Балта сапҡансы, түмәр ял итә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    БР Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда Рәсәй Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалымдар буйынса комитеты рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы ағзаһы Галина Карелова менән осрашты.
    Эшлекле осрашыуҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең эше, партия ҡоролошо проблемаларына ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды.
    Галина Карелова социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә республикабыҙҙың тәжрибәһен юғары баһаланы, ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда бөтә социаль йөкләмәләрҙең тулы күләмдә үтәлеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшҡыуарлыҡ үҫеше – иҡтисадҡа ярҙам Иҡтисад

    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге киңәйтелгән ултырышта эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре, 2009 йылда бүленгән финанс ресурс­тарын файҙаланыу буйынса һөйләшеү булды.
    Шәхси эшҡыуарлыҡ быйыл бик ҙур суммала ярҙам алды – барлығы 1,8 миллиард һум самаһы, шул иҫәптән республика бюджетынан – 500 млн, федераль ҡаҙнанан 573 млн һум. Бынан тыш, Башҡортостан эшҡыуарлыҡ субъекттарын кредитлауҙы әүҙемләштереү өсөн 800 миллион һум күләмендә лимит алды.
    Ил төбәктәренә финанс ярҙамы конкурс буйынса бүленде. Башҡортостан өлөшөнә төшкән лимит 2009 йылда иң күләмлеһе. Артабан Татарстан (623 миллион һум) килә. Республиканың да бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһының төп йүнәлеше – бизнесҡа финанс ярҙамы.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    РФ эске эштәр министры урынбаҫары Аркадий Еделев Гудермес ҡалаһында Чечен Республикаһы Президенты Рамзан Ҡадировҡа милиция генерал-майоры погондарын тапшырҙы.
    Еделев РФ эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиевтың күрһәтмәһен үтәүен белдерҙе. Ул Рамзан Ҡадировҡа Нурғәлиевтың бүләген – «Эске эштәр министрлығы: кисә, бөгөн, иртәгә» китабын тапшырҙы. Погондарҙы һәм бүләкте тапшырып, министр урынбаҫары, Чечня Президентының бөтә Төньяҡ Кавказ төбәгендә законлылыҡ һәм тәртип урынлаштырыуҙа, республиканың тыныс тормошон тәьмин итеүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге күңелле кешеләр бар икән! Башҡортостан

    Изге күңелле кешеләр бар икән!«Бала йөрәгенә ҡағыл» хәйриә акцияһы тамамланды. Милләт сәләмәтлеге лигаһы һәм А. Бакулев исемендәге Йөрәк һәм йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәге ойошторған «Бала йөрәгенә ҡағыл» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы барышында тыумыштан йөрәк өйәнәкле балаларҙы дауалауға 10 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды. Бағыусылар аҡса күсереүҙе һаман дауам итә.
    «Бала йөрәгенә ҡағыл» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы илебеҙҙә 1999 йылдан үткәрелә. Был проекттың маҡсаты – йәмәғәтселекте тыумыштан килгән йөрәк өйәнәген тулыһынса дауалау мөмкинлеге менән таныштырыу һәм ошондай диагнозлы балаларҙы дауалауға адреслы финанс ярҙамы күрһәтеүгә йәлеп итеү.
    Акция сиктәрендә Өфөлә медиктар ике аҙна буйы балаларҙың һаулыҡ торошон тикшерҙе, телевизион күперҙәр, телевизион һәм радиотапшырыуҙар, ауырыу балалар өсөн концерттар һәм спорт саралары ойошторолдо.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ысын ҡиммәттәрҙе тергеҙеү мөһим Яңылыҡтар, Сәйәсәт

    Ысын ҡиммәттәрҙе тергеҙеү мөһимӨфө ҡалаһының «Аҡбуҙат» ипподромы манежында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән журналистарҙы йыйған был форум медиабаҙар профессионалдары араһында диалогты көйләргә, Ватан журналистикаһының кимәлен күтәрергә, автор­ҙарҙың иғтибарын заманыбыҙҙың көнүҙәк проблемаларына йүнәлтергә тейеш.
    «МедиаСоюз» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы, РФ Йәмәғәт палатаһы, Матбуғат һәм коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Хө­күмәте, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ ярҙамында ойошторолған «Ҡиммәттәр системаһы» фестивален асыу тантанаһында БР Президентының дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Мат­буғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе Эдуард Юлдашев, РФ Йәмәғәт палатаһының Мәҙәни һәм рухи мираҫты һаҡлау буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары, «МедиаСоюз» ойошмаһының вице-президенты Елена Зе­линская, «Эксперт» журналының баш мөхәррире, «МедиаСоюз» йәмәғәт ойошмаһының президенты Валерий Фадеев, республикабыҙҙың башҡарма власть органдары вәкилдәре, журналистар ҡатнашты.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тиҙҙән «Байыҡ» телевизион конкурсы еңеүселәре билдәләнәсәк Мәҙәниәт

    Тиҙҙән «Байыҡ» телевизион конкурсы еңеүселәре билдәләнәсәкДонъя халыҡтарын таң ҡалдырған феноменаль күренеш – милли сәнғәтебеҙҙең аҫыл өлгөһөн тәшкил иткән башҡорт бейеүе – халҡыбыҙҙың мил­ли хазинаһы. Уның бар сағыулығын, нәфис өл­гө­ләрен киләсәк бы­уын­ға тапшырыу иһә изге бурысыбыҙ. Был йәһәттән «Башҡортос­тан» дәүләт телерадиокомпанияһы Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторған «Байыҡ» телевизион конкурсы ҙур эш башҡара. Икенсе йыл рәттән йөрәгендә бейеүсе осҡоно янған йәш-елкенсәктән алып сал сәсле инәй-олатайҙарға тиклем проектта ҡатнашып, һәләтен танытыу мөмкинлегенә эйә. Ә инде бейеү сәнғәтенә ғашиҡ тамашасы һәүәҫкәрҙәрҙе «зәңгәр экран» аша рәхәтләнеп тамаша ҡыла, бәйгеселәр өсөн янып-көйә.
    Быйыл йәй Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығында Башҡортостан Республикаһы Президенты призына балалар һәм үҫмерҙәр араһында ойошторолған «Байыҡ» фестивале тотош республиканы шаулатҡайны.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балаға дарыу урынына карбофос ҡаҙағандар Яңылыҡтар

    Ете айлыҡ балаға туғандары осраҡлы рәүештә карбофос инъекцияһы эшләгән – ағыу­лы ампуланы уларға күршеһе, Иглин үҙәк район дауаханаһы табип-педиатры биргән булған.
    Тәфтишсе К. Слабов һөйләүенсә, 20 йәшлек ата-әсә, балалары ауырып киткәс, педиатр булып эшләгән күршеләренә мөрәжәғәт итә. Педиатр сабыйға антибиотик ҡаҙарға тәҡдим итә. Аҡсалары булмағас, ата-әсә дарыуҙы табиптың үҙенән һорап ала. Тикшереү һөҙөмтәләре шуны күрһәткән: табип антибиотик инъекцияһы урынына карбофос ампулаһын тоттороп сығарған. Инъекция эшләгәндән һуң 20 минут үткәс, баланың хәле насарайған. Ата-әсә уны район дауаханаһына алып бара. Туғыҙ көндән һуң комалағы бала һәләк була.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Хәүефһеҙлек тураһында бер фажиғәнән икенсеһенә тиклем генә түгел, көн һайын уйларға кәрәк» Башҡортостан

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев аҙналыҡ оператив кәңәшмәне Пермдәге фажиғәлә һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алыуҙан башларға тәҡдим итте.
    – Янғын хәүефһеҙлеге тураһында йыш һүҙ ҡуҙғатабыҙ, – тине ул, һүҙен башлап. – Халыҡты үҙенә күпләп йыйған объекттар, социаль әһәмиәтле урындар даими иғтибар үҙәгендә. Йыл башында уҡ Хөкүмәт бойороғо менән был маҡсатта етерлек аҡса бүленде. Вице-премьер Р. Диваев үҙенең сығышында янғын хәүефһеҙлеге буйынса сараларға 540 млн һумдан ашыуыраҡ аҡса бүленеүен әйтеп киткәйне.
    Республикала халыҡты үҙенә күпләп йәлеп иткән 297 күңел асыу урыны бар. Уларҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү буйынса хәл-торошто тикшереү учреждениеларҙан хәүеф-хәтәр ихтималында эвакуацион сығыу урыны һәм шәхси һаҡланыу сараларының булмауы иң киң таралған ҡағиҙә бо­ҙоуҙарҙың береһе булып тороуын күрһәтте.
    Премьер ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса хөкүмәт комиссияһына бөтә күңел асыу, ял итеү учреждениеларын тикшерергә ҡушты.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru