Иртә торған егеттең ырыҫы артыҡ, иртә торған ҡатындың өлөшө артыҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек эштәре бара Яңылыҡтар

    Башҡортостанда 2010 йылда үткәреләсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек эше дауам итә. Әле ауыл-ҡалаларҙа йорттар исемлеге төҙөлгән һәм картографик материал аныҡланған. Киләһе йылдың феврале уртаһына тиклем 54 райондың, 21 ҡаланың һәм Өфөгә ҡараған ете райондың ойоштороу пландарын төҙөргә һәм раҫларға кәрәк. Ул эш тамамланғас, Башҡортостан буйынса йыйылма ойоштороу планы төҙөләсәк.
    «Башҡортостанстат» мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ойоштороу планы – халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү өсөн төп документ. Ул һәр ауыл-ҡала, район, Рәсәй Федерацияһы субъектын, халыҡ иҫәбен алыусыға уртаса норманан сығып, перепись, инструкторлыҡ һәм иҫәп-хисап участкаларына бүлеүҙе үҙ эсенә ала. Илдең бөтә территорияһы, шул иҫәптән Башҡортостандыҡы ла, перепись участкаларына бүленәсәк, уларҙың һәр береһенең составында дүрт инструкторлыҡ участкаһы буласаҡ. Был участкалар тағы ла дүрт иҫәп-хисап участкаһына бүленә һәм һәр береһендә бер иҫәп алыусы эшләйәсәк. Ул уртаса 400 кешенең иҫәбен алырға тейеш. Инструкторлыҡ участкаһының эше менән инструктор-контролләүсе етәкселек итәсәк.
    Ҡалтасы, Архангел, Баҡалы райондарының, шулай уҡ Ағиҙел һәм Межгорье ҡалаларының ойоштороу пландары раҫлау өсөн әҙер ҙә инде.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙекеләр һынатмаҫ Конкурстар, Әҙәбиәт

    Беҙҙекеләр һынатмаҫРеспублика уҡыусы йәштәр мәҙәни үҙәгендә «Йәштәр – илебеҙ киләсәге» республика әҙәби эштәр конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
    Башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй әҙәби эштәр конкурсы сиктәрендә уҙған был ижади бәйге Башҡортостанда иғлан ителгән Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналды.
    Уҡыусыларҙың ижади һәләтен арттырыу, рухи мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында уҙғарылған конкурста республикабыҙҙың 60 башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеһынан 165 әҙәби эш ҡатнашты. Улар жюри тарафынан дүрт номинацияла баһаланды. Конкурстың шартына ярашлы, һәр номинацияла дүртәр еңеүсе билдәләнде.
    Шулай итеп, «Йәштәр һәм сәләмәт тормош» номинацияһында Александр Пастух (Өфө) I урынды яулаһа, «Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында» номинацияһында еңеү Белореттан Любовь Мартемьяноваға йылмайҙы.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡытыусыларға - "Йәшлектән" хат! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Өс-дүрт көн элек кенә Белорет районынан бер ханым шылтыратты.
    – Беҙ урыҫ ауылында йәшәйбеҙ, шуға күрә тамам урыҫлашып бөткәнбеҙ. Килен алырға йөрөйбөҙ ҙә, ошоға бәйле башҡорт йолаларын белмәйбеҙ. Гәзитегеҙ биттәрендә шул турала яҙа алмаҫһығыҙмы икән? – тип һораны.
    – Бик кәрәккәс, яҙырбыҙ, – тинек һәм башҡортса бер нисә китап тәҡдим иттек.
    Ханым был китаптарҙы таба алырына шик белдергәс, улар ни һәр башҡорт теле, шулай уҡ башҡорт мәҙәниәте уҡытыусыһында ла, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрендә лә барҙыр инде, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Сөнки нәҡ уҡытыусылар һәм клуб хеҙмәткәрҙәре, йәғни зыялыларыбыҙҙың алдынғы сафында барыусылар һәр нәмә хаҡында хәбәрҙар булырға тейеш һәм элек-электән халыҡ, йәш быуын араһында мәҙәни-ағартыу-аңлатыу эше алып барған.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гимназиялар гәзитһеҙ ҡалмаһын! Башҡортостан

    Гимназиялар гәзитһеҙ ҡалмаһын!Мәктәп йәшендәге балалар менән осрашыуға барғанда айырыуса тулҡынландыра, күңелдә ҡыуаныс тантана итә. Сөнки йәш уҡыусыларыбыҙҙың гәзиткә баһаһын ишетеү, тәҡдимдәрен тыңлау, улар менән яҡындан аралашыу беҙҙең өсөн бик мөһим.
    Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернатында «Балалар һәм үҫмер­ҙәрҙең тормошо – гәзит һәм журналдар биттәрендә» тип аталған матур осрашыу үтте. Унда киң матбуғат саралары вәкилдәре менән баш ҡалабыҙҙың республика гимназия һәм лицейҙары уҡыу­сылары осрашты. Ошо сара менән бер рәттән, бында волейбол, теннис һәм атыу буйынса спартакиада ла башланды. Уҡыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге етәксеһе Альберт Ҡорманов, республиканың мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, уның урынбаҫары Артур Сурин һәм башҡалар тәбрикләне.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һеҙҙән – хикәйә, беҙҙән – бүләк Конкурстар, Хикәйә

    «Йәшлек» республика йәштәр гәзите Башҡортостан Яҙыусы­лар союзы һәм Көйөргәҙе ра­йоны хакимиәте менән берлектә иғлан иткән яҙыусы Рәшит Солтангәрәев исемендәге әҙәби конкурстың ойоштороусылары рәтенә Башҡортостан «Китап» нәшриәте лә ҙур теләк менән ҡушылды. Нәшриәттең генераль директоры Зөфәр Тимербулатов билдәләүенсә, конкурста донъя күргән хикәйәләр киләсәктә айырым китап булып баҫылып сығасаҡ.
    Конкурсыбыҙҙың маҡсаты әүәлгесә – Рәшит Солтангәрәев­тың яҡты иҫтәлеген тағы ла мәңгеләштереү, хикәйә жанрын йәнләндереп ебәреү һәм яңы исемдәр асыу.
    Конкурстың шартына ярашлы, редакциябыҙға килгән бөтә эштәр ҙә ҡарала, әммә тере образдары, һутлы халыҡсан теле, йөрәк йылыһы, фекер һәм хис дөрөҫлөгө менән йәлеп иткәндәре генә гәзиттә баҫылып сығасаҡ. Ҡулъяҙмалар, юл араларын һәм тыныш билдәләрен иҫәпкә алып, 15 – 20 мең билдәнән артмаҫҡа тейеш. Конкурсҡа профессиональ һәм башлап яҙыу­сы­ларҙың беренсе дана әҫәрҙәре ҡабул ителә, йәғни хикәйәләр быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫыл­ған булырға тейеш түгел.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек» гүзәле – 2009» конкурсы еңеүселәрен бергәләп билдәләйек, дуҫтар! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    «Йәшлек» гүзәле – 2009» конкурсы еңеүселәрен бергәләп билдәләйек, дуҫтар!«Йәшлек» гүзәле – 2009» конкурсында йыл дауамында ни бары ун ғына һылыуҡай ҡатнашты. Был тәү сиратта бәйгелә ҡатнашыусыларҙың конкурс шарттарына иғтибарлыраҡ булмауына бәйле. Ә шарт буйынса ҡыҙҙар мотлаҡ рәүештә редакцияға буй-һынын тулыһынса кәүҙәләндергән бер нисә фоторәсемен ебәрергә һәм уларҙа заман башҡорт ҡыҙының образы сағылыш табырға тейеш. Бөгөн бит беҙ техника һәм технологиялар үҫешкән осорҙа йәшәйбеҙ һәм республикабыҙҙың бөтә мәктәптәре лә тиерлек интернет селтәренә тоташтырылған. Үҙегеҙ хаҡындағы ҙур булмаған ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле хатығыҙҙы конвертҡа һалып ебәргән осраҡта ла, фоторәсемде интернет аша гәзитебеҙҙең электрон адресына һа­лырға мөмкин бит. Ошо күпкә уңайлы ысулды ҡыҙҙар киләһе йылда күҙ уңында тотһон ине.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Хикмәтле хикәйәттәр: Ил гиҙеүсе һәм Алла Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бер ил гиҙеүсе йәшәгән һәм ул, әҙәм бара алмаҫлыҡ ерҙәрҙә булып, үҙе артынан кешеләрҙе эйәртеп, дин юлына баҫтырыуы менән дан ҡаҙана.
    Бына уның карабы тик бер генә кеше йәшәгән бәләкәй генә утрау янында туҡтай. Ил гиҙеүсене ул кешенең күҙҙәренең шул тиклем дә саф булыуы, унан да бигерәк бер ҡасан да Алла хаҡында ишетмәүе аптырата. Илгиҙәр бик оҙаҡ итеп Уның хаҡында һөйләй. Һәм әле уны был кеше һымаҡ береһенең дә шул тиклем ихлас итеп тыңлағаны һәм аңлағаны булмауына төшөнә. Ул уға төрлө доғалар өйрәтә, икәүләшеп Аллаға табыналар.
    Бер нисә көндән һуң ил гиҙеүсе үҙенең ҡылған эштәре менән ҡәнәғәт булып, утрауҙан китергә йыйына.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Эй, ир кеше, һеҙҙең артығыҙҙан нимә һөйрәлеп бара ул?
    – Ә, «Ока» машинаһынан сыҡҡас, хәүефһеҙлек ҡайышын ысҡындырырға онотҡанмын...
    * * *
    – Ҡыҙҙар, беҙҙең никах буласаҡ, – тип шатлығы менән уртаҡлаша ҡыҙ хеҙмәттәштәренә. – Уның исеме – Роберт. Ул мине үпте лә: «Һинең ирендәрең рауза сәскәһенең таждарын хәтерләтә», – тине.
    – Ә, теге Робертмы... – тине ҡыҙҙар хор менән.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru