Күнсе күнде күндерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
  • Йондознамэ
  • Шәжәрәңде бел!
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көслөнөкө түгел, белемленеке замана Башҡортостан

    Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәге үҙенсә матур, үҙенсә данлыҡлы. Күгәрсен районы ошо йәмле төбәктәр араһында айырым урынды биләй. Күгәрсен тиһәң, күҙ алдына бәрәкәтле ергә ереккән ябай, ихлас кешеләр, боронғолар аманатын бөгөнгө быуынға еткереүсе ил инәләре, ир намыҫы – ил намыҫы, тип йәшәүсе ил ағалары, илһөйәр, телһөйәр йәштәр күҙ алдына баҫа. Ошонда тыуып үҫеп, ошо изге тупраҡта тәпәй баҫҡандар бер-береһенә ылығып бара, ҡыуанысын да, хәсрәт-хәстәрҙәрен дә бүлешә.
    Былтыр декабрь аҙағында баш ҡалала төпләнгән яҡташтар һәм белем эстәү маҡсаты менән Өфөгә юлланған йәштәр өсөн «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы күркәм осрашыу уҙғарҙы.

    авторы: admin | 4 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тыуған ер – яҡын, тыуған ил – алтын Яңылыҡтар

    Һуңғы йылдарҙа беҙ «башҡортостандар» тигән һүҙҙе ғорурлыҡ менән, бик йыш телгә алабыҙ. Үткән дәүер­ҙәрҙә лә ошо уҡ мәғәнәне аңлатҡан был төшөнсә 1990 йылдың 11 октябрендә үҙенең эске тормошон үҙ аллы ойоштороуға йүнәлтелгән декларацияны иғлан итеү менән легитимлыҡ алды. Республиканың федератив система эсендә үҙ дәүләтселеген яңыртып төҙөүендә башҡорт халҡының тарихи урынын баһалау менән бер рәттән, беҙ быуаттар буйы үҙебеҙ менән йәнәш иген баҫыуҙарында ла, һуғыш ҡырында ла ғәжәйеп ҙур ярҙам күрһәткән бүтән ҡәүемдәрҙе лә рәхмәт тойғоһо менән телгә алабыҙ. Әсе тир һәм изге ҡан менән береккән яҙмыштар – айырылғыһыҙ.

    авторы: admin | 4 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ала һәүкәшем һау булһа, Пүстәк миңә кризис!» Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Яңы йыл менән, йәмәғәт! Нисек һуң байрамдар? Ҡыш бабай таяғына эләгеп һөрлөгөүселәр, эләкмәйенсә лә абынып йығылыусылар, мәрәкәгә ҡалыусылар юҡмы арағыҙҙа? Ю-юҡ? Булмаҫ. Бәлки, тамаша мәлендә итәге йыртылып, салбары төшөп китеп оятҡа ҡалғандар барҙыр. Юҡ, ти? Кит әле, алдашмағыҙ. Һуң хут яңылышып китеп, күршегеҙҙең бисәһен (яңылышып китеп, күркәһен тип әйтә яҙҙым), бер ҙә булмаһа ҡоҙасағыҙҙың һул яҡ битенән үбергә ынтылып та ҡараманығыҙмы ни? Ынтылмағанығыҙ һәйбәт, әтеү үҙегеҙҙең уң яҡ битегеҙҙән башҡалар үбеүе лә мөмкин ине...

    авторы: admin | 4 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Суд бара. Судья хөкөм ителеүсегә:
    – Хәҙер нисек итеп сейфты асҡанығыҙҙы һөйләгеҙ инде? – ти.
    Ир оҙаҡ ҡына шым ултыра һәм:
    – Ғәфү итегеҙ, судья әфәнде, һөйләй алмайым. Сөнки залда конкуренттар күп, – ти.

    авторы: admin | 4 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru