Йөрәк тынмай беләк тынмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Ғафуриҙар йәнә осраша
» Беҙ көрсөккә бирешмәйбеҙ!
» Тәмле
» Баш ҡалала мәғарифҡа иғтибар ҙур
» Бер аҙ яҡшы булыу яҡшылыҡты аңлатмай
» «БӘХЕТЛЕ ТРОЛЛЕЙБУС» КӨТӘ ҺЕҘҘЕ



АТАЙ УЛЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ... Башҡортостан » Юбилейҙар
АТАЙ УЛЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ...Ҡайҙа нисектер, әммә тыуған ауылымда кешегә тағылған ҡушамат уның исемен алмаштыра ла ҡуя. Мин үҫкәндә лә беҙҙең урамда йәшәгән бер бабайҙы тик «капитан» тип йөрөткәнлектән, уның ысын исемен дә һуңыраҡ ҡына белдем. Балалары иһә барыһы ла – «капитан балалары». Насар ҡушамат түгел, шулай бит, киреһенсә, ниндәйҙер ҡаһарманлыҡ, дисциплина, маҡсатҡа ынтылышты кәүҙәләндергәндәй.
Минең өсөн ғүмер буйы капитан булып хәтерҙә ҡалған Хатип Өмөтбай улы Йәндүрин 1932 йылда Йәлил Кейекбаев менән бергә Башҡортостан педагогия техникумын тамамлай. Ул ваҡытта Малаяҙ районы (хәҙерге Салауат районы) Ҡыйғы районынан айырылып сыҡҡас, райондың тәүге мәғариф бүлеге мөдире була, Салауат райкомының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире вазифаһында эшләй. 1941 йылдың 22 июнендә һабантуй ваҡытында, Молотовтың радио аша һуғыш башланыуы хаҡында хәбәр иткән сығышын ишетеп, доброволец булып яуға китә. Һуғышты башынан аҙағына тиклем өлкән политрук, гвардия капитаны, рота командиры булып, Еңеү майында ауылына ҡайта һәм бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай.
Ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләгән «капитан улы» Диястың да ғүмер юлы атаһының биографияһы менән ауаздаш, әйтерһең, параллель бара.

Салауат районының Лағыр ауылында 1940 йылдың 20 ғинуарында тыуған зәңгәр күҙле, етен сәсле малай бәләкәйҙән үк китаптар араһында үҫә һәм уға шул ваҡытта уҡ «китап ене» ҡағыла. Әлбиттә, хәреф танымаған сағында ул был ҡатыр­ға тышлы ҡағыҙҙарҙың эсендә ниндәй серҙәр барлығын аңламай, шулай ҙа унда тейергә, йыртырға ярамаған бик ҡиммәтле нәмә йәшеренгәнен күңел һандығына һалып ҡуя. «Үҙ-үҙемде белә башлағандан булмышым тарихсы икәнен аңланым, шуға мәктәпте тамамлағанда ла алдымда, ниндәй һөнәр һайларға, тигән һорау торманы. Сөнки бәләкәйҙән тарих менән йәшәнем, атайымдың тарихи китаптарын уҡып үҫтем», – тип хәтерләй Дияс Хатип улы. Китап аша ул Боронғо ­Грецияға, Мысыр пирамидаларына, Көнсығыштың серле илдәренә сәйәхәт итә.
Ауылда мәктәп ете йыллыҡ ҡына булғанлыҡтан, урта мәктәпте Нәсибаш ауылында тамамлай (бөгөн тамамлай тип әйтеүе генә еңел, сөнки аҙна һайын 20 саҡрымдан ашыу юлды йәйәү үтергә, аҙналыҡ аҙыҡ-түлекте (ул ваҡытта ауыр итеп йөкмәрҙәй аҙыҡ булһа әле) йөкмәргә кәрәк. Унда ла бер кем дә һиңә ашарға бешереп көтөп тормай, иртән мейесен дә үҙең яғаһың, утынды ла үҙең ҡырҡаһың. Дежур булһаң инде, сәй ҡайнатырға һыуҙы ла таң менән йылғанан барып алырға тура килә. Ләкин белем алыу теләге көслө булғандар ғына ошо һынауҙарҙы йырып сыға). Шул ваҡытта ил хөкүмәтенең юғары уҡыу йортона инеү өсөн абитуриенттың ике йыл хеҙмәт стажын талап иткән ҡарары донъя күрә. Сөнки йәштәрҙең белем алырға ынтылышы ҙур, ә колхоз-совхозда эшсе ҡулдар, кадрҙар етмәй. Ике йыл күрше Силәбе өлкәһе заводтарының береһендә токарь һөнәрен үҙләштерә егет. Тик ике йылдан һуң да уға юғары уҡыу йортона инергә насип булмай – Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына документтарын тапшыра, ә 7 июлдә хәрби хеҙмәткә алып та китәләр. Имтихандар иһә августа ғына башлана...
Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә, тип, хәрби бурысын да намыҫлы үтәй башҡорт егете. Ракетасылар мәктәбен отличие менән тамамлап, «ҡанатлы ракеталар механигы» тигән специальность ала, ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1962 йылда, демобилизация булыуына өмөтләнеп, документтарын ҡабат Башҡорт дәүләт университетына ебәрә. Саҡырыу ҙа ала, тик... Донъяла Кариб көрсөгө килеп тыуып, уларҙы тағы ла ярты йылға хәрби хеҙмәттә ҡалдыралар. Ҡайтышлай ул документтарын алып, ҡабат заводҡа эшкә китә. Ләкин күңеленә оялаған «ҡорт» тынғы бирмәй: «Уҡы! Уҡы!»
Шулай итеп, алты йыл стаж туплап, 1963 йылда юғары уҡыу йортона инеп, уны дүрт йылда тамамлай Дияс Йәндүрин. Икенсе курста уҡығанда университеттың профком рәйесе итеп һайлайҙар. Шул уҡ курста ул шул уҡ вуздың филология факультетында белем алыусы Ғафури районының Яугилде ауылы һылыуы Тәнзилә Ғәлиәхмәтоваға тәҡдим яһай. Өсөнсө курста уҡығанда инде студент, йәмәғәт эшмәкәре йөгө менән бергә яңы вазифа – атай вазифаһын да һөйрәргә тура килә.
Уҡыуын тамамлап, ғаиләһе менән атаһы кеүек үк тыуған ауылына балаларға белем бирергә ҡайта йәш белгес. Уға оло ышаныс күрһәтеп, завуч итеп ҡуялар. Перспективалы кадрҙы партияның район комитеты ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Бер аҙҙан Дияс Йәндүрин Салауат райкомының ҡасандыр атаһы етәкләгән пропаганда һәм агитация бүлегендә мөдир булып эш башлай.
Барыһы ла бар, ауыр һуғыш йылдары, мәңге аслыҡ тойғоһо ғына булған бала саҡ та, үҫмер йылдары ла артта кеүек. Тик күңелде, тынғы бирмәй, һаман «ҡорт» кимерә: «Уҡы! Уҡы!»
Шулай итеп, 1970 йылда Дияс Хатип улы БДУ-ның КПСС тарихы кафедраһы ҡарамағындағы көндөҙгө аспирантураға уҡырға инеп, уны тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһендә тамамлай һәм ғүмерен студенттарға белем биреүгә арнай. Тәүҙә кафедрала ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент булып, профессор дәрәжәһенә тиклем күтәрелә.
Эш барышында ул үҙен тәжрибәле педагог, йәш уҡытыусыларҙың һәм аспиранттарҙың остазы итеп таныта. Фәнни һәм педагогик квалификацияһын күтәреү менән даими шөғөлләнә, уҡытыу процесын методик яҡтан тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Вуздың «ХХ быуаттың Ватан тарихы», «IX – XXI быуаттарҙа Ватан тарихы» дәреслектәренең авторҙашы. Уның беренсе курстар өсөн әҙерләгән «Семинар дәрестәр планы» ун тапҡыр баҫыла.
Дияс Хатип улына тәрбиәүи эш тә ят түгел. Ул физика һәм математика факультеттарының беренсе курстары араһында студенттарҙың үҙидара органын формалаштырыуҙа ярҙам күрһәтә, һәләтлеләр һәм ауыр төркөмгә инеүселәр менән айырым әңгәмәләр алып бара. Шулай уҡ студенттар менән бергә музейҙарға, вуздың һәм республиканың ижтимағи әһәмиәтле сараларына йөрөп, йәштәрҙең үҙаңын уятыуҙа, уларҙа ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Ошо йәһәттән, бөгөн кафедрала конкурс үткәрергә йыйыналар. Ул Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналасаҡ. Конкурс һөҙөмтәһе булып, студенттарҙың ижади эштәренән тупланған китап донъя күрәсәк. Бындай эштә кафедра уҡытыусыларының тәжрибәһе ҙур – тәүге китапты еңеүҙең уҙған юбилейына нәшер иткәндәр ҙә инде.
Эйе, төп эшенән тыш, Дияс Хатип улы йәмәғәт эшенең дә уртаһында ҡайнай: профком рәйесе, ижтимағи фәндәр кафедраһының партбюро секретары, БДУ-ның ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе, БДУ ҡарамағындағы Диссертация советы ағзаһы була. Аспирантурала уҡыған йылдарынан алып, уның һәм коллегаларының республиканың райондары, ауыл-ҡалалары буйлап агитбригадалар менән лекциялар уҡырға сыҡмаған ваҡыты булдымы икән? Быны ул ағза булып торған «Белем» республика йәмғиәтенең күп һанлы рәхмәт хаты һәм наградаһы раҫлай. Моғайын, улар барып етмәгән бер генә район да ҡалмағандыр. Бигерәк тә Дияс Хатип улы кеүек ике дәүләт телендә лә иркен һөйләшкән, үҙ фекерен асыҡ итеп халыҡҡа еткергән ялҡынлы трибун-ораторҙар республикаға суверенитет яулау йылдарында ҙур эш башҡарҙы. Шул йылдарҙа Дияс Йәндүриндың республика матбуғатында 20-ләгән мәҡәләһе донъя күрҙе. Ошо осорҙа ул арҡаҙашы, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Марат Ҡолшәрипов менән ҡулға-ҡул тотоношоп бер йүнәлештә эшләй, тап шул йылдарҙа Дияс Хатип улы Башҡорт халыҡ конгресын төҙөй, иҫәпһеҙ-һанһыҙ уҙғарылған митинг-демонстрацияларға республиканың төрлө мөйөштәренән халыҡты йы­йыуҙа ла роле баһаһыҙ.
Ғүмер тигәнең аҡҡан һыуҙай үтә. Быйыл инде суверенлы дәүләттә йәшәүебеҙгә лә 20 йыл тула. Республика, уның киләсәге өсөн янып-көйөүҙәр касафатымы, тик фәнни эшкә ваҡыт тығыҙ, ә күңелдәге ҡорт һаман туҡтамай: «Уҡы! Уҡы!» Һәм 2005 йылда Дияс Хатип улы Башҡортостан, Татарстан, Удмуртстан, Марий иле, Сыуашстан, Мордовия Республикалары миҫалында «XX быуаттың 20 – 30-сы йылдарында Урал – Волга буйы автономияларында милли-дәүләт ҡоролошо» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ошо тема буйынса 60 эш, шул иҫәптән ике монография баҫтыра. Уның тикшеренеүҙәренең айырым һығымталары һәм аспекттары бөтә Рәсәй, республика ғилми-ғәмәли конференцияларында яңғырай.
Бөгөн дә ғалим әүҙем ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта ул Әйле ҡәбиләһенең Тырнаҡлы ырыуына ҡараған туғыҙ ауылдың тарихын яҙыу өҫтөндә эшләй. Яҡташтары, ауылдаштары менән даими хеҙмәттәшлек итә, осрашыуҙарға, байрамдарға, башҡа саралар­ға ҡайтып, үҙенең эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе менән таныштыра. Ырыуҙар хәрәкәте эшләй башлағас, ул әйлеләр­ҙең йыйынын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составында тәү ҡарашҡа күҙгә күренмәҫ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша. Районда иң тәүгеләрҙән булып Шәжәрә байрамын уҙғарған ауылдаштарына ойоштороу эштәрендә ҙур ярҙам күрһәтә һәм сараның уртаһында ҡайнай.
Дияс Йәндүрин эше менән генә түгел, ғаиләһе менән дә бәхетлелер, моғайын, Башҡортостанда уның кеүек күп балалы атай булған ғалим юҡтыр ҙа. 10 бала үҫтергән ата-әсәһе Хатип һәм Йәмиләнән саҡ ҡына ҡалышып, тормош иптәше Тәнзилә Аҫылғужа ҡыҙы менән алты балаға ғүмер бүләк итә. Тик тәүге улдары Ильяс, юғары уҡыу йортоноң беренсе курсын тамамлап, төҙөлөш отрядына киткән ерендә, 18 йәше тулған көндәрҙә, фажиғәле һәләк була. Бала ҡайғыһынан ауыр ҡайғы булмаһа ла, Йәндүриндар бөгөлөп төшмәй, бер-береһенә терәк булып, балаларының барыһын да үҙ аллы тормош юлына сығара, барыһына ла юғары белем алыуҙа ярҙам итә. Бөгөн балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бигерәк тә ҡыҙҙарының уңышына һөйөнә олатай менән өләсәй. Һөйөнмәҫлек тә түгел шул – Светланалары, атаһы юлынан китеп, БДУ-ның тарих факультетын, аспирантура тамамлай. Әлеге көндә сит илдә йәшәй. Дианалары, БДУ-ның роман-герман факультетын тамамлап, баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге гимназияһында балаларға инглиз телен уҡыта. Ике йыл элек бөтә Рәсәй буйынса беренсе тапҡыр уҙғарылған конкурста еңеп, АҠШ-та стажировка үтеү өсөн грант яулай һәм, диңгеҙ аръяғына барып, белемен камиллаштырып ҡайта. Былтыр уның улы Ансар уҡыу­сылар араһында шундай грантҡа лайыҡ була һәм ул да Америкаға сәйәхәт ҡыла.
Изгелек эшлә лә – һыуға һал, халыҡ күрер, халыҡ күрмәһә – балыҡ күрер, тигәндәй, Дияс Хатип улының ауылдаштарына, студенттарына, республикаһына ҡылған изгелектәре баһаһыҙ булһа ла, үҙен күптәр талапсан тип белһә лә, ул үтә лә баҫалҡы кеше. Бер ваҡытта ла үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, үҙен хәстәрләп йөрөмәҫ. Етәкселек тә уның эшен тейешенсә баһалай. Төрлө йылдарҙа лайыҡ булған «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы, СССР халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитетының «Эшендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн», РФ Мәғариф министрлығының «РФ профессиональ белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре» билдәләренә өҫтәп, былтыр декабрҙә БДУ-ның 100 йыллығы уңайынан, ҙур вуздың 15 уҡы­тыу­сыһы менән бер рәттән, Дияс Хатип улы ла «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡы­тыусыһы» исеменә лайыҡ була.
Бөгөн инде, артҡа боролоп ҡарап, үткән юлды барларға ла мөмкин. Юҡ, ғүмер бушҡа уҙмаған, ҡасандыр атаһы башлаған юлды дауам итеп, Дияс Йәндүрин атай – «капитан улы» ғына булып ҡалманы, халҡының, дәүләтенең арҙаҡлы улына әүерелде һәм ошо үҙ яҙмышына яҙған белем «йөгөн» ауыр­һынмай ғына йөкмәп, уны йәштәргә таратып, һаман алға бара.

З. ӘЙЛЕ.
 (голосов: 1)
авторы: admin | 21 января 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • ТАМЫРЫ НЫҠ АҒАС АУМАЙ
  • Байҡағанда тарих төпкөлдәрен киләс| ...
  • Кеше күңеленә һәр яҡшылыҡ бала са ...
  • Һәр яҡтан да беренсе
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгө ...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru