Балыҡ тотһаң, башынан тот.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • Йондоҙнамә
  • Суғамаҡ башында
  • Тормош күренештәре
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Китап ук - үҙе мәҙәниәт! Яңылыҡтар

    Конкурс һәр йылдағыса матур һәм көсөргәнешле барҙы, тип әйтеү генә аҙ кеүек. Ни тиһәң дә, республикабыҙҙа лайыҡлы, бай китапханалар, үҙ эшенең оҫтаһы булған китапханасылар бик күп. Шуға ла конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙе етди ҡарау, «ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү», республика кимәлендә ойошторолған сараға йомғаҡ яһау еңелдән булмағандыр. Конкурсты ойоштороусылар еңеүгә дәғүә иткән бөтә китапханаларҙы ла урынға барып ҡараған, уларҙың эше менән танышҡан.
    Ниһайәт, кисә республикабыҙҙағы иң шәп китапханаларҙы билдәләнеләр. Шул уңайҙан Башҡортостандың иң уңған китапханасылары баш ҡалабыҙға йыйылды. Ойоштороу­сылар әйтеүенсә, «Башҡортостан Респуб­лика­һы­ның иң яҡшы китапханаһы – 2009» республика конкурсында ҡатнашыу өсөн 132 ғариза бирелгән. Әйткәндәй, быйыл ҙур кимәлдә үткәрелгән конкурста мәктәп китапханалары ла ҡатнашты.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эльвира ҠОЛОЕВА. Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Аҡ ҡайын

    Ултыртманыҡ, үҙе үҫте
    Баҡсабыҙҙа аҡ ҡайын.
    Ярамай, тип әйтһәләр ҙә,
    Тейҙертмәне атайым.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изгелек менән яуызлыҡ Әҙәбиәт

    ДонъялА бер кеше йәшәгән, ти. Уның исеме лә үҙе кеүек бик сәйер – Йыуан тип кенә йөрөткәндәр. Унан туғандарына ла, ауылдаштарына ла бер ниндәй файҙа булмаған. Ул эш яратмаған, мейес буйында төшкә тиклем йоҡлай икән. Ауылдың бер осонан икенсеһенә һуйҙанлап, бағана һайын хәбәр һөйләп йөрөгән, ти.
    Былай йөрөгәнсе берәй ҡыҙыҡ сығарғыһы килгән уның. Шулай бер көндө Йыуан урам буйлап уҙып барһа, һыу тулы биҙрәләрҙе күреп ҡалған. Ул һыуҙы күтәреп эскән дә ҡалғанын түгеп ебәргән, ти. Ҡоймаһы буйында хәл йыйып ултырған әбей, был йәмһеҙ тамашаны күреп:
    – Ни эшләүең был, улы-ы-ым? – тигән.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өйһөҙ йән Башҡортостан

    Тышта һыуыҡ. Ел ыжғыра. Ямғыр быҫҡаҡлай. Эттәр имәнес итеп олой. Яуынға күшеккән ағастар түбән эйелгән. Ҡара болоттар ергә табан ағыла ла ағыла. Әлиә күңеленән үҙ яҙмышы – яуапһыҙ мөхәббәте тураһында иҫкән елдәргә һөйләй. Уны тирә-яҡ ойоп тыңлай. Тыңлай ҙа, яралы яҙмышты ҡыҙғанып, тағы илай ҙа илай...
    Әлиә күршеһе Камилды үҙен белгәндән алып өнһөҙ генә өҙөлөп яратты. Әммә татлы хистәрен белдермәне, сөнки егет уның бала-саға уйынан көлөр һымаҡ тойолдо. Йыл артынан йылдар үтте. Әлиә йомоҡ ҡына, үтә сиселеп бармаҫ ҡыҙға әйләнде. Аҙ һүҙле, эшкә шәп ҡыҙ мәктәпте уңышлы тамамланы.
    Юғары уҡыу йорто уның яҡты киләсәгенә ишек асты. Зәңгәр хыял тауҙарын ныҡыш һәм егәрле ҡыҙ еңел яуланы. Билде биштән быуып уҡырға тотонғас, биш йыл ғүмере уның ҡулдарына юрист дипломын тоттороп үтте лә китте.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡайырылмаһын ҡанаттар! Яңылыҡтар, Мәҙәниәт

    Ҡайырылмаһын ҡанаттар!Был поэма юлдары бынан теүәл 70 йыл элек яҙылған. Уның авторы – Силәбе шағиры Мөхә­мәт­йә­ров Хәй. Донъяла ни бары 31 йыл йәшәп, юғары шиғриәт һәм шағир шәхесе тураһында аҫыл поэма яҙған ул.
    Йәш шағирҙар хаҡында уйланғанда, 18 йәшлек Шамун Фидаи, 29 йәш йәшәп, 29 шиғыры менән әҙәбиәттә танылған Мәлих Харис, 24 йәшлек бөйөк Шәйех­зада Бабич күҙ алдына килә. М. Хәй ҙә шул аҫыл егеттәр араһында. Улар – ысын шағирҙар, шиғриәттең Салауаттары!
    М. Хәйҙең яҡташтары шағир оранын тотоп, әҙәбиәт байрамы ҡорҙо ошо көндәрҙә. Силәбе дәүләт университетындағы «Ҡарлуғас» әҙәби түңәрәге ойошторолоуға – 10 йыл!

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru