Йәмһеҙҙең көҙгөһө насар, булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Ябай ғына ауыл кешеһе, үҙенең «Запорожец» автомобилендә юл ҡағиҙәһен боҙоп, «гаишник»ҡа эләгә:
  • һорау-яуап
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Таможня хеҙмәтендә – яңы етәксе Яңылыҡтар

    Таможня хеҙмәтендә – яңы етәксеРеспублика йортонда Башҡор­тостан Президенты Мортаза Рәхимов Федераль таможня хеҙмәте рәйесе урынбаҫары Сергей Шохин менән осрашты.
    Осрашыуҙа Президентты Башҡор­тостан таможняһының яңы начальнигы менән таныштырҙылар. Был вазифаға ул Рәсәй Федераль таможня хеҙмәтенең 2009 йылдың 31 декабрендәге бойороғона ярашлы тәғәйенләнә.
    Валерий Анатольевич Бышовец 1972 йылда Киев ҡалаһында тыуған. 1996 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаған. Таможня органдарындағы хеҙмәтен 1990 йылда Мәскәү күргәҙмәһе таможняһы хеҙмәте инспекторы вазифаһынан башлай. 1994 йылдан 2008 йылға тиклем Рәсәй Федераль таможня хеҙмәтендә эшләй, 2008 йылдан 2010 йылға тиклем Федераль дәүләт хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары ярҙамсыһы вазифаһын башҡара.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Урындағы идара системаһын үҫтереүгә бәйле Сәйәсәт

    19 ғинуарҙа БР Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда Өфөгә ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары семинарында ҡатнашыу өсөн килгән РФ Федерация Советының Урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Степан Киричук менән осрашты.
    Осрашыуҙа урындағы үҙидаралыҡ системаһын үҫтереү мәсьәләләре, муниципалитеттарҙың матди нигеҙен нығытыу буйынса саралар ҡаралды, властың федераль, төбәк һәм муниципаль кимәлдәре араһында хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу кәрәклеге билдәләнде.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Кисә Республика йортонда бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына, ижади интеллигенция вәкилдәренә юғары дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр тапшырылды. БР Прези­денты Мортаза Рәхимов, йыйылыусыларҙы ҡотлап, бында республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүселәр йыйылған, тип билдәләне. Ысынлап та, төрлө һөнәр эйәләрен тәбрикләү республикабыҙҙа хеҙмәт һөйөүселәрҙең лайыҡлы баһаланыуын йәнә бер иҫбатланы.
    Бөрө ҡалаһында «Ке­рә­шен һыуыҡтары – 2010» асыҡ эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсы асылды. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов фестивалдә ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, ун алтынсы йыл рәттән ойошторолған сараның мәҙәниәтте үҫтереүҙә мөһим этәргес булыуын белдерҙе. Фестиваль-конкурстың гала-концерты 24 ғинуарҙа үтәсәк.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Билдәле булыуынса, ике ай элек РФ Президенты Дмитрий Медведев ил Хөкүмәтендә Төньяҡ Кавказ өсөн яуаплы вазифаны башҡарыусыны билдәләү кәрәклеге хаҡында белдергәйне.
    Хәҙер ул был фекерен киңәйтте һәм илдә һигеҙенсе федераль округты булдырҙы. Уға Төньяҡ Кавказдың бөтә төбәктәре лә инде. Ә инде яңы федераль округта үҙенең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп Красноярск өлкәһе губернаторы Александр Хлопонинды тәғәйенләне. Ул шулай уҡ бер юлы РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары вазифаһын да башҡарасаҡ.
    44 йәшлек башлыҡҡа Төньяҡ Кавказға ҡараған төбәктәрҙең иҡтисади, сәйәси, социаль йүнәлешен, ҡыҫҡаһы, бөтә йәшәйешен яйға һалыу бурысы ҡуйылды. Билдәле булыуынса, Хлопонин Красноярск өлкәһен етәкләгәндә ҡатылығы, коррупцияға ҡаршы аяуһыҙ көрәше, яңылыҡтарҙы тиҙ күреп барыуы менән уңыш яуланы.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өсөнсө көнө лә файҙалы уҙҙы Яңылыҡтар

    Өфө ҡалаһында бер аҙна дауам итәсәк республика ҡала һәм район муниципаль округтары хакимиәттәре башлыҡтарының семинарының өсөнсө көнө ер-милек мөнәсәбәттәре менән идара итеү мәсьәләһенә арналды. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитовтың «Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы үҫешенең төп йүнәлештәре һәм перспективалары. Муниципаль берәмектәрҙең ауыл хужалығы производствоһының һөҙөмтәлелеген күтәреүҙәге һәм урындарҙа хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙәге роле» тигән сығышы асты.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡар һәм... автомобилселәр – «баш ауырыуы» Башҡортостан

    Ҡар һәм... автомобилселәр – «баш ауырыуы»Кешегә ай ҙа, ҡояш та ярамай, тигәндәре дөрөҫ инде. Бер ай элек кенә, ҡар яумай, тип илаусылар бөгөн унан ҡотола алмай. Был бигерәк тә ҡала-ауыл, атап әйткәндә, баш ҡалабыҙ урамдарын эш хәлендә тоторға тейешле торлаҡ-эксплуатация, ҡала райондары биләмәләрен тәртиптә тотоу һәм хеҙмәтләндереү идаралыҡтары, «Водо­канал» хеҙмәткәрҙәре, хатта ЮХХДИ һәм машиналарҙы парковкалауға бәйле хеҙмәттәр өсөн дә һиҙелерлек ауырлыҡ килтерә.
    Төп бәлә – автомобилселәрҙең ҡар күпләп яуғанда шәхси транспортта юлға сығыуы һәм машиналарын дөрөҫ урынлаштырмауы. Һөҙөмтәлә урамдарҙың күп өлөшө ҡарҙан таҙартылмай ҡала, урам-юлдарҙың машиналар хәрәкәт иткән өлөшө тарая, иртәле-кисле, йәғни халыҡ эшкә барғанда һәм унан ҡайт­ҡанда, юлдарҙа «тығын»дар барлыҡҡа килә, авария осраҡтары йышая.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алкоголь тураһында 10 факт Сәләмәтлек

    Спиртта иң зарарлы матдә – таҙартылмаған май. Ул үҙе бер нисә төр спирттан тора: пропил, изобутил, амил. Ошо иҫәпкә фурфурол да инә. Мәҫәлән, амил спиртының ағыуы этилға ҡарағанда 19 тапҡыр юғары, фурфуролдыҡы (латинса көрпә тигәнде аңлата) иһә – 83 тапҡырға.
    Алкоголь тиҙ һеңә, тиҙ тарала, әммә организмдан оҙаҡ сыға.
    Иҫерткес эсемлекте 5 мл ғына эсһәң дә 10 – 15 минут үткәс эшкә һәләтлелек 20 – 50 процентҡа кәмей, күҙ үткерлеге, ишетеү 15 – 20 процентҡа насарая, ә ҡул көсө 16 – 17 процентҡа әҙәйә.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эскелек – хурлыҡ Сәләмәтлек

    Мин һәр йәй һайын тыуған ауылыма ҡайтып, ял итәм. Сөнки унда серҙәш инәй­ҙәрем, апай-еңгәләрем бар. Беҙҙең күршелә генә бер олатай менән инәй йәшәй. Ҡарт булһалар ҙа, әлегә тиклем һыйыр, кәзә-һарыҡ аҫрап көн иттеләр. Уларҙа һәр саҡ талҡан, бауырһаҡ, ҡыҙыл эремсек, ҡатлама, ҡыйғаса, бишбармаҡ, ҡурҙаҡ кеүек милли аҙыҡтар өҫтәл тулы. Икәүләшеп һин өйгә инер-инмәҫтән ошо ризыҡтарҙы өҫтәлгә теҙә башлай­ҙар.
    Был ҡайтыуымда олатай баҡыйлыҡҡа күскәйне. Инәйҙән уның үлеү сәбәбен һорашҡайным, ул, илай-илай, ошоларҙы һөйләп бирҙе:
    – Олатайыңа ныҡлап әйтһәм дә, һүҙемде бик тыңлап барманы. Йәштәргә эйәреп эскеләне.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru