Күрексенең туны юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Халыҡ яратҡан баҫмаларын ваҡытында алһын өсөн сара күрәсәкбеҙ» Башҡортостан

    «Халыҡ яратҡан баҫмаларын ваҡытында алһын өсөн сара күрәсәкбеҙ»Почта һәм халыҡ үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә йәшәй: һәр кем тиерлек теге йәки был матбуғат баҫмаһын алдыра, элемтә бүлексәһе аша коммуналь хеҙмәттәргә түләй, пенсия ала, хат ебәрә һ.б. Шул уҡ ваҡытта ошо өлкәлә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә тыуып тора. Мәҫәлән, беҙҙең редакцияға, гәзитте ваҡытында уҡый алмауҙары тураһында хәбәр итеп, йыш шылтыраталар. Уҡыусыларыбыҙ, дөйөм алғанда, башҡа бик күп һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итә. Ошоларҙан сығып «тура бәйләнеш»тәр ойошторола ла инде.
    Алдан хәбәр итеүебеҙсә, сираттағы шундай сара почта эшмәкәрлегенә ҡағылды. Һорауҙарға Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы директоры урынбаҫары Тәлғәт Хәтми улы Гәрәев яуап бирҙе.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Виктор Козловтың кумиры Владимир Крутов булған Яңылыҡтар » Спорт

    Виктор Козловтың кумиры Владимир Крутов булғанВиктор Козлов 1975 йылдың 14 февралендә Тольяттиҙа тыуған. Буйы 193 см, ауырлығы 103 кг. Үҙәк һөжүмсе. 1993 йылда Мәскәүҙең «Динамо» командаһы составында Рәсәй чемпионы исемен яулай. Шул уҡ йылда НХЛ-дың «Сан-Хосе» клубы менән контракт төҙөй. Унда 1997 йылға тиклем уйнағас, ете йыл «Флорида»ға ярҙам итә. Һуңынан «Нью-Джерси», «Айлендерс» һәм «Вашингтон» командаларында ла уйнап өлгөрә. Өйләнгән. Ҡатыны менән ҡыҙ үҫтерә. Ҡара төҫтәге «Мерседес» машинаһы бар. СӘКӘН тотоп, шайба ҡыуаларға мине бәләкәйҙән атайым ҡотортто, сөнки үҙе лә эшләгән заводының командаһында уйнай торғайны. Дүрт йәшемдә конькиға баҫтырып, алты йәш тулғанда «Торпедо» клубы секцияһына алып барҙы. Һәм шунан башланды ла инде хоккей­ға һөйөү. Тәүге тренерым Николай Николаевич минең менән 16 йәшем тулғансы шөғөлләнде.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бейеү Әҙәбиәт » Хикәйә

    – ... Рим Йәләлиевич, әйҙәгеҙ, түрҙәнерәк урын алығыҙ. Хәҙер концерт башлана. Һыуһап китмәнегеҙме? Концерттан һуң ҙур тирмәгә рәхим итегеҙ, сәй табыны ойошторабыҙ.
    Минең ашағым да, эскем дә килмәй. Һөйөнөслө, ләззәтле бер халәттәмен. Ап-аяҙ, ҡояшлы матур көн, көньяҡтан талғын ғына йомшаҡ йылы ел иҫә. Урман алдындағы иркен яланға яҡын тирә дүрт ауыл халҡы байрамға йыйылған. «Әлдә ҡайтҡанмын», – тип, ҙур ҡәнәғәтлек менән уйлап ҡуйҙым. Китаптарҙы ла тараттым. Шиғырҙарҙы уҡыным. Һуңынан әллә кемдәр килеп, ҡулымды ҡыҫып: «Һай, Рим бабай, һеҙ шағир икән бит, белмәй йөрөгәнбеҙ», – тип китте. «Ни ҡалған ул ауылыңда, енләндең инде ғүмер буйы», – тип һуҡранған ҡатынымдың да кәйефе яҡшы. «Һәйбәт һөйләнең, ҡарт», – тип беләгемде ҡыҫа, ана. Һе, күпме әҙерләнеп ни. Әле Рим ағайыңмы!

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Мәскәүҙә Украина телевидениеһын ҡарарға буламы?
    Яуап:
    – Антеннаға бер киҫәк сало йәбештерһәң, була.
    * * *
    – Кисә телевизорҙан «Проблемағыҙ булһа, уларҙан «Опель» машинаһына ултырып ҡасығыҙ» тигән реклама күрҙем. Их, шундай машинам булыуын теләйем.
    – Ә мин үҙемдә улар­ҙың проблемаһы булыуын теләр инем.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡ бәйгеһе Конкурстар, Шиғырҙар

    Таҡмаҡ бәйгеһеҺоҡланып, ғорурланып, хайран ҡалып, көлөүҙән эсебеҙ ҡатып ултырабыҙ әле. Шул тиклем дә халҡыбыҙ талантлы, иҫ киткес йор һүҙле, тәгәрәп китерлек төртмә телле лә инде! «ТАҠМАҠ» бәйгеһен иғлан итеп тә өлгөрмәнек, килеп төштө бер ҡосаҡ хат. Ҡайһы арала ижад итеп өлгөргәндәр ҙә, ҡайһы арала ебәргәндәр тиң уларҙы – һәр береһе бер хазина. Шуға күрә гәзит битендә һәр авторға урын бирергә тырышасаҡбыҙ. Бөгөнгөһөн уҡып, һеҙ ҙә, гәзит уҡыусыбыҙ, беҙ әйткәндәрҙең хаҡ икәненә инана тор. Әйткәндәй, киләһе йыл елле таҡмаҡтар, шәп хикәйәләр, уйландырғыс мәҡәләләр уҡығың килһә, «Йәшлек»кә яҙылырға онотма.
    Бер һүҙ башлағас, «ТАҠМАҠ» бәйгеһенең ике төп шартын иҫкә төшөрөп китәйек әле.
    1. Ҡатнашыусы мотлаҡ «Йәшлек»тең дуҫы бу­лырға, йәғни баҫманы алдырып уҡырға тейеш.
    2. Ике ай һайын яңы тема тәҡдим ителәсәк һәм ҡатнашыусы шул теманан тайпылмаҫҡа бурыслы.

    авторы: admin | 17 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»те туғандай яҡын күрәм Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Йәшлек»те туғандай яҡын  күрәм«Йәшлек» менән дуҫлығыма ике тиҫтә йылдан ашып китте. Был дуҫлыҡҡа хыянат итеү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Киреһенсә, хәҙер инде ул туғанлыҡҡа әйләнеп бара. «Йәшлек» миңә ни өсөн яҡын һуң?
    Беренсенән, уҡытыусы булараҡ, дәрескә әҙерләнгәндә гәзиттән бөтә мәғлүмәттәр­ҙе – фәһемле мәҡәләләрҙе, актуаль яңылыҡтарҙы, файҙалы кәңәштәрҙе ҡулланам.
    Икенсенән, әҙәбиәт һөйөүсе, ижад итеүгә ынтылған кеше булараҡ, «Йәшлек» миңә ҡанат ҡуйҙы. Мәҡәләләрем, хикәйәләрем унда донъя күрҙе. Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсында еңеү яулауым да илһамландырҙы.
    Өсөнсөнән, гәзит һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс бәйгеләр ойоштороп тора. Әле бына «Таҡмаҡтар» конкурсы башланыуға ихлас ҡыуандым.
    Ҡыҫҡаһы, «Йәшлек» – ысын мәғәнәһендә халыҡ гәзите.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләһе йылда нисек ял итәсәкбеҙ? Яңылыҡтар » Иғтибар

    2010 Яңы йыл байрамдарында, ғәҙәттәгесә, 10 көн буйына ял итәсәкбеҙ. 11 ғинуар тәүге эш көнө иҫәпләнә, тип хәбәр итә Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Иван Шкловец. Бындай ҡарар ил Хөкүмәтенең 1 декабргә тиклем Яңы йыл каникулы тураһында бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итмәүенән сығып эшләнгән.
    РФ Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, киләһе йылда бер кем дә Яңы йыл байрамы ялдарына үҙгәреш индерергә йыйынмаған. 2010 йылдың 1 – 5 ғинуары, ғәҙәттәгесә, ял көндәре һанала. 2 һәм 3 ғинуар­ҙың шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренә тура килеүен иҫәптә тотоп, шәмбенән ял көнө – 6 ғинуарға, ә 3 ғинуарға тура килгән байрам көнө 8 ғинуарға күсерелә. 7 ғинуар илебеҙҙә Раштыуа байрамы булараҡ билдәләнә. Ә 9 һәм 10 ғинуар календарь буйынса ял көндәренә тура килә. 2010 йылда шулай уҡ 27 февраль, шәмбе көнөнә тура килгән ял көнө, 22 февралгә, дүшәмбегә, ә 13 ноябрь йомаға, 5 ноябргә, күсерелә. Шулай итеп, ил халҡы февралдә һәм ноябрҙә дүртәр көн дауамында ял итәсәк.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый… Башҡортостан, Милли проекттар

    Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый…Ҡаҙыр ауылы – күркәм тәбиғәт ҡуйынында, тауҙарға һыйынып ултырған ауылдарҙың береһе. Уҙған йомала унда электән һаҡланып килгән йолаларыбыҙҙың береһе – ҡаҙ өмәһе үтте. Ғөмүмән, был ауылда ҡаҙы булмаған ихата юҡтыр тиһәк, һис тә яңылыш булмаҫ. Күрше Һеңрән ауылы һылыуы Лилиә бәләкәй саҡтан уҡ әсәһе Нәжүҙә апайҙан ҡаҙ үстереү серҙәренә өйрәнә. 1991 йылда Ҡаҙыр ауылы егете Заһит менән ғаилә ҡорғас, үҙе лә йыл һайын күпләп ҡаҙ аҫрай башлай. 16 йыл дауамында инкубатор ярҙамында 35 – 40 бәпкә сығара. Тырыштарға уңыш юлдаш, тигән әйтем нәҡ Зариповтарға ҡарап әйтелгән. Быйыл уңған ғаиләгә бәхет йылмая – уларға ҡаҙ үрсетеү өсөн район программаһы буйынса 11 мең 250 һум субсидия бүленә. Улар был аҡсаға 100 бәпкә һатып ала.
    – Әлбиттә, себештәрҙе үстергәнсе ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы – минең ышаныслы ярҙамсыларым бар, – ти Лилиә.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru