22 ғинуарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов РФ Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты. Унда ҡатнашыусылар Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев рәйеслегендә илдең сәйәси системаһы үҫеше тураһында фекер алышты. Сәйәси һәм партия институттарын, парламент демократияһын, урындағы үҙидаралыҡ, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре лә ҡаралды. Дәүләт башлығы фекеренсә, Рәсәйҙе бөтә яҡлап яңыртыу зарур. – Илебеҙ һөҙөмтәле иҡтисадҡа эйә булһын, ә халҡы етеш йәшәһен өсөн иҡтисади һәм технологик тәртипте тамырынан үҙгәртергә кәрәк, – ти ул. Ултырышта шулай уҡ һайлау системаһындағы үҙгәрештәргә һәм сәйәси партияларҙың илдең ижтимағи тормошонда ҡатнашыу формаһына бәйле мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Дәүләт Советы йомғаҡтарын баһалап, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, ултырышта ҡаралған мәсьәләләрҙең көнүҙәк һәм ваҡытлы булыуын билдәләне. Республика башлығы фекеренсә, илде модернизациялау буйынса тәҡдим ителгән йүнәлештәр етди иғтибар һәм профессиональ ҡараш талап итә. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Дмитрий Медведевтың, партиялар уның лидерҙарының амбицияларын ҡәнәғәтләндереү өсөн түгел, дәүләтте үҫтереү, граждандарға ярҙам итеү өсөн төҙөлә, тигән фекере менән тулыһынса килешеүен белдерҙе. Ул, Рәсәй Президентының, Рәсәй төбәге менән идара итеү өсөн яҡшы чиновник, белгес һәм аҡыллы менеджер ғына булыу етмәй, тигән һүҙҙәрен иғтибар үҙәгенә алып: – Төбәк етәксеһе иң беренсе сиратта халыҡ менән эшләргә, ә үҙ кабинетында бикләнеп ултырырға тейеш түгел. Төбәк етәксеһе эшмәкәрлегенең төп баһаһы – халыҡтың ышанысы, – тип билдәләне.
“Башинформ”. |