Ҡарама кешенең һүҙенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • һорау-яуап
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Ғәфү итеүгә тәүге аҙым
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөйөк ғалим аҡлауға мохтаж түгел Башҡортостан » Хәтер

    Әммә ҡайһы бер ҡара уйлылар Әхмәтзәки Вәлидиҙең исеменә тап төшөрмәксе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән сираттағы матбуғат конференцияһы бөйөк ғалим, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусы Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды. Кәңәшмәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто, республиканың ижтимағи, сәйәси һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре, билдәле ғалимдар, яҙыусылар һәм журналистар ҡатнашты. Әхмәтзәки Вәлидиҙең халҡыбыҙ, хатта тотош мосолман халыҡтары тарихындағы роле ҙур әһәмиәткә эйә. Быны һәр кем яҡшы аңлай, әммә, шуға ҡарамаҫтан, айырым федераль власть вәкилдәре тарафынан уның шәхесенә ҡара яғырға маташыуҙар күҙәтелә.

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бында «Йәшлек»те көтөп алалар! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Бында «Йәшлек»те көтөп алалар!Дүртөйлө ҡалаһындағы, әкиәттәге хан һарайы кеүек, мөһабәт бинаһы менән күҙҙең яуын алып, үҙенә саҡырып-ылыҡтырып тороусы Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми исемендәге ҡала башҡорт гимназияһы, күптән түгел генә төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, төбәктә милли рухты тәрбиәләү эшендә ғәйәт ҙур урын алып тора, тип билдәләргә була. Етмәһә, гимназияның «Йәшлек» гәзите менән дуҫ булыуы, уны үтә лә яҡын күреүе һәм уҡыусыларҙың алдырып, даими уҡып барыуы маҡтауға ғына лайыҡ. Юҡ, маҡтау ғына аҙ булыр, ҡала башҡорт гимназияһындағы тоғро дуҫтарыбыҙҙың күңелен күрәйек, хеҙмәттәшлек ептәрен нығытайыҡ һәм дуҫлыҡ күперен һалайыҡ, тигән ниәттән матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы сиктәрендә «Йәшлек» гәзите был заманса белем усағы уҡыусылары менән осрашыу ойош­торҙо.

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туған телгә һөйөү берләштерҙе Башҡортостан

    Туған телгә һөйөү берләштерҙеУнда барлығы 300-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Көн һыуыҡ, ара алыҫ тип тормай, Силәбе, Ырымбур, Һарытау өлкәләренән дә уҡыусылар килгәйне.
    Олимпиада бик ойошҡан һәм ҡыҙыу үтте. Ҡыҙҙар һәм егеттәр өс турҙа һынау тотто. Иң тәүҙә уларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса викторина һорауҙарына яуап бирергә тура килде. Олимпиаданың был туры төплө белем талап итә, сөнки һәр һорауға аныҡ яуап бирергә кәрәк.
    Фәнде яратҡан, һәр дәрескә әҙерләнеп, тырышып уҡыған, шулай уҡ олимпиадала ҡатнашыу өсөн өҫтәмә рәүештә шөғөлләнеп, ныҡлы әҙерлек менән килгән уҡыусылар өсөн, әлбиттә, ул бер ниндәй ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай.
    – Иң ауыр тур викторина һорауҙарына яуап биреү кеүек тойолһа ла, әҙерләнһәң, әллә ни ҡурҡынысы юҡ, әҙәбиәттән бер генә һорауға яуап бирә алманым. Миңә иң оҡшағаны сәсәндәр бәйгеһе булды. «Һинең уйлауыңса, йәшәү асылы нимәлә?» тигән һорау бирҙеләр, – тип һөйләй Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназияһының 9-сы синыф уҡыусыһы, гимназия-лицейҙар араһында беренсе урынды яулаусы Рәзилә Хисмәтуллина.

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Дәүләт дарыуҙарға хаҡтарҙы ныҡлы күҙәтеү аҫтына алырға, был тармаҡтың эшен тулыһынса көйләргә ҡарар итте.
    Хәҙер Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы менән Тарифтар буйынса федераль хеҙмәт һаулыҡ өсөн мөһим препараттарҙы әҙерләүҙә лә, һатыуҙа ла хаҡтарҙы аныҡ билдәләп, теркәп ҡуясаҡ. Был хаҡтарҙың нигеҙһеҙ күтәрелеүенә сик ҡуясаҡ. Мәҫәлән, былтыр киҙеү эпидемияһы ваҡытында ҡайһы бер дарыуҙарға хаҡтарҙың бер нисә тапҡырға артыуы ҡулланыусыларҙа ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
    Хаҡтары алдан билдәләнгән дарыуҙар исемлегенә бөтәһе биш мең тауар атамаһы инәсәк. Унда онкологик препараттар, туберкулезға, киҙеүгә ҡаршы, ВИЧ һәм СПИД, йөрәк-ҡан тамырҙары дарыуҙары урын аласаҡ.

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һәр ваҡиғаға гәзит уҡыусы күҙлегенән бағам» Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Һәр ваҡиғаға гәзит уҡыусы күҙлегенән бағам»Оҙаҡ йылдар «Йәшлек» биттәрендә Көньяҡ Урал райондары тормошо, хәл-ваҡиғалары менән беҙҙе күренекле журналисыбыҙ Юлай Мәҡсүтов таныштыра килде. Ул мәрхүм булып ҡалғас, «үҙ яҡтары» ла етемһерәп ҡалғандай булды. Тик «Йәшлек» үҙенең тоғро дуҫтары менән көслө, улар ауыр мәлдә яр­ҙамға килеүсән. Ике-өс йыл рәттән Баймаҡ тарафтарынан штаттан тыш хәбәрселәребеҙ-терәктәребеҙ – Айгөл Ишемғужина, Гүзәл Бикмәтова, Земфира Таһирова беҙҙе ҡыҙыҡлы һәм «эҫе» яңылыҡтары, тормошсан мәҡәләләре, заманса репортаждары менән һөйөндәрөп тора.
    Рәсәй матбуғаты көнө алдынан, байрам менән ҡотлап, «Йәшлек»тең өр-яңы лауреаты Гүзәл БИКМӘТОВАҒА бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек» гәзитенең 2009 йылғы лауреаттары Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Йәшлек» гәзитенең 2009 йылғы лауреаттарыТехника, тиҙлек заманы булһа ла, территорияһы буйынса бер нисә Европа иленә торошло республикабыҙҙы тулыһынса иңләп сығыу мөмкин түгел. Гәзит хәбәрселәренең ҡулы етмәгән ерҙәрҙә йәшәүсе тоғро дуҫтарыбыҙ – штаттан тыш әүҙем хәбәрселәрҙең булыуы эшебеҙҙе ярайһы уҡ еңеләйтә. Ниһайәт, үткән йыл йомғаҡтарын барлағанда, «Йәшлек» гәзите редакцияһы менән былтыр ҙур ихласлыҡ менән бәйләнеш тотҡан авторҙарыбыҙ, профессиональ журналистар араһында иң оҫта ҡәләм эйәләрен билдәләр ваҡыт етте.
    Шулай итеп, «Йәшлек» республика йәштәр гәзите мөхәрририәте редакцияның 2009 йыл өсөн премияһын
    – йыл буйына төрлө темаларға ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙғаны өсөн хаттар бүлеге хәбәрсеһе Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВАҒА;

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ниндәй партиялар һайлауҙарҙа ҡатнаша? Сәйәсәт

    Республикала урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғы булған сәйәси партиялар, уларҙың төбәк бүлексәләре һәм ижтимағи ойошмалар тураһында күптәребеҙ белмәй, белмәү генә түгел, хатта уйлап та ҡарамай. Шуларҙың исемлеген гәзиттә бирһәгеҙ, бик рәхмәтле булыр инек.
    Т. АҘНАЛИНА.
    Салауат ҡалаһы.
    Урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы ижтимағи берләшмәләр исемлеге түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:
    1. «Хартия жизни» дөйөм Рәсәй ижтимағи хәрәкәтенең Башҡортостан Республика­һындағы төбәк бүлексәһе.
    2. Башҡортостан Республикаһы Инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының «Чернобыль» берләшмәһе Салауат ҡала ойошмаһы.
    3. Башҡортостан Республикаһының «Корруп­цияға ҡаршы көрәш» республика йәмәғәт ойошмаһы.

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яндырылған хәлдә лә... Башҡортостан » Хәтер

    «Йәшлек» гәзитендә Баныу Ҡаһарманова менән яҙыусы Сабир Шәрипов ағайҙың Алдар тарханға бәйле мәҡәләләрен уҡығандан һуң миндә лә кескәй генә фаразым менән уртаҡлашыу теләге тыуҙы. Хикмәт шунда: бынан тиҫтә йылдар самаһы элек тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе бер ағай ауыҙынан түбәндәгеләрҙе ишетеп, күңелемә һалғайным. «Алдар батырҙың бер туған ҡустыһы элек хәҙерге Баймаҡ районы биләмәләренә ҡараған Мәрәкәй исемле ауылға нигеҙ һалған. Ул ауыл хәҙер юҡ. Мораҡаевтар, Мараҡановтар нәҫелдәренең сығышы ошо ауыл атамаһына бәйле булыуы ихтимал», – тигәйне һәүәҫкәр тарихсы. Үкенескә күрә, ағайҙың исем-шәрифе иҫемдә ҡалмаған.
    «Ағиҙел» журналы редакцияһына килгән сағында шағир Мәхмүт Һибәт (Уразаев) иһә «Йәшлек»тәге мәҡәләләргә ҡарата шәхсән фекерен ҡыҫҡаса ғына былай тип белдерҙе: «Иҫәнғазыла булғаным бар минең... Алдар ауылы хаҡында ла ишеткәнем булды. Алдар ауылын карателдәр нигеҙенә тиклем үртәгән...»

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru