Мин һәр йәй һайын тыуған ауылыма ҡайтып, ял итәм. Сөнки унда серҙәш инәйҙәрем, апай-еңгәләрем бар. Беҙҙең күршелә генә бер олатай менән инәй йәшәй. Ҡарт булһалар ҙа, әлегә тиклем һыйыр, кәзә-һарыҡ аҫрап көн иттеләр. Уларҙа һәр саҡ талҡан, бауырһаҡ, ҡыҙыл эремсек, ҡатлама, ҡыйғаса, бишбармаҡ, ҡурҙаҡ кеүек милли аҙыҡтар өҫтәл тулы. Икәүләшеп һин өйгә инер-инмәҫтән ошо ризыҡтарҙы өҫтәлгә теҙә башлайҙар. Был ҡайтыуымда олатай баҡыйлыҡҡа күскәйне. Инәйҙән уның үлеү сәбәбен һорашҡайным, ул, илай-илай, ошоларҙы һөйләп бирҙе: – Олатайыңа ныҡлап әйтһәм дә, һүҙемде бик тыңлап барманы. Йәштәргә эйәреп эскеләне. Араҡының яҡшылыҡҡа алып бармағанын һәр кем белергә тейеш икәнен аңларға тейеш тә бит һуң, юҡ инде. Килен экспертизала эшләй бит – олатайың ҡапыл үлгәс, эске органдарын тикшергәндәр. Баҡһаң, бауыры бөтөнләй иҙелеп бөткән. Әйтәм, гел генә ҡан ҡоҫоп йөрөнө. Уң үпкәһе бөтөнләй сереп, аҫҡа төшкән. Йөрәк, сепрәк һымаҡ, һәлберәп тора, бөйөрҙәре, әстерхан сәтләүеге кеүек, бөрөшөп ҡатҡан, ашҡаҙаны тотош яра – ҡан һарҡып, ә эсәктәре ваҡ колбасалар кеүек бүленеп-бүленеп торған. Тын юлы тәмәке төтөнөнә һоп-һоро булып ҡатҡан икән. Нисек ошо көнгә тиклем йәшәй алған ул ҡартым – аптырайым... Хәлемдән килһә, бейек тау башына менеп: «Ҡыҙҙар, егеттәр, ауылдаштар! Тәмәке тартмағыҙ, араҡы эсмәгеҙ, үҙ ғүмерегеҙҙе ҡыҫҡартмағыҙ. Былай ҙа кеше ғүмере ҡыҫҡа, бик ҡыҫҡа!» – тип ҡысҡырыр инем. Бына көмөшкә ҡыуыу тураһында бер ныҡлы ғына ҡарар кәрәк. Юғиһә ауылдың һәр өсөнсө өйөндә, шул хәрәмде ҡыуып, һатып байыйҙар, ә күпме йәштәр эсеп һәләк була, ҡуй инде! – тип, инәйем һүҙен тамамланы. Оло кешенең һүҙҙәренән йөрәгем әрнеп, уның менән бик йылы хушлашып, бирешмәй генә ары йәшәүен теләп, сығып киттем. Ысынлап та, эскелек – бик ҙур хурлыҡ. Ошоно аңлаһын ине беҙҙең халыҡ!
Факиһа МЫРҘАБУЛАТОВА. Салауат ҡалаһы. |