Ваҡ эште лә эре итеп башҡар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Кисә Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә «Юлаевсы» ябыҡ боҙ майҙансығы асылды. Тантанала республика Президенты М. Рәхимов, Президент Хакимиәте етәксеһе Н. Курапов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры И. Илешев, төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Р. Ибәтуллин, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры А. Никерин, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы П. Качкаев ҡатнашты. 200 көйәрмәнгә иҫәпләнгән яңы объекттың дөйөм майҙаны 3500 кв. м, унда 30х60 метр ҙурлығындағы хоккей майҙансығы бар.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Пьеса яҙыу анһат эш түгел» Әҙәбиәт

    «Пьеса яҙыу анһат эш түгел»– Наил Әсғәтович, һүҙҙе иң элек драматургиянан башлайыҡ. XX быуат драматургияһы көслө идеологияға ҡоролған булһа, бөгөнгө сәхнә әҫәрҙәрендә идеология юҡ, тип баралар.
    – Элегерәк тә заман драматургияһы бик көслө ине. Ул бигерәк тә шул осорҙоң идеологияһына бәйле булды. Минең тәүге әҫәрҙәр, пьесалар совет заманына тап килде. Әйтәйек, «Әлфиә» тигән тәүге повесым фәҡәт мөхәббәт хаҡында ғына. Йәш сағымда берәй әҫәр уҡыһам, уның ун бите мөхәббәт, ун бите комсомол, партия, колхоз йә завод тормошо тураһында булыуы һәм йәнә мөхәббәт темаһы башланыуына иғтибар итә инем. Партия, завод темаларын ҡалдырып, мөхәббәтле урындарын ғына уҡый торғайным. Повесымды яҙғанда ла тик мөхәббәт темаһын ғына яҡтырттым. Бик популяр повесть булды, әле булһа күптәр ул әҫәремде хәтерләй. Тик студенттар мөхәббәтен тасуирлағаным, партия, комсомол темаларын ситтә ҡалдырғаным өсөн тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетергә тура килде, әлбиттә. Шуға ла ул осор яҙыусылары әҫәрҙәрен ошо идеологияға тап килтерергә тырышты. Был үҙ сиратында ауырлыҡтар ҙа тыуҙырмай ҡалманы.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юлбарыҫ нимә вәғәҙә итә? Яңылыҡтар, Мәҙәниәт

    Киләһе йыл Юлбарыҫ йылы тип иҫәпләнә.
    Үгеҙ йылынан һуң килеүсе Юлбарыҫ йылы (Көнсығыш календары буйынса ул 14 февралдә башлана) Көнбайыш йондоҙнамәһе билдәләренә һәм Ҡытай (Көнсығыш) йондоҙнамәһе буйынса барлыҡ хайуандарға ла тотороҡлоҡ вәғәҙә итмәй, тип фаразлана. Әммә Юлбарыҫ йылы ҡыҙыҡлы, ваҡиғаларға бай һәм перспективалы булмаҡсы. Юлбарыҫ һәр саҡ алда бара, шартлылыҡты, иерархияны һәм бер кимәлдә ҡатып ҡалған аң-зиһенде үҙ итмәй.
    Эшһөйәр, ныҡышмал һәм ғаиләсел Үгеҙ йылынан һуң килеүсе Юлбарыҫ йылы, шулай итеп, еңелдән булмаясаҡ. Стихияның сағылышы – металл: ҡатылыҡ, һалҡынлыҡ, ҡоролоҡ, таҙалыҡ, ғәҙеллек һәм ололоҡ. Йылдың төп сифаттары – батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ, шуға ла был йылда тик көслө ихтыярлы, ауырлыҡтарға баш эймәгән кешеләр генә уңышҡа өлгәшә аласаҡ.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Директор секретаршаһын эштән ебәрергә теләй. Һәм баш инженер­ға ҡыҙҙы үҙенә алыуын һорай.
    – Ә ни өсөн? – ти инженер.
    – Эй шуны, минең ҡатыным унан яҡшыраҡ, – ти.
    Бер нисә көндән һуң директор инженерҙан: «Шунан, нисек? – тип һорай.
    Инженер уйланып тора ла: «Һеҙ хаҡлы, директор әфәнде, һеҙҙең ҡатынығыҙ яҡшыраҡ», – ти.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Сәләмәт тормош – һаулыҡ бәрәкәте», – Яңылыҡтар » Спорт

    «Сәләмәт тормош – һаулыҡ бәрәкәте», –тине ҡырҡты уҙған ағайҙар. Ҡайҙа икән ул үҫмер саҡтар?.. Йәйҙе еткерә алмай, ҡышын көрт кисеп, туп артынан саба торғайныҡ. Ауыл ерендә элек спорт залы булманы, шуға күрә йыл һуҙымында, көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тыштан инмәнек. Ә хәҙер нимә?.. Шөғөлләнәм тиһәң, бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Уйна ла уйна. Күптәребеҙҙең инде йәше 30 – 40-тан уҙып, олпатланып өлгөр­һәк тә, беҙ, матбуғат һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусыларына ҡаршы мини-футбол буйынса турнирҙа ҡатнашыр­ға батырсылыҡ иттек. Был бәйге үҫеп килеүсе йәш быуын араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, спорт һәм физик культураны популярлаштырыу маҡсатында Башҡортостан Рес­публикаһы Хөкүмәтенең мәктәп уҡыусылары араһында спартакиада үткәреү тураһындағы ҡарарына ярашлы үткәрелде.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беҙҙең бурыс – йәштәрҙең ихтыяжын тойоу» Сәйәсәт

    Кисә баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын ябыу тантанаһы үтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев үткән исемле йылға ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны. «Йәштәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү буйынса республикала атҡарылған эштәр оло хуплауға лайыҡ. Бюджет өлкәһендә эшләүсе ғаиләләргә дәүләттең бушлай ер майҙаны бүлеүе генә быйыл бихисап йәш ғаиләгә йәшәү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек асты», – тип билдәләне министр. Уның фекеренсә, йәштәрҙең ыңғай идеяларын, энергияһын тейешле йүнәлешкә йүнәлтеү мөһим.
    БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин исемле йылдың башынан уҡ йәштәр сәйәсәте йүнәлешендә иғлан ителгән кон­курстарға йомғаҡ яһаны һәм еңеүселәрҙе билдәләне.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем Мәҙәниәт, Башҡортостан, Сәйәсәт

    Тәбиғәттә яҡтылыҡ ҡараңғынан һәр ваҡыт алда йөрөй. Был – йәшәү фәлсәфәһе, тормош ҡануны. Әҙәм балаһы, көҙҙө-ҡышты зарури ҡабул итһә лә, яҡты яҙҙы, сыуаҡ йәйҙе һағынып йәшәй. Бынан тыш, кешемен тигән кешенең күңелен иман, мәғрифәт, мәҙәнилек нуры ла яҡтыртырға тейеш бит әле. Аҡ күңелле шәхестәрен халыҡ борон-борондан ижадында күтәрә килһә, белем алыуға, мәҙәнилеккә өндәү мотивтары Шәмсетдин Зәки, Ғәли Соҡорой, Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, артабан Шафиҡ Әминев-Тамъяни, Ғарифулла Кейеков, Мәжит Ғафури әҫәрҙәрендә төп урынды биләй. Атайымдың ауылдашы һәм миңә яҡын туған булған Шафиҡ апа (беҙҙең яҡта атаһы-әсәһенән оло кешене шулай йөрөтәләр) күренекле бер шиғырында: «Әгәр тотош наҙан булһаҡ, бөтөрбөҙ донъяла юҡһа. Уҡы, ауыл, уҡы, утар, уҡырға мәмләкәт тотар. Күҙең ғибрәт илә ҡара, наҙандарҙы ғилем йотар», – тип яҙғайны.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Быуындар бәйләнеше Мәҙәниәт, Башҡортостан

    Ағас – тамырһыҙ, кеше тарихһыҙ булмай. Хатта сүллектә тәгәрәп йөрөгән ҡамғаҡ та бит тәүҙә ергә берегеп үҫә (тәгәрәүе лә маҡсатһыҙ түгел – орлоҡтарын сәсер өсөн). Ә беҙҙең һәр беребеҙҙең сал быуаттарға барып тоташҡан меңәрләгән йыллыҡ тарихы бар. Үкенескә күрә, уны тулыһынса тергеҙә алмайбыҙ. Сөнки күп мәғлүмәт билдәһеҙлек томаны артында тороп ҡалған-юйылған. Ләкин ҡайһы бер ғаиләләрҙә егерме бишенсе быуынға тиклем шәжәрәләр төҙөлөп, һаҡлана. Был заманында үҙ тарихына битараф булмаған атай-олатайҙарҙың хеҙмәте – киләһе быуындар өсөн ысын хазина! Киләсәктә беҙҙең ейәндәр ошондай хазинанан мәхрүм ҡалмаһын тип, бөгөн беҙҙең һәр беребеҙгә үҙ шәжәрәһен булдырыу зарур – кемдән кәм беҙҙең балалар?!

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru