Республикала миҙгел киҙеүе менән бәйле хәл тотороҡланды, 11 ғинуарға ҡарата эпидемия сиге 20 процентҡа кәмегән. Күҙаллауҙар буйынса, ғинуар аҙағында миҙгел киҙеүенең икенсе тулҡыны көтөлә. Әммә борсолорға урын юҡ, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, вирусҡа ҡаршы препараттар етерлек кимәлдә тупланған. Өфөлә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү өсөн 3,5 мең иҫәпсе талап ителәсәк. Ҡала хакимиәтенең дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Валентин Сотниченко хәбәр итеүенсә, мөһим сараға әҙерлек 2008 йылда уҡ башланған, яҡын арала иҫәпселәрҙе һайлап алыу һәм уҡытыу буйынса эш башланасаҡ. Ә инде 2010 йылдың 1 авгусына тиклем иҫәп алыу участкаларының мөдирҙәрен билдәләү, 1 сентябргә инструктор-контролер менән иҫәпселәрҙе һайлау эше тамамланырға тейеш.
19 ғинуарҙа Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы тамашасылар иғтибарына изгелек менән яуызлыҡ, дуҫлыҡ һәм хыянат тураһында «Сыйырсыҡ ығы-зығыһы» спектакленең премьераһын тәҡдим итмәксе. Пьесаның авторы – билдәле драматург Сәрүәр Сурина. Тамаша көнөнә ике тапҡыр күрһәтеләсәк.
Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында РОСТО (ДОСААФ) республика ойошмаһының сираттан тыш конференцияһы үтте. Унда әлеге ижтимағи ойошма дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк ойошмаһы тип үҙгәртелде. Мәғлүм булыуынса, ил кимәлендә бындай үҙгәрештәр 2009 йылдың 17 декабрендә Мәскәүҙә үткән РОСТО (ДОСААФ)-ның сираттан тыш IX съезында башланғайны, конференция аҙағында Башҡортостан ДОСААФ-ының тәүге пленумы үтте, уның барышында 15 кешенән торған эш президиумы ла һайланды.
Ҡышҡы каникулда Миәкә районының мәғариф идаралығы тәҡдиме менән урындағы сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек сиктәрендә рус теле, математика буйынса курстар ойошторолдо. Райондың иң көслө уҡытыусылары үткәргән дәрестәрҙә 150-нән ашыу бала ҡатнашҡан. Шулай уҡ Ҡырғыҙ-Миәкәнең 2-се мәктәбендә иллеләп уҡытыусы информацион коммуникациялар технологияһы буйынса белемен камиллаштырҙы.
Өфө трикотаж фабрикаһы дизайнерҙары «Яҙ – 2010» кейем коллекцияһын әҙерләгән. Әле ул күпләп сығарыу өсөн производствоға ебәрелгән. Яңы коллекция әүҙем тормош алып барған хәрәкәтсән ҡатын-ҡыҙҙарға иҫәпләнгән, төҫтәр гаммаһында ағас ҡайырыһы, зәйтүн емеше, сағыу ирис, рауза, күк, дымлы балсыҡ төҫтәрен күрергә мөмкин.
Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Алтмышынсы йәшендә Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы директоры Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдинов вафат булды. Үҙен инициативалы, тәжрибәле һәм тәрән белемле ойоштороусы итеп танытҡан, оло ихтирам ҡаҙанған шәхес хаҡындағы яҡты иҫтәлек халыҡ хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.
Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне. |