Ваҡ эште лә эре итеп башҡар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Бәхил бул, шағир һәм журналист!
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан шифаханаһы – иң яҡшыһы Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда булып киткән РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Екатерина Лахованан рәхмәт хаты килгән.
    Үҙенең хатында ул Башҡортос­танда оҙаҡ йылдар дауамында шифахана-курорт системаһын яҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә һөҙөмтәле сәйәсәт алып барылыуын билдәләй.
    «Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
    Илдең етәкселеге тарафынан Рәсәйҙең шифахана-курорт учреждениеларын тергеҙеү һәм үҫтереү бурысы ҡуйылған. Уның нисек уңышлы тормошҡа ашырылыуын «Янғантау» шифаханаһы миҫалында күрергә мөмкин.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Лайыҡлы Башҡортостан

    Башҡортостанда йыл һайын балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында спорт-һауыҡтырыу эшен ойоштороу буйынса конкурс үткәрелә. Ул, сәләмәт тормошто киң йәйелдереү менән бер рәттән, физкультура-һауыҡтырыу клубтары эшен әүҙемләштереүгә йүнәлтелә.
    Конкурсты ойоштороусы БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, эштәргә йомғаҡ яһап, 2009 йылдың еңеүселәрен билдәләне. Лайыҡлы баһаланыусылар араһында Нефтекама ҡалаһының «Дуҫлыҡ», Благовещендың «Орленок», Өфөнөң Орджоникидзе районындағы «Умелые руки» үҫмерҙәр клубы бар. Шулай уҡ Тәтешле районының «Батыр», Краснокаманың «Геркулес», Иглин районының «Алпамыша» клубтарын өлгө итеп билдәләргә була. Баш ҡаланың «Дети плюс», «Алые паруса», Стәрлетамаҡтың «Надежда» берләшмәләре лә ошо иҫәптә.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БӘХЕТ СЕРЕ – ТАТЫУЛЫҠТА Яңылыҡтар

    Тәбиғәтенең матурлығы, халҡының эскерһеҙлеге менән дан тотҡан БөБӘХЕТ СЕРЕ – ТАТЫУЛЫҠТАрйән районында пар аҡҡоштарҙай татыу, бәхетле йәшәгән ғаиләләр бихисап. Байназар ауылында, йорт һалып, барыһын да һоҡландырып йәшәүсе Әлмира һәм Альберт Хәсәновтар шундайҙарҙан. Улар икеһе лә – юғары белемле уҡы­тыусылар. Әлмира Салауат ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытһа, Альберт Зөфәр улы география, ҡортсолоҡ дәрестәрен алып бара. Талапсан, барыһы менән дә уртаҡ тел таба белгән педагогтарҙы уҡыусылары ла бик ярата, хеҙмәттәштәре лә хөрмәт итә.
    Үҙҙәре лә уңған, матур ғаиләлә тыуып үҫкән Хәсәновтарҙың йортонда һәр саҡ толҡалы. Сөнки бында та­тыулыҡ, мөхәббәт тигән изге хистәр хакимлыҡ итә. Айгиз менән Айгүзәлде бәхетле итеп үҫтереү өсөн бар көсөн һала йәш ата-әсә. Ғәзиздәре лә шуға бик илгәҙәк, йыр-бейеүгә маһир балалар. Бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмаған Хәсәновтарға, афарин, тип әйтке килә.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөрө районы төҙөкләндерелә Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Бөрө районында булды. Унда республика башлығы «Максимовка» ауыл хужалығы комплексының һимертеү майҙанын реконструкциялау барышы менән танышты.
    Төҙөүселәр бер нисә ай эсендә «Ленинский октябрь» ауыл хужалығы комплексының иҫке биналарын яңыртҡан. Улар урынында бөгөн дүрт яңы малсылыҡ корпусы тора. Әлеге ваҡытта бер корпуста реконструкция эштәре бара, йәнәшә тағы өс корпус төҙөлөп ята. Дөйөм алғанда, төҙөлөш эштәренең 70 проценттан ашыуы башҡарылған. Сусҡаларҙың тәүге партияһы, йәғни дүрт мең башы яңы корпустарға урынлаштырылған да инде. Сусҡа ҡараусылар киләсәктә йылына 44 мең сусҡа бәрәсе алырға планлаштыра. Сусҡаларҙы ашатыу һәм ҡарау буйынса барлыҡ операциялар ҙа механизацияланған, климат-контроль автоматлаштырылған.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙаллылыҡтың 20 йыллығына арнала Башҡортостан, Милли проекттар

    Мортаза Рәхимов Башҡортостанда 2010 йылды Республика йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
    Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул итеүҙең 20 йыллығы айҡанлы, илдең демократик үҫеше һәм Рәсәй Федерацияһы составында Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең аяҡҡа баҫыуы өсөн уны ҡабул итеүҙең тарихи әһәмиәтен билдәләп, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 2010 йылды Башҡортостанда Республика йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
    Указ менән БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендә Башҡортостан Республикаһында Республика йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты раҫланды. Ойоштороу комитетына 2010 йылдың 30 ғинуарына тиклем Башҡортостанда Республика йылын үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Республикала миҙгел киҙе­үе менән бәйле хәл тотороҡланды, 11 ғинуарға ҡарата эпидемия сиге 20 процентҡа кәмегән. Күҙаллауҙар буйынса, ғинуар аҙағында миҙгел киҙеүенең икенсе тулҡыны көтөлә. Әммә борсолорға урын юҡ, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеү­ҙәренсә, вирусҡа ҡаршы препараттар етерлек кимәлдә тупланған.
    Өфөлә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү өсөн 3,5 мең иҫәпсе талап ителәсәк. Ҡала хакимиәтенең дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Валентин Сот­ниченко хәбәр итеүенсә, мөһим сараға әҙерлек 2008 йылда уҡ башланған, яҡын арала иҫәпселәрҙе һайлап алыу һәм уҡытыу буйынса эш башланасаҡ. Ә инде 2010 йылдың 1 авгусына тиклем иҫәп алыу участкаларының мөдир­ҙәрен билдәләү, 1 сентябргә инструктор-контролер менән иҫәпселәрҙе һайлау эше тамамланырға тейеш.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Гаити ярҙарында ер тетрәү һөҙөмтәһендә бик күп бина, офис, ҡунаҡхана, дауахана һәм магазин емерелде.
    ХАРАБАЛАР аҫтында йөҙләгән, хатта меңәрләгән кешенең ҡалыуы ихтимал. Шуға ла әле унда ҡотҡарыу эштәре әүҙем бара, төрлө илдәрҙән гуманитар ярҙам ҡабул ителә. Бойондороҡһоҙ Милләттәр Ойошмаһының Гаитиҙағы ваҡиғаларҙы тотороҡландырыу буйынса ойошторолған миссияһының бик күп хеҙмәткәре лә хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә ингән. Унда 9 мең хәрби һәм полицейский эшләүе билдәле.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Быуатҡа тиң егерме йыл» Яңылыҡтар

    «Башҡор­тостан» гәзите фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхә­мә­товтың Башҡортостан Республи­каһына арналған фотокүргәҙмәһе тап шулай атала.
    Фото сәнғәте – ҙур һәләт, юғары тойомлауҙы талап иткән ижад ул. Ниндәй ҙә булһа мәлде тотоп, уны эләктерә һалыу, һәр фотоһүрәтте күңел йылыһын биреп төшөрөү, өҙлөкһөҙ эҙләнеү һәм ысын ижад өлгөләре тыуҙырыу хас был сәнғәт өлкәһе әһеленә. 1985 йылда «Башҡортостан» гәзите редакцияһында фотохәбәрсе булып эш башлаған Айрат Нурмөхәмәтовтың күргәҙмәһендә урын алған эштәренә генә ҡарап та уның хаҡында, ысын фотограф, тип әйтергә мөмкин. Ике тиҫтәнән ашыу бергә эшләгән коллегалары әйтеүенсә, Айрат Билал улының һәр фотоһүрәте – күңел торошо, тормош һулышы, ҡабатланмаҫ ижад өлгөһө.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru