
Ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға! 11 ғинуарҙа донъяның иң күренекле театры – Миландың «Ла Скала» сәхнәһендә данлыҡлы яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡовтың соло концерты үтте. Ике сәғәт буйы дауам иткән тамашаның төп үҙенсәлеге – опера арияларынан тыш, башҡорт халыҡ йырҙары яңғырауында. Хәбәр итеүебеҙсә, бас тауышлы йырсы был концертында аһәңле, ғәжәйеп моңло башҡорт халыҡ йырҙарын ҡурай (!) моңо оҙатыуында башҡарып, донъяның төрлө ҡитғаларынан йыйылған барса халыҡты таң ҡалдырған. Юғары сәнғәтте нескә тойған әллә күпме тамашасы сығышты бөйөк сәнғәт (!) тип ҡабул иткән. Ете ят халыҡтың күҙҙәренә йәш эркелдергән, хайран иткән, башҡорт сәнғәтен бөтә камиллыҡта күрһәткән профессиональ таланттар – милләтебеҙ, Башҡортостан өсөн оло ғорурлыҡ... Беҙгә ҡурайсының үҙе – Роберт Юлдашев менән осрашып һөйләшергә насип булды.
Бөйөк таланттар Мәккәһе
Бай тарихлы опера cәнғәте үҙәге «Ла Скала» юғары сәнғәт һөйөүселәрҙең Мәккәһенә тиң. Донъя күләмендә иң матур биналарҙың береһе тип танылған мөһабәт һарай 1776 – 1778 йылдарҙа «Санта Мария делла Скала» сиркәүе урынына төҙөлгән. Уның архитекторы – Джузеппе Пьермарини.
Бында сығыш яһау бик мәртәбәле һанала. Шунлыҡтан шаршау тик ысын таланттарға ғына асыла. Әлбиттә, Илдар Абдразаҡовтың быға тиклем үк әлеге сәхнәлә сығыш яһағаны булған. Ошондай уҡ бәхетте йәнә бер данлыҡлы яҡташыбыҙ, Илдарҙың ағаһы Асҡар Абдразаҡов та кисергән. Тик дөйөм концерттарҙа! Һәм бына, билдәле опера йырсыларының ариялары ғына яңғыраған театрҙа милләттәшебеҙҙең тәүгә соло концерты ойоштороуы.
– Шул тиклем зауыҡлы концертта Илдар Абдразаҡов менән сығыш яһауым әйтеп аңлатҡыһыҙ бәхетле кисерештәр бүләк итте. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, өс мең ике йөҙ тамашасы. Зал, алты балкон тамашасылар менән шығырым тулы. Шуға таң ҡалдым. Бында сәнғәтте нескә тойған, ҡиммәтен баһалай белгән тамашасылар йыйылғайны. Сөнки һәр музыкант сәхнәгә сығып уйнай башлау менән артабан тамашасы һине тыңлаясаҡмы, юҡмы икәнлеген тойомлай. Ҡурайға – дан, беренсе минуттан уҡ тамашасы күңелен арбаны. Арабыҙҙан ғәжәйеп бер тулҡын һыҙылып үттеме ни! Илдарҙың концерты бик ҡеүәтле килеп сыҡты, – тип концерттан һуңғы тәьҫораттары менән уртаҡлашты Роберт Юлдашев.
Бойорһа, була икән!
Ике ижадсының концертҡа әҙерлеге ноябрь аҙағында уҡ башлана. Виза, билеттар ҡат-ҡат тикшерелә.
Һәм ни ғәләмәт! Ҡурайсы Миланға юлланам тип аэропортта теркәү үткәндә, һеҙҙең билетығыҙ юҡ, был рейс менән оса алмаясаҡһығыҙ, тип яуап бирмәһендәрме!.. Тимер ҡоштоң һауаға күтәрелеренә ни бары сәғәт ярым ваҡыт ҡалғанда, быныһы нимә инде тағы, тип ҡурайсы албырғап ҡала. Интернет аша бәйләнешкә инеп ҡараһа, баҡһаң, ҡурайсыға, һауа маршрутын үҙгәртергә ҡушып, бүтән авиакомпанияға заказ бирелгән. Тәүге рейс менән юлланһа, бәлки, Роберт концертҡа һуңлар ине. Тимәк, ысынлап та башҡорт ҡурайы концерттың бер биҙәге булырға тейеш булған? Юғары көстөң бер ҡөҙрәтелер, ти Роберт Юлдашев үҙе был хаҡта.
«Күҙҙәремә йәш тулды»
(Роберт беҙгә концертты йәнә лә яҡынданыраҡ күҙ алдына баҫтырырға теләү ниәтенән, Илдар Абдразаҡов менән видеобәйләнешкә инеп, аралашыу мөмкинлеге бирҙе. Һөйләшеү барышында ҡурай хаҡында фекерҙәрен белдергән бас тауышлы йырсының күңеле тулғанына иғтибар иттек.)
– Сәләм, Илдар!.. Илдар, Илдар... яуап бир...
– Ишетмәйем.
– Әһә, бына ишетәм.
– Һине Башҡортостан сәләмләй!
– Мин бик шат! Яҡташтарымды тәбрикләп, Миландың «Ла Скала» театрында үткән концерттан һуңғы уй-кисерештәрем менән уртаҡлашҡым килә. Роберт тарихта беренсе тапҡыр башҡорт ҡурайының бөтә мөмкинлеген, тәрән моңон халыҡ-ара кимәлдәге тамашасыға күрһәтеүгә иреште. Концертҡа тик Италия тамашасыһы ғына түгел, Америка, Австралия, Япония һәм башҡа илдәрҙән дә килгәйнеләр. Был турала айырып, бөгөн ҡурайҙы бөтә ерҙә лә беләләр, тип ғорурланып әйтергә мөмкин. Халҡыбыҙҙың милли ҡоралына һоҡланыу белдереп, бик күп абруйлы баҫмаларҙа, Урал тауҙарында йәшәгән башҡорт халҡының бик уникаль музыка ҡоралын «астыҡ», тип яҙып сыҡтылар. Концерт булғансы уҡ афишанан күргән сәнғәт һөйөүселәр был музыка ҡоралына ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергәйне. Робертҡа рәхмәт, ул, һәр ваҡыттағыса, һушты алырлыҡ итеп уйнаны, боронғо халыҡ ҡоралының мөмкинлектәрен бөтә камиллығында күрһәтте. Ҡурайға йырлағанда тәнем зымбырлап китте, күҙҙәремә йәш эркелде. Минең менән бындай хәл булғаны юҡ ине әле. Йәнә шул, Роберт башҡорт халҡының колоритын да күрһәтте. Ул сәхнәгә, театрҙа төп ҡағиҙә итеп ҡабул ителгәнсә, смокингта түгел, ә милли кейемдә сыҡты. Аҡ еләнле ҡурайсыны залдағылар хайран ҡалып, тын алырға ла онотоп тыңланы. Ҡурай тотош Ер шарында уйнарға тейеш, тип иҫәпләйем.
– Үҙеңә рәхмәт, Илдар! Мин дә шундай уҡ тойғолар кисерҙем.
– Илдар, ошо уҡ концертты Өфөлә лә ҡуйырға тигән теләк юҡмы?
– Ниндәйҙер өҫтәмәләр индереп, ойошторорға була инде.
– Һеҙ бер әңгәмәгеҙҙә Земфира, Шевчук һәм Роберт Юлдашев менән концерт ҡуйырға теләүегеҙ тураһында әйтеп үткәйнегеҙ...
– Был әлегә ни бары, бер сәхнәлә йырлап, туған тамашасыларыбыҙҙы һөйөндөрһәк, ҡайһылай ҙа шәп булыр ине, тигән уй-теләк кенә...
– Башҡортостанға ҡасан юлығыҙ төшөр икән?
– Май айында ҡайтып китергә уй бар. Әле оҙайлы тур башланырға тора. Тиҙҙән ай ярымға Нью-Йоркҡа юлланам.
– Илдар, һинең былтыр йыл дауамына билдәләгән ниәт-маҡсаттарың тормошҡа аштымы?
– Эйе. Мин, ғәҙәттә, уй-ниәттәрҙе өс-дүрт йылға билдәләйем Уларҙың тормошҡа аша барыуына Хоҙай Тәғәләгә рәхмәтлемен.
– ...
– Тағы ла һорауҙар булырмы? Сөнки миңә йүгерергә кәрәк. Һеҙгә изге теләктәремде еткерәм, сәләмәтлек теләйем. Роберт, һине йәнә бер дуҫтарса ҡосаҡлап, рәхмәт әйтәм. Һин – супер!
Сукачев, Спиваков... әммә Абдразаҡов!!!
– Күҙ алдына килтерәһегеҙме, быға тиклем ҡайҙа ғына булманыҡ, Әммә мин бер үҙенсәлеккә иғтибар иттем. «Кәмәлекәй»ҙе уйнағанда Италия халҡында туған тамашасымдың темпераментын күрҙем. Сығыш оҡшаһа, ихласлыҡты йәшермәй күрһәтә беләләр. Илдарҙы «Азамат» менән «Ирәндек»те башҡарғандан һуң сәхнәгә биш тапҡыр (!) саҡырып сығарҙылар. Аяҡ үрә баҫып алҡышлауҙар – талантҡа иң лайыҡ баһа. Шуны аңланым: музыка – ул эсперанто, унда тел барьерҙары юҡ. Юғары кимәлдәге сығыш бөтә ерҙә лә йылы ҡабул ителә. Мин яҡташыбыҙҙың йондоҙло сәғәтендә шуға шаһит булдым, – тип һөйләй Роберт.
Ысынлап та, был Европа тамашасыһы өсөн көтөлмәгәнсә, таң ҡалырлыҡ концерт була. Йырсы менән ҡурайсының исеменә килгән ҡотлау хаттары ла тамаша барышында халыҡтың илап ултырыуы тураһында һөйләй.
Үҙенең таланты менән халыҡты ҡыуандырып йәшәгән виртуоз ҡурайсынан быға тиклем дә йыш ҡына, һеҙҙең Илдар Абдразаҡов менән концертығыҙ ҡасанға планлаштырылған, тип һорай торған булғандар. Баҡтиһәң, опера йырсыһы бер әңгәмәһендә Роберт Юлдашев менән бергә сығыш яһарға теләге булыуы тураһында әйткән булған икән. Сукачев, Спиваков кеүек Рәсәйҙең билдәле сәнғәт оҫталарының сығышын ҡурай моңо менән биҙәгән ижадсыға был ҡыуаныс ҡына өҫтәй. Өҫтәүенә, егеттәр икеһе лә бер осорҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡанаты аҫтындағы музыка мәктәбендә уҡыған. Ниндәйҙер сәбәп менән Илдар музыка мәктәбенән китергә мәжбүр булғас, уны ағаһы Асҡарҙың Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаға етәкләп тигәндәй алып барғаны хәтерендә Роберттың. Күренекле педагог уҡыусыһының һәләтен тулыһынса аса. Шуға ла Роберт Юлдашев һөйләүенсә, опера йырсыһының, «Ла Скала»лағы соло концертынан һуң, йәл, был залда атайым (билдәле кинематографист, режиссер Әмир Абдразаҡов – Р. К.) юҡ, тип бошоноуын, уҡытыусым Миләүшә Ғәлиевна күрһә икән, тигән ҡыуанысын белдергән. Әйткәндәй, Илдар әленән-әле остазы менән бәйләнешкә инеп, аралашып тора икән.
Роберт Юлдашев билдәләүенсә, «Ла Скала»ла Илдар Абдразаҡовтың концертында сығыш яһау уның өсөн яңы офоҡтар асҡан.
– Быйыл Республика йылын билдәләйбеҙ. Шунлыҡтан беҙ Илдар менән килешеп, «Ла Скала»лағы әлеге концертты Республика йылына, тыуған Башҡортостаныбыҙға арнарға булдыҡ, – ти Роберт Юлдашев.
Осрашыу аҙағында ҡурайсы, илебеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ, ижад менән шөғөлләнерлек шарттар булһын, тигән теләктәрен белдереп, ғаиләһенә, «Ҡурайсы» ижади союзына, дуҫтарына, уҡытыусыларына, бигерәк тә Юлай Ғәйнетдиновҡа оло рәхмәтле булыуын еткерҙе.
– Башҡортостаныма мин тулы ышаныс менән, илһамланып ҡайттым, тине ул, һүҙен йомғаҡлап.
Афарин!
Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.