем алырға ла ҡамасаулай, был осраҡта социаль-иҡтисади хоҡуҡ тормошҡа ашырылмай ҡала. Артабан инде наҙанлыҡ арҡаһында кеше йәмәғәт эшендә лә ҡатнаша алмай – гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуғы боҙола. Әлбиттә, фәҡирлек хоҡуҡ тирәһенә генә ҡағылмай, бөтә тормоштоң «көйө» китеүе күҙәтелә. Әҙ килемлеләр йыш ҡына йәберләүҙәргә лә дусар була. Шуныһы ла бар: фәҡирҙәр электән үк уңышһыҙ, ялҡау тип билдәләнгән. Был нарыҡлау әле лә дауам итә, әммә уның йөҙ процентҡа дөрөҫлөгө икеле.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Раян өсөн өҙөлә йөрәк... Яңылыҡтар, Тормош юлдары ҡатмарлы

    Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ дауаханала ятҡан Раянға ярҙам ҡулын һуҙҙы.
    «Раянда булғандан һуң, дуҫтарыма ошондай мөрәжәғәт яҙып ташланым: «Бокста Раяндың бар нәмәһе лә бар: телевизор, аудиокитаптар... Ә шулай ҙа ул дуҫтары биргән һәр бүләккә ҡыуанасаҡ. Ләкин барыһы ла шәхсән үҙе килеп, Раяндың хәлен белә, бүләген тапшыра алмай. Шуға ла беҙҙең аша уға ебәрә алаһығыҙ. Тик аҡса, күстәнәс ебәргән саҡта, зинһар, иң мөһиме, кескәй генә булһа ла хат яҙып һалығыҙ. Уға мотлаҡ йылы һүҙҙәр табырһығыҙ, ышанам. Раянға барған саҡта һәр берегеҙҙең һөйөүен, хәстәрен, борсолоуын тулыһынса белдерә алмам, тип ҡурҡам. Ә ул һеҙҙең күңел йылыһына бик мохтаж!» Хәҙер күҙ алдына килтерәһеңме, Раянға яҙылған бөтә хаттарҙы ла алыр өсөн, миһырбанлы кешеләребеҙ менән осрашырға өлгөрмәйем! Күңелдәре саф булған, яҡшылыҡ ҡылырға ынтылғандар бихисап! Шуға ифрат шатланам!»

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер быуатҡа яҡын юл үтелгән... Мәҙәниәт

    Бер быуатҡа яҡын юл үтелгән...Башҡорт драма театры 1919 йылда – тотош илебеҙҙе тамырынан аҡтарған социаль-тарихи үҙгәрештәр, граждандар һуғышы осоро, ата улды танымаған ҡан ҡойош, хәрби коммунизм, ҡоролоҡ, аслыҡ, емереклек кеүек күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән тарихи һынауҙар заманында барлыҡҡа килә һәм, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ижади дәрт, яҡты хыял-өмөттәр менән ҡолас йәйеп эш башлай.
    ТЕАТРҒА нигеҙ һалыусы, уның директоры һәм художество етәксеһе Вәлиул­ла Мортазин-Иманский ике тиҫтә йылға яҡын сәнғәт усағының үҙәген нығытыусы булып тора. Мәҙәниәт усағын тәүге тәпәй баҫыуынан башлап ышаныслы профессиональ аҙымдарына тиклем етәкләгән, Мәскәү гастролдәренә әҙерләгән, киң йәмәғәтселек хуплауына һәм иғтибарына лайыҡ булғансы өйрәткән һәм хәстәрләгән, һаҡлаған һәм ҡурсыған шәхес ул. Был йәһәттән Мәкәрим Мәһәҙиев, Булат Имашев кеүек милли сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән режиссерҙарҙы ла телгә алып китеү кәрәк.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru