Балыҡты йөҙөргә, үгеҙҙе һөҙөргә өйрәтмәйҙәр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • Күңеле саф Әлфирә
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Егеттәребеҙ өмөт уята Яңылыҡтар » Спорт

    Егеттәребеҙ өмөт уятаНиһайәт, Рәсәй йыйылма командаһының ир-ат биатлонсылары донъя кубогының бишенсе этабында юғары уңыш ҡаҙанды. Рәсәй спортсылары Иван Черезов, Антон Шипулин, Максим Чудов һәм Евгений Устюгов эстафетала беренсе урынға сыҡты. Улар икенсе булып финишҡа килгән Норвегия биатлонсыларын – 28 секундҡа, өсөнсө урындағы Австрия командаһын бер минут та 35 секундҡа артта ҡалдырҙы. Беҙҙең өсөн бигерәк тә яҡташыбыҙ Максим Чудовтың һөҙөмтәһе ҡәҙерле. Ул, быйылғы миҙгелдә биатлон һөйөүселәрҙе бер аҙ һағайт­ҡандан һуң, һуңғы ике бәйгелә ярайһы уҡ уңышлы сығыш яһаны. Әйтәйек, быға тиклем спринт ярышында сәпкә атыуҙа 100 процент һөҙөмтәгә өлгәшеп, финиш һыҙығына һигеҙенсе булып килһә, әлеге эстафетала ла сәптәрҙең барыһын да ябып, дөйөм еңеүгә тос өлөш индерҙе.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мине йома көндө күмделәр Әҙәбиәт » Хикәйә

    Нисек улай килеп сыҡты һуң әле? Балаларса дыуамаллыҡ, иҫәрлек менән хаталандым. Бала аҡылы: «Дәрестә «икеле» алдым йәки яратҡан уйынсығымды ваттым, ә һеҙ мине йәлләмәнегеҙ, әрләнегеҙ. Бына мин үлһәм, белерһегеҙ әле, үкенерһегеҙ, тик һуң булыр», – тип фекерләй бит. Мин бала түгел-түгеллеккә, быйыл егерменсе йәш китте. Күрәһең, һаман да балалыҡтан сығып етмәгәнмен. Үҙ-үҙемде харап иттем, ахырыһы.
    Ниңә улай булды һуң? Ниңә кәүҙәмде тимер таста йыуындыралар, ә йәнем шым-шым илашҡан апай-инәйҙәремде өҫтән тын ғына күҙәтә? Тимәк, мин үлгәнмен?! Күҙ алдымда һуңғы ваҡиғалар сылбыры үтә… Туғыҙынсы май байрамына ялға ҡайттым. Кискеһен клубҡа сыҡтым, әхирәттәрем менән осраштым. Улар менән осрашыуҙы, Еңеү байрамын «йыуырға» булдыҡ һәм магазиндан һыра һатып алдыҡ.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Быуат кеүек оҙон йыл Башҡортостан

    1990 йылдың 30 декабрендә Башҡорт ССР-ы Юғары Советының сираттағы сессияһы уҙҙы. Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүенә өс ай ҙа тулмаған республиканың яңырыу юлындағы эштәре йырып сыҡҡыһыҙ ине шул. Тау хәтлем мәшәҡәттәр араһында депутаттар яңы ижтимағи-сәйәси республика гәзитен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. «Известия Башкирии» атамалы рус телендәге баҫмаға мөхәррир итеп ошо юлдарҙы яҙыусыны тәғәйенләп ҡуйҙылар. Әлеге фактты хәтерләп ултырыуымдың сәбәбе шунда: яңы баҫманың донъя күреүе лә ижтимағи тормошта үҙенә күрә ваҡиға һанала.
    ТУҠһАНЫНСЫ йылдың һуңғы көнөндә СССР Президенты Михаил Горбачев совет халҡына мөрәжәғәт менән сыҡты. Ул саҡтағы дәүләт башлығы һүҙгә әүәҫ ине, әммә уның ошо фекере хәтерҙә ҡалған. «Алдағы йыл ғәҙәти түгел. Күп милләтле дәүләтебеҙҙең яҙмышы тураһындағы мәсьәләне хәл итеү уның өлөшөнә төшә. Барыбыҙ, совет кешеләре өсөн бөтә халыҡтар ҙа иркен һәм рәхәт йәшәрлек Союзды һаҡлап ҡалыу һәм яңыртыуҙан да изгерәк эш юҡ».

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Быйыл Башҡортостан дөйөм белем биреү мәктәптәренең 2700-гә яҡын уҡыусыһы фән олимпиадаларында ҡатнашасаҡ. 2010 йылда мәктәп олимпиадаларының төбәк этабында ҡатнашыусылар, был­тырғы менән сағыштырғанда, 500 кешегә күберәк буласаҡ. Тәүге ике айҙа республикала бөтәһе 20 фән буйынса олимпиадалар үтәсәк.

    Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратында РФ-ның һәм БР-ҙың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фоторәссамдар союзы рәйесе Рәмил Килмәмәтовтың күргәҙмәһе асылды. Унда ижадсының республиканың мәҙәни һәм ижтимағи тормошон сағылдырған, байрамдар, мәҙрәсәләр, спорт саралары, тәбиғәте тураһында һөйләгән эштәре урын алған. Нурмөхәмәт хәҙрәт билдәләүенсә, киләсәктә фоторәссамдың эштәрен сит илгә лә алып сыҡмаҡсылар.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Классик стилдә әҙерләнгән һыраны бынан һуң һирәк кенә күрә аласаҡбыҙ.
    Эш шунда – яңы Техрегламент буйынса хәҙер һыра ҡайнатыусылар ҡурҙы (солод) бөтөнләй ҡулланмаҫҡа хоҡуҡлы. Рәсәйҙең иң эре һыра компаниялары (уларҙың бөтәһе лә сит ил вәкилдәре ҡулында) был яңы документты хуплай.
    Әлегә тиклем һыра әҙерләү процесын иҫкергән ГОСТ буйынса тикшерҙеләр. Элекке регламент буйынса һыраны ҡур ҡулланмай әҙерләү тыйылды, хәҙер уны башҡа әсетке менән алмаштырырға, ҡурҙы бөтөнләй ҡулланмаҫҡа мөмкин. Рәсәй Федерацияһында алкоголгә ҡаршы сәйәсәт алып барылыуы һөҙөмтәһендә һыра әҙерләүселәр һуңғы ваҡытта ҙур ғына юғал­тыуҙар кисереү алдында ине. Хәҙер арпа, кукуруз, дөгө кеүек тәбиғи аҙыҡтарҙы ҡулланыр­ға мөмкин. Эксперттар фекеренсә, яңы технология һыраның үҙҡиммәтен 50 – 60 процентҡа төшөрәсәк.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иномарка, БТР – беҙҙең милиция хәтәр! Сәйәсәт

    Үткән аҙна республикабыҙҙың эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн ваҡиғаларға бай булды. Баш ҡалаға РФ Эске эштәр министрлығының Тыл департаменты начальнигы, милиция генерал-майоры Владимир Лукьянов килеп ҡайтты. Ул, 2009 йыл эш йомғаҡтары буйынса БР Эске эштәр министрлығының эшмәкәрлеген ыңғай баһалап:
    – Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдарының оператив эштә лә, уларҙың матди-техник тәьмин ителешендә лә үҫеш бар, – тип билдәләне.
    Матди-техник тәьмин ителеш яҡшыра, тип, ул былтыр республика милицияһының өр-яңы 120 иномарка һәм башҡа автомобилдәр, веб-камералар һәм башҡа заманса йыһаз менән тәьмин ителеүенә баҫым яһаны. Әйткәндәй, 14 ғинуарҙа БР буйынса Эске эштәр министрлығының киңәйтелгән ултырышы алдынан юғары ҡунаҡ республика милиция ведомствоһына тағы ла ун автомобиль һәм... «БТР – 80» бронетранспортерын бүләк итте.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башлыҡтар ҙа уҡый Сәйәсәт, Мәғәриф

    Өфө ҡалаһында, БР Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының семинары башланды. Уның темаһы – Башҡортостан Республикаһының артабанғы үҫеш факторы булараҡ, урындағы һөҙөмтәле үҙидара. Семинарҙа ҡатнашыусылар республикала муниципаль реформа барышын, уның һөҙөмтәлелеген, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш тенденцияларын анализлаясаҡ. Хакимиәттәр башлыҡтары алдында республика Президенты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе сығыш яһаны.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бюджет урындары артасаҡ Мәғәриф

    БЫЙЫЛ мәктәп та­мам­лаусыларҙың яртыһынан күберәге вуздарҙа бушлай уҡый аласаҡ. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы 448 мең бюджет урынын булдырмаҡсы. 2010 йылда мәктәпте 822 мең уҡыусы тамамлаясаҡ (ә былтыр был күрһәткес 899 мең кеше тәшкил иткән).
    Мәктәпте тамамлаусылар һаны кәмегәнлектән, 2010 йылға белгестәр һәм бакалаврҙар әҙерләү программаһы буйынса 448 мең абитуриент ҡабул ителәсәк, шул иҫәптән көндөҙгө бүлеккә – 344 мең. Вуздарҙың көндөҙгө бүлегенә мең уҡыусыға ҡарата 418 бюджет урыны ҡалдырыласаҡ – был былтырғы күрһәткестән берәүгә күберәк. Магистратурала бюджет урыны, былтырғы менән сағыштырғанда, 5,2 процентҡа күберәк, йәғни 39,775 мең урын буласаҡ. Шул иҫәптән көндөҙгө бүлектә 38,351 мең бюджет урыны тәшкил итәсәк.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru