Көсөң менән маҡтанма, эшең менән маҡтан.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Швед майҙансығында Башҡортостан байрағы елберл ...
» Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә ба ...
» Туғандар ҡайғыртыуы
» Башҡортостан яңылыҡтары
» «Әсәләр аҡсаһы» арта
» Литва менән аграр хеҙмәттәшлек үҫе ...



Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
Бер ханым тегеүсегә килә лә:
– Миңә өс метрлыҡ төнгө күлдәк тегегеҙ әле, – ти.
– Ниңә? – тип аптырай тегеүсе.
– Минең ирем – фәнни хеҙмәткәр. Уның өсөн иң мөһиме – эҙләнеү.

* * *
Граждандар оборонаһы дәресе бара. Уҡытыусы:
– Балалар, мине иғтибар менән тыңлағыҙ: сиреналар һыҙғыра, һауа тревогаһы иғлан ителә, – ти.
Бөтә уҡыусылар ҙа парталар аҫтына төшә. Бер уҡыусы ғына бер нимә булмағандай ултыра.
– Ильяс, һин нимә эшләп ултыраһың, башыңды ҡотҡар! – ти уҡытыусы.
– Һуғышта геройҙар ҙа булғанын оноттоғоҙмо ни? – тигән малай эре генә.

* * *
Ике ҡуян осраша. Бере­һенең аяҡтары бәйләнгән. Икенсеһе:
– Һунарҙамы? – тип һорай.
– Эйе.
– Һунарсымы?
– Ул.
– Аттымы ни?
– Юҡ, баҫты.

* * *
– Үҙең, тутыйғошом һөйләшә белә, тигән булаһың. Һиңә нисәнсе ҡат киләм, әле бер генә һүҙен дә ишеткәнем юҡ, – ти бер ир .
– Ул бик аҡыллы ҡош, шуға кем эргәһендә һөйләшергә, ә кем булғанда телен тыйырға икәнен белә, – тигән хужа.

* * *
– Әкрәм, – ти уҡытыусы, – кисә берәй кешегә ниндәй ҙә булһа изгелек эшләнеңме?
– Әлбиттә. Этем менән урамда йөрөгәндә бер ағай­ҙың автобусҡа йүгергәнен күрҙем, ә ул ҡуҙғалырға тора ине. Шул ваҡытта этемде ебәр­ҙем дә, ағай автобусҡа өлгөрҙө, – тигән малай ҡәнәғәтлек менән.

* * *
– Апай, апай, – ти бер малай.
– Нимә кәрәк?
– Автобуста ҡулсатыры­ғыҙҙы һеҙ ҡалдырҙығыҙмы?
– Эйе, мин!
– Улайһа, ана автобус артынан йүгерегеҙ, ул әле бик алыҫ китмәне, – тигән малай.

* * *
Ҙур ҡала бәләкәйенән нимәһе менән айырыла? Ҙур ҡалала күп нәмәне күрергә мөмкин, ә бәләкәйендә күпте ишетергә...

* * *
Ике һалдат һөйләшә:
– Ильяс, һине армияға китергә нимә мәжбүр итте?
– Ҡатыным юҡ, һуғышырға яратам, шуға күрә киттем инде.
– Ә һине?
– Нимә тип кенә әйтәйем икән? Минең, киреһенсә, ҡатыным бар, ә тыныслыҡ яратам. Бына шуға китергә булдым.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 21 января 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Көлкөлиум
  • Көләмәстәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көләмәстәр
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru