Сит ил эштәре министрлығында – яңы вәкил
Яңылыҡтар
Өфөлә Рәсәй сит ил эштәре министрлығының вәкиле итеп Илшат Миңлебаев тәғәйенләнде. Ул Салауат районының Малаяҙ ауылында тыуған. 1991 йылда – Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультетын, 2001 йылда «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» специальносы буйынса Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы академияһын тамамлаған. 1998 – 2003 йылдарҙа Гана Республикаһында Рәсәй илселегенең өсөнсө секретары һәм атташе, 2003 – 2005 йылдарҙа Өфөлә РФ Сит ил эштәре министрлығы вәкиллегенең икенсе секретары, 2005 – 2009 йылдарҙа Фәләстанда Рәсәй илселегенең беренсе һәм икенсе секретары булып эшләй. 2009 йылдың 25 декабренән Өфө ҡалаһында Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы вәкиле – территориаль орган етәксеһе вазифаһын башҡара.
Атаҡлы ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туған – башҡорт халҡының үткән быуат тарихында иң ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта иң сағыу яҙмышлы шәхестәренең береһе. Милләтебеҙҙең үҙаллылығы өсөн ныҡышмалы көрәшкән, буласаҡ Рәсәй Федерацияһының дәүләт ҡоролошон күҙаллаған сәйәсмән, ғалим булараҡ танылған ул.
«Ә. Вәлидиҙең тормош юлы ХХ быуат башындағы тарихи ваҡиғаларҙан айырылғыһыҙ. Ул үҙ халҡының тарихын ғына өйрәнеп ҡалмай, ә киләсәге хаҡында ла уйлана. Үҙ аллы Башҡорт дәүләте төҙөү көрәшен башлау һәм етәкләү осоронда Әхмәтзәки оҫта сәйәсмән һәм ғәскәр башлығы булараҡ таныла. Шул быуатта башҡорт халҡын бөтә донъяға танытҡан, миллилеген юғалтмайынса сағылдырған бер үҙенсәлекле шәхес ул», – тигәйне билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр. Хаҡ фекер.
Нашу газету можно будет читать подписавшись на электронную версию PDF-формат.
Яңылыҡтар
Дорогие друзья! Последние достижения технического прогресса все больше внедряются в нашу жизнь. С Нового года открываются новые возможности тем, кому близко наше издание и тем, кто собирается с ним подружиться. Сейчас каждый имеющий домашний компьютер может подписаться на электронный PDF-формат. Для этого необходимо только иметь свою электронную почту, каждый месяц положить на счет 25 рублей и желание постоянно быть в курсе того, что происходит в мире, республике. Этот метод многим поможет сэкономить деньги. Если цена подписки на нашу газету, которая издается 3 раз в неделю, стоит 352 рублей, то в новом формате она будет стоить всего 150 рублей.
Кисә баш ҡала хакимиәтендә 2010 йылдың тәүге сабыйҙарына тыуыу тураһында иҫтәлекле таныҡлыҡтар, аҡсалата ярҙам һәм бүләктәр тапшырылды. Өфөнән күп балалы Ғәбдрәхимовтар ғаиләһе фатир асҡысына эйә булды. Был ғаиләлә 1 ғинуарҙа өс игеҙәк – ике ҡыҙ һәм бер малай тыуғайны. Былтыр Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең БР буйынса идаралығы 1077 сифатһыҙ һәм хәүефле аҙыҡ-түлек сеймалы һәм продукттары партияһын ҡулланыуға яраҡһыҙ тип тапҡан. Насар продукцияның дөйөм ауырлығы 6,5 тонна самаһы, улар башлыса ҡош ите продукцияһы, минераль һыу, икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиелары, ит һәм ит продукттары. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 7 миллион һумлыҡ 5 меңдән ашыу берәмек сифатһыҙ аҙыҡ-түлек булмаған ҡулланыу тауарҙары ла әйләнештән алынған.
Саян-Шушен гидроэлектростанцияһының гидроагрегаттарын ремонтлау менән шөғөлләнгән ойошмаға ҡарата енәйәт эше асылған. Ремонтлау эштәрен гидроэлектростанцияның етәкселәре үҙҙәре ойошторған фирма башҡарған. Тимәк, енәйәт эше уларға ҡаршы асылған булып сыға. 2009 йылдың 17 авгусында Саян-Шушен гидроэлектростанцияһында техноген фажиғәлә 75 кеше яҡты донъя менән хушлашты. Етәкселәрҙең үҙҙәре – баш, үҙҙәре – түш булған станцияны ремонтлау маҡсатында бүленгән аҡсаны ялған документтар буйынса икенсе иҫәптәргә күсереүе асыҡланды. Хакасия Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Һалым енәйәттәре буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, гидроагрегаттар өсөн тотонолорға тейешле 24 миллион һум аҡса компания етәкселәренең кеҫәһенә инеп ятҡан.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы үткән йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны һәм киң матбуғат саралары вәкилдәре менән осрашты. Иҫке машиналарҙы тапшырып, яңыһы өсөн аҡса алыу мөмкинлеге тураһында һүҙ сыҡҡас, республикала ҡыҙыҡ ҡына хәл күҙәтелә: кешеләр хан заманынан ҡалған, күптән сүп-сар булып өйө эргәһендә тутығып ятҡан машиналарын да теркәтә башлаған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре техниканы теркәү өсөн барһа, машиналарҙың ҡайһы берҙәренең тәгәрмәсе йәки алғы өлөшө бөтөнләй булмай сыға. Әммә был машинаны нисек тә булһа ремонтлаһаң, техника булып һанала. Ҡыҫҡаһы, двигателе булһа, теркәлергә тулы хоҡуғы бар! Бындай хәлдәрҙең нисек бөтөүе тураһында әле һөйләргә иртәрәк, шулай ҙа халыҡ шәп программа менән рәхәтләнеп файҙаланыр тигән өмөт бар.
«Байыҡ» йыл һайын ойоштороласаҡ
Мәҙәниәт
Башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡлап ҡалыу, үҙешмәкәр халыҡ ижадын популярлаштырыу, ижади йәштәрҙең халыҡ хореографияһына ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Байыҡ» республика балалар башҡорт бейеүҙәре конкурсын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Указға ярашлы, 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге башҡарыусылар араһында республика конкурсы йыл һайын үткәреләсәк. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә конкурстың положениеһын әҙерләү, раҫлау, сараны әҙерләү һәм үткәреү буйынса комиссия составын билдәләү бурысы йөкмәтелә. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы менән «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы конкурсты әҙерләү һәм үткәреү өсөн яуаплы итеп билдәләнә.