Алдын бер уйла, артын биш уйла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Яңылыҡтар
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Күҙҙәргә нур ҡайтарыр! Башҡортостан

    Күҙҙәргә нур ҡайтарыр!Халыҡта «Күҙҙәр – күңел көҙгөһө» тигән әйтем бар. Ә табиптар иһә уларҙы хаҡлы рәүештә «мейенең дауамы» тип атай. Уларҙың фекеренсә, 90 процентҡа яҡын мәғлүмәтте кеше күҙҙәр аша ҡабул итә. Шуға күрә күҙҙәрҙе бик тә һаҡларға кәрәк. Ләкин һәр осраҡта ла был талап теүәл үтәлмәй. Күҙҙәрҙең тыумыштан да, ғүмер дауамында ла зәғифләнеү осраҡтары байтаҡ. Нәҡ шундай ауырыуҙарға «Риа-Медоптик» үҙәге сәләмәтлек бүләк итә. «Риа-Медоптик» клиникаһы республиканың офтальмология өлкәһендә генә түгел, ә ил күләмендә билдәле. Ул тәү башлап ун бер йыл элек баш ҡалабыҙ Өфөлә ойошторола. Бөгөн инде клиника, республика сиктәрен уҙып, Ҡара диңгеҙ, Себер тарафтарына тиклемге географик киңлекте биләй. Әммә клиника хеҙмәтенең әһәмиәте ер йөҙөн солғап алыу менән түгел, һаулығын нығытҡан пациенттарҙың йылдан-йыл арта барыуы менән баһалана. Күреү һәләтен юғалтҡан меңдәрсә кеше ҡабат яҡты донъяны күреү бәхетенә ирешә.

    авторы: admin | 19 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    "Гәлсәр"ҙәрҙе халыҡ ярата Мәҙәниәт

    "Гәлсәр"ҙәрҙе халыҡ ярата«Гәлсәр һандуғас» – республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан иң шәп моң әһелдәрен туплаған, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы ойошторған берҙән-бер телевизион проект. БСТ каналы тамашасылары был проектты яратып өлгөрҙө лә инде. Фестивалдең гала-концертында кон­курстың һуңғы дүрт йылы лауреаттары сығыш яһаясаҡ. Ошо һәм башҡалар хаҡында проекттың етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
    Земфира БАЙБУЛДИНА менән әңгәмәләштек.
    – «Гәлсәр һандуғас» телефестивале 2001 йылда тәүге тапҡыр эфирға сыҡты. Конкурс түгел, ә фестиваль булараҡ барлыҡҡа килде һәм уның маҡсаты Яңы йыл төнөнә республикабыҙҙың танылған артистары ҡатнашлығында байрам концерты әҙерләү ине. Быға тиклем, Яңы йыл сәғәттәре һуҡҡас, халыҡ үҙәк телевидение концерттарын ҡарай торғайны. Сөнки «Башҡортостан» телевидениеһында ундай башҡорт телендәге тамаша булманы. Шулай итеп, был проект өс йыл дауам итте, һәм уны алып барыу бәхете миңә эләкте. Етәкселеккә оҡшағас, «Гәлсәр һандуғас» өҫтөндә әүҙем эш башланды. Продюсерлыҡ үҙәге булдырылып, яңы исемдәр асыу, йәш йырсыларҙы камиллаштырыу конкурстың төп маҡсатына әйләнде.

    авторы: admin | 19 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Рәсәй өсөн һәр кем мөһим!» Яңылыҡтар

    Бындай сара һәр дәүләт өсөн дә мөһим, һәм унда һәр кешенең ҡатнашыуы тотороҡло үҫешкән йәмғиәт өсөн даими һәм йоғонтоло социаль сәйәсәт булдырыу өсөн кәрәк. Уны үткәреү дәүләттең эске эше генә түгел, был процесс барышында алынған мәғлүмәттәр БМО программаһы буйынса ҡаралған Бөтә донъя халыҡ иҫәбен алыуҙың бер өлөшө лә булып тора. Ер шарында йәшәгән халыҡтар тураһында мәғлүмәттәр базаһын булдырыу ҡарала. БМО-ның Статистика комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда донъяның 70-тән ашыу илендә халыҡ иҫәбе алынасаҡ. Был эш шулай уҡ БМО тарафынан Бөтә донъя халыҡ иҫәбен алыу программаһы һәм 2010 йылда Торлаҡ фонды раунды программаһы сиктәрендә лә үткәреләсәк.

    авторы: admin | 19 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тоҡандырыусы, әйҙәүсе, уятыусы ла Сәйәсәт

    Тоҡандырыусы, әйҙәүсе, уятыусы ла«Урал» башҡорт халыҡ үҙәге йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлегенә байҡау яһағанда, уның барлыҡҡа килеү мәлен, шул йылдарҙа булған ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрмәйенсә мөмкин түгел. Эйе, үткән быуаттың 90-сы йылдары боролоштар, үҙгәрештәр осоро. Ул йылдарҙа республика халҡының, милләттәштәребеҙҙең рухын уятыусы, хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалаусы ролен дә үтәне үҙәк. Бөгөн һиллек, тыныслыҡ хөкөм һөрә кеүек, әммә был хәл итәһе мәсьәләләр юҡ тигәнде аңлатмай. «Урал» үҙәге халыҡ мәнфәғәтен яҡлау йәһәтенән әле лә үҙ алдына мөһим бурыстар ҡуйып эш итә. Улай ғына ла түгел, иңенә телебеҙ, еребеҙ, тәбиғәтебеҙ киләсәге кеүек ил хәстәрен дә һалған. Ике тиҫтә йыл эсендә башҡарылған эштәр һөҙөмтә бирҙеме? Әлеге көндә үҙәк тарафынан ниндәй мәсьәләләр хәл ителә? Халыҡтың өмөтө аҡланамы?
    «Урал» халыҡ үҙәге етәксеһе, отставкалағы подполковник, уңышлы эшҡыуар, Юрматы ырыуының ҡор башы, хәйриәлек эше менән әүҙем шөғөлләнеүсе Риф Шәрифрахман улы Иҫәнов уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша.

    авторы: admin | 19 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Геройҙарыма «Һеҙ» тип өндәшәм» Мәҙәниәт

    «Геройҙарыма «Һеҙ» тип өндәшәм»– Хөрмәтулла Ғаззалиевич! Театрҙағы хеҙмәт юлығыҙ нисек башланып китте? Ул йылдар матбуғаты яҙыуынса, Һеҙ, башҡорт театры сәхнәһенә «утлы өйөрмә» булып, Әсғәт Мирзаһитовтың «Утлы өйөрмә» драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге төп роль – Айтуған образы менән килеп ингәнһегеҙ.
    – Студент йылдарында уҡ, тәүге курстың аҙаҡтары тирәһендә, йырлы-бейеүле күмәк сәхнәләргә йөрөй башланыҡ. Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ында, һабантуй сәхнәләрендә һәм башҡа уйындарҙа ҡатнашҡан йәштәр сифатында йөрөүебеҙ бөгөнгөләй хәтерҙә. Уҡыуҙы тамамлағас, үҙебеҙҙең таныш булған, яҡын күргән театрыбыҙға, таныш коллективҡа эшкә килдек.
    Лек Вәлиевтың, «Утлы өйөрмә» спектакленең репетицияһына саҡырып, студент кешегә ҙур ышаныс, өмөт бағлауын тулҡынланыу менән ҡабул иттем. Әҫәрҙең бөтә нескәлеген тойоп, аңлап башҡармаһам да, был минең өсөн бик ҙур тәжрибә булды. Студент йылдарынан уҡ репетицияларға килеп йөрөү персонаждар, геройҙарҙы яҡынданыраҡ белеүгә булышлыҡ итте. Шулай уҡ Хөсәйен Ҡудашев, Дәриға Фәйзуллина, Илшат Йомағолов кеүек бөйөк артистар менән бергә эшләүе үҙе бәхет ине.
    Һәр бер артисҡа Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡу­йылған спектаклдәрҙә уйнау – үҙенә күрә тормош мәктәбе үтеү, тип әйтер инем. Ижад юлымдың башында уҡ Мостай Кәримдең әҫәре менән күҙмә-күҙ осраштым – диплом эшем әҙиптең «Йәйәүле Мәхмүт» спектаклендә Мәхмүт роле булды.

    авторы: admin | 19 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Апайыма хат Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Апайыма хатӘсмә апай! Беҙ бына байтаҡ ғүмер кисергәнбеҙ, әммә шул йылдар эсендә һиңә бер ҡасан да хат яҙғаным булманы.
    Әлбиттә, хәҙерге заманда телефондан шылтыратып та әйтер һүҙҙе еткереп була. Тик хатты, иҫкә төшкәндә, һуңынан да алып уҡыйһың бит, шул яғы яҡшы.
    Тәбиғи, олоғая бара бала саҡ, йәшлек йышыраҡ иҫкә төшә. Ә беҙҙең бала саҡ бик ауыр заманда – һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа үтте. Ә барыбер бала саҡ – ғүмерҙең иң матур мәле. Ауылыбыҙ Яңы Ҡауарҙы (Ғафури районы) донъяның матур, ожмахтай ерендә урынлашҡан. Бейек тирәктәр араһынан аҡҡан йылы Еҙем йылғаһы, күпереп ятҡан туҡ иген баҫыуҙары, еләкле ҡыуаҡлыҡтар – ысын ожмах шул! Ә ауыл урамы ниндәй йәшел – көнө буйы ауна. Ә беҙҙең өй, ауылдағы иң матур өй, атайымдың оҫта ҡулдары менән һалынған. Ул ауылдың иң уртаһында – мәктәп менән контора эргәһендә.

    авторы: admin | 19 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тыуған ере – алтын өҫтөндә, Башҡортостан » Юбилейҙар

    Тыуған ере – алтын өҫтөндә,Тормош шулай бит ул... Тап бөгөн атҡан таңға, бөгөн сыҡҡан ҡояшҡа ынтылып бер ҡарамай, иртәгә атасаҡ таңды, сығасаҡ ҡояшты көтөп ғүмер уҙа. Әйтелмәгән йылы һүҙ, ҡылынмаған изгелек, бөгөн сыҡҡан ҡояш кеүек, офоҡ араһына инеп юғала.
    Аҙмы-күпме йәшәлгән ғүмеремдә күпме изгелек ҡылғанымды хәтерләмәйем. Әммә миңә ҡарата ҡылған изгелектәрҙе онотасағым юҡ. Оноторға хаҡым юҡ.
    Ул саҡта Башҡорт дәүләт университетының IV курсында уҡый инем. «Махсус курс» буйынса беҙҙе профессор Эрнст Ишбирҙин уҡыта башланы. Быға тиклем беҙ уны «Башҡорт әҙәби теленең тарихы» китабының авторҙашы булараҡ, «Историческое развитие лексики башкирского языка» һәм «Башҡортостан ҡоштары» китаптары буйынса күптән белә инек инде.

    авторы: admin | 19 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шәжәрәләрҙә – милләт тарихы Мәҙәниәт, Башҡортостан

    Шәжәрәләрҙә – милләт тарихыХалҡының тарихын, милләтенең үткәнен һәм үҙенең та­мырҙарын яҡшы белгән кешенең бөгөнгөһө бар һәм киләсәге өмөтлө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ата-бабаларыбыҙ был принципҡа таянып эш иткән һәм нәҫел-нәсәпте, туған-тыумасаны барлауға, өйрәнеүгә айырыуса иғтибар бүлгән. Ете быуынға тиклем шәжәрәһен белеү һәр кемгә мотлаҡ һаналған. Бөгөн халҡыбыҙҙың ошо күркәм йолаһына йәнә йән инде, шәжәрәләрҙе өйрәнеү һәм шәжәрә ағасын төҙөү шөғөлө тергеҙелде. Республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа был йүнәлештә шаҡтай оло эштәр башҡарылды. «Башҡортостан халыҡтары» дәүләт программаһы һәм Башҡор­тостан Республикаһы халыҡтарының фольклорын тергеҙеү, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса программаға ярашлы, БР Хөкүмәте ҡарары буйынса республикабыҙҙа Шәжәрә байрамдары, йыйындар ойошторола башланы.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru