Донъяла кеше эшләй алмаған эш юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был һандар һәр телефонда булырға тейеш! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Статистика күрһәтеүенсә, бөгөн баш ҡалала оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу ҡағиҙәләрен белмәү мәсьәләһе бик киҫкен тора. Өфөләге «кәрәҙле» элемтә операторҙарының береһе лә «Ашығыс ярҙам»ды ғәҙәттәге 03 һаны буйынса саҡырыу мөмкинлеген бирмәй. Шул уҡ ваҡытта 112 һанын йыймайынса ла (берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәте) унда шылтыратып була икәнлеген бер кем дә халыҡҡа аңлатмай. Ә ашығыс хеҙмәттәргә ошо рәүешле шылтыратып була:
    Смартс – 03, 8347203, 030, 003
    Мегафон – 030303, 003003
    МТС – 03*, 030, 033
    Билайн – 003
    Сотел – 03, тик Өфөлә генә, унан ситтә 112 һаны аша йыйырға.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ветеринария идаралығында – яңы етәксе Сәйәсәт

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Вәкил Буранбаевты БР Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Ветеринария идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
    Башҡортостан Президентының икенсе ҡарары менән идаралыҡтың элекке етәксеһе Хәлил Борғанов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, биләгән вазифаһынан бушатылды.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика Президенты – Дәүләт Советы ултырышында Сәйәсәт

    22 ғинуарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов РФ Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты.
    Унда ҡатнашыусылар Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев рәйеслегендә илдең сәйәси системаһы үҫеше тураһында фекер алышты. Сәйәси һәм партия институттарын, парламент демократияһын, урындағы үҙидаралыҡ, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре лә ҡаралды.
    Дәүләт башлығы фекеренсә, Рәсәйҙе бөтә яҡлап яңыртыу зарур.
    – Илебеҙ һөҙөмтәле иҡтисадҡа эйә булһын, ә халҡы етеш йәшәһен өсөн иҡтисади һәм технологик тәртипте тамырынан үҙгәртергә кәрәк, – ти ул.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғилем юлында Мәғәриф

    Ғилем юлындаБашҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, хеҙмәт юлын Рес­публика тире-венерология диспансерында башлаған Наил Шахмәмәтов эшенә ижади ҡарашы, уңғанлығы менән хеҙмәттәштәренең ихтирамын тиҙ яулай.
    Ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, йәш табип-дерматовенеролог, тире-венерик сирҙәрен дауалауҙың яңы ысулдарын табып, бер нисә ғилми хеҙмәт яҙа. Улар, Рәсәй кимәлендә үткән төрлө медицина форумдарында ыңғай баћа алып, айырым йыйынтыҡтарға индерелә.
    – Донъя ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Бөгөн ҡулланылған заманса медицина ҡорамалдары сирҙәрҙе тәрән өйрәнергә, аҙ сығымдар менән уларҙы ћөҙөмтәле дауалау юлдарын табырға мөмкинлек бирә,– ти Наил Шахмәмәтов.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    БР Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән мәғарифты камиллаштырыу һәм артабан үҫтереү маҡсатында Башҡортостан Республика­һында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы раҫланды. Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә өс ай эсендә концепцияның өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын эшләргә һәм раҫларға, норматив-хоҡуҡи акттарҙы ошо Указға яраҡлаштырырға ҡушылды. Концепция Рәсәй Федера­ция­һының Милли мәғариф сәйәсәте концепцияһын, Рәсәй Федерацияһы Президенты тәҡдим иткән «Беҙҙең яңы мәктәп» белем биреү инициативаһын, дөйөм башланғыс белемдең федераль дәүләт мәғариф стандартын иҫәпкә алып эшләнде. «Башҡорт-ҡытай дуҫлығы йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы теркәлеү тураһында танытма алды. Уны ойоштороу­ҙа фән, мәҙәниәт, йәштәр һәм ветерандар йәмәғәтселеге вәкилдәре, Башҡортостан Рес­публикаһының йәмәғәт учреждениелары һәм ойошмалары ҡатнашты.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығында реформалар дауам итәсәк. Был хаҡта ил башлығы Дмитрий Медведев хәбәр итә. Атап әйткәндә, личный составты кәметеү, ә эш хаҡын арттырыу хаҡында һүҙ бара. Былтыр декабрҙә 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем эске эштәр органдарының эшмәкәрлеген камиллаштырыу хаҡында әйтелде. Эш хаҡын арттырыу менән бер рәттән, милицияның ҡайһы бер вәкәләттәрен федераль кимәлгә күтәреү хаҡында ла һүҙ булды.
    Илдә милиция үҙәкләштерелергә тейеш. Әлбиттә, бер кем дә ярты йыл эсендә генә был органды үҙгәртеп булырына ышанмай, шуға ла тармаҡты камиллаштырыу өсөн ике йыл ваҡыт бирелгән. Был ваҡыт эсендә эшен юғалт­ҡан милиционерҙарҙы урынлаштырыу мәсьәләһе лә хәл ителер, тип ышанғы килә.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әлегә шөкөр итерлек әле Башҡортостан

    Республикабыҙҙа көрсөккә ҡаршы ваҡытында ҡабул ителгән һәм уңышлы тормошҡа ашырылған программалар иҡтисади яҡтан ауыр булған үткән йылды лайыҡлы йырып сығырға ярҙам итте.
    Вице-премьер билдәләүенсә, республика етәкселегенең беҙҙәге һәр предприя­тие­ға айырым иғтибар бүлеүе, ауыр хәлдә ҡалған ойошмаларға ярҙам күрһәтеүе Башҡортостандың сәнәғәт потенциалын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, эш өсөн тағы ла уңайлыраҡ шарттар тыуҙырыу мөмкинлеген дә асты. Дөйөм алғанда, төбәгебеҙ сәнәғәт, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙең күрһәткестәре буйынса уртаса Рәсәй кимәленән 5 – 6 процентҡа алда бара. Ғөмүмән, иҡтисади тороштоң дөйөм күрһәткестәре буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең иң шәп биш төбәге араһына инә ала.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил САРБАЕВ: “Ил кимәлендә күрһәтер ҡаҙаныштар етерлек” Яңылыҡтар, Башҡортостан

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил САРБАЕВ: “Ил кимәлендә күрһәтер ҡаҙаныштар етерлек”Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе Раил Сарбаев үткән аҙнала район һәм ҡала гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре, журналистары менән үткәргән матбуғат конференцияһында бөгөнгө көнкүрешкә аныҡ баһа бирҙе. Түбәндә – көн үҙәгендә торған мәсьәләләр хаҡында әйткәндәренән иң мөһимдәре.
    – Быйыл беҙҙә иң ҙур бюджет дефициты күҙалланған – 13,8 миллиард һум. Был аҙымға барыр алдынан уны ҡаплау саралары хаҡында уйландыҡ, әлбиттә. Үҙ өҫтөбөҙгә яуаплылыҡ алабыҙ икән, үтәргә тейешбеҙ. Унан килеп, беҙ кредит алыу йәһәтенән ышаныс яулағанбыҙ – теләһә ҡайһы Европа банкыһы бирәсәк. Ғәҙәттә, бер йылға бурысҡа алабыҙ ҙа, уны шунда уҡ түләйбеҙ.
    Әйткәндәй, килемһеҙ предприятиелар тураһында...
    – Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, хәл насар түгел. Шулай ҙа килемһеҙ предприятиелар һаны артты. Респуб­ликаның 1180 завод-фабрикаһы, 243 комбинаты табыш килтермәй. Яңы йылдың тәүге ике айы ауыр ғына булыр, әммә артабан өмөт бар. 2007 – 2008 йылдар күрһәткестәрен яулар өсөн сәнәғәт етештереүсәнлеге индексын йыл һайын ете процент­ҡа күтәреү мөһим.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru