Ҡорал әмәлһеҙ булмай, әмәл ғәмәлһеҙ булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Шәжәрәңде бел!
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Шәхси хужалыҡ
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Йәшел аҙна»ның гран-прийы – Башҡортостанға Башҡортостан

    «Йәшел аҙна»ның гран-прийы –  БашҡортостанғаГерманияла 14 – 24 ғинуарҙа уҙғарылған халыҡ-ара «Йәшел аҙна – 2010» күргәҙмәһенән БР Хөкүмәте – гран-при, Башҡортостан предприятиелары оригиналь бренд дизайны өсөн өс диплом һәм аҙыҡ-түлек та­уарҙарының юғары тәм сифаты өсөн ике миҙал алып ҡайтты. Бынан тыш, республикабыҙ Рәсәй экспозицияһы составында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн, атап әйткәндә, «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте РФ Ауыл хужалығы министрлығының дипломы менән наградланды.
    Европа баҙарында Башҡортостан тауарҙары тәү тапҡыр ғына билдәләнмәй. Республика аграрийҙары был күргәҙмәлә даими ҡатнаша. Әйтәйек, былтырғы күргәҙмә ваҡытында Германияның сауҙа селтәрҙәренә беҙҙең «Дикий мед» һәм «Калиновая» араҡыларын оҙатыуға килешеү төҙөлгәйне.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    23 февралдә дүрт көн ял итәсәкбеҙ Яңылыҡтар » Иғтибар

    Быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнө шишәмбегә тура килә, шунлыҡтан эш расписаниеһына төҙәтмә индерелә: шәмбе ял көнө, 27 февраль, дүшәмбегә, 22 февралгә, күсерелә. Шәмбелә, 27 февралдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
    Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 20, 21, 22, 23 февраль ял көндәре буласаҡ. Уның ҡарауы, байрамдарҙан һуңғы киләһе аҙнала бер генә көн ял итәсәкбеҙ.
    Был РФ Хөкүмәтенең 2009 йылдың 31 октябрендәге 869-сы «2010 йылда ял көндәрен күсереү тураһында»ғы ҡарары менән нығытыла.
    Әйткәндәй, быйыл 8 март дүшәмбегә тура килә. Шуға күрә бер ниндәй ҙә көн күсереү булмаясаҡ – шәмбе, йәкшәмбе һәм дүшәмбе ял итәсәкбеҙ.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ветерандарға – юбилей миҙалдары Башҡортостан » Милли проекттар

    Ветерандарға – юбилей миҙалдарыБашҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республикабыҙҙың бер төркөм ветерандарына «1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә – 65 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырҙы. 30 кешенең һәр береһенә был ваҡиға ысын мәғәнәһендә оло әһәмиәткә эйә. Күптәре республиканың алыҫ райондарында йәшәүенә ҡарамаҫтан, тәүгеләрҙән булып был мәртәбәле награданы алыу өсөн баш ҡалаға килергә үҙендә көс тапҡан.
    Мортаза Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, Еңеү байрамы быйыл илебеҙҙә айырыуса ҙур итеп ойоштороласаҡ, шул иҫәптән республиканың ҡала һәм райондарында ла оло тантаналар үтәсәк. Бынан тыш, юбилей йылында Башҡортостанда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын яҡлауға йүнәлтелгән саралар планлаштырылған. Мәҫәлән, 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ менән тәьмин ителеү буйынса иҫәпкә торған барлыҡ ветерандар ҙа 1 майға тиклем фатир аласаҡ, ә кемдәр һуңыраҡ иҫәпкә баҫҡан, улар йыл аҙағына тиклем мотлаҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡортостанда банкротлыҡ сигендәге предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләүгә контроль арттырылды. Бындай ҡарар Ведомство-ара координация советының эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыстарҙы түләү мәсьәләләренә арналған һуңғы ултырышында ҡабул ителгәйне. Бөлөү сигендәге байтаҡ предприятие, арбитраж идарасылар статистика органдарына булған бурыстар тураһында ваҡытында мәғлүмәт бирмәгәнлектән, быға тиклем профойошмалар күҙенә эләкмәй килде.
    Иртәгә Өфөнөң «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында 26 йәшкә тиклемге спортсылар араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге асыла. Был Европа чемпионатына һайлап алыу мөмкинлеген бирәсәк. Программала индивидуаль ярыш, спринт һәм эстафета ҡаралған.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Кисә Гондурастың яңы Президенты Порфиро Лобо үҙенең вазифаһын башҡара башланы.
    Был мөһим сәйәси ваҡиғанан бер көн алда ғына илдең Юғары суды былтыр июндә ул ваҡыттағы Президентты «тәхете»нән ҡолатыусыларҙы аҡлау тураһында ҡарар сығарҙы. Ул саҡта ил башлығы Мануэль Селайяға ҡаршы ойошторолған революцияның башында хәрбиҙәр торған.
    Селайя Гондурас Президенты вазифаһынан 28 июндә төшөрөлдө. Ил халҡына уның референдум үткәреп, Конституцияға үҙгәрештәр индерергә маташыуы оҡшаманы. Үҙгәрештәр бер кешенең президентлыҡҡа ике тапҡыр һайланыу мөмкинлеген бирә ине. Гондурастың хәрби етәкселәре эш буйынса илдән ситкә сыҡҡан Селайяның самолетын кире индермәне. Ул һуңынан да ҡасып йәшәргә мәжбүр булды. Һөҙөмтәлә хәрбиҙәр вазифаларын яуыз ниәттә файҙаланыуҙа ғәйепләнде. Хәҙер, әйтеп үтеүебеҙсә, улар аҡланды.
    Яңы Пре­зи­дент үҙенең элекке коллегаһына илгә почетлы ҡунаҡ сифатында инергә рөхсәт бирҙе.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Журналист эшен дә күрә белеү мөһим Яңылыҡтар

    Журналист эшен дә күрә белеү мөһимҺуңғы йылдар­ҙа журналистар тормош-көнкүрешенә яңы һулыш өргән, матбуғаттың, был өлкәлә эшләүселәрҙең мәртәбәһен тағы ла бер башҡа күтәргән Матбуғат фестивален гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сөнки нәҡ ошо сарала республика һәм район-ҡала баҫмаларының үткән йылғы эшенә йомғаҡ яһала, уларҙың иң яҡшылары билдәләнә, иң әүҙем һәм ижади эшләүсе журналистар лайыҡлы бүләктәрен ала.
    Үткән йомала Өфөлә уҙғарылған Матбуғат фестивале лә, үҙенә «иң-иң»дәрҙе йыйып, яңы геройҙарын хөрмәтләне (был турала гәзитебеҙҙең үткән һандарында яҙғайныҡ инде). Ҡунаҡҡа килеү, ҡәҙер-хөрмәт күреү, күңел асыу, әлбиттә, яҡшы. Әммә ошондай сараларҙы ойоштороусылар, уларға бағыусылыҡ күрһәтеүселәр йыш ҡына «сәхнә» артында ҡала.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамға әҙерлек ҡыҙыу бара Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Байрамға әҙерлек ҡыҙыу бараБашҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында төп иғтибар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек мәсьәләләренә арналды. Юбилейҙы байрам итеү хаҡында Башҡортостан Президенты Указы 2007 йылда уҡ ҡабул ителә һәм ойоштороу комитетының составы һәм саралар планы раҫлана. «Был сараға өс айҙан әҙ генә күберәк ваҡыт ҡалды, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. – Үкенескә күрә, һуғышта ҡатнашыусы ветерандар һаны йылдан-йыл кәмей бара. Беҙҙең бурыс – уларҙың тормошон еңеләйтеү һәм йәм өҫтәү».
    БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов сығышын Рәсәй Президенты Дми­трий Медведевтың һүҙҙәренән башланы. «Бер ниндәй көрсөк тә, финанс ауырлыҡтары ла ветерандар алдындағы социаль бурыстарҙы үтәгәндә сағылыш табырға тейеш түгел». Вице-премьер мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортос­танда барлығы 12370 һуғыш ветераны йәшәй, шуларҙың 3698-е – һуғыш инвалиды. Бынан тыш, республикала 32 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды һәм ветеранының ғаилә ағзаһы, шулай уҡ 79 меңдән ашыу һуғыш йылдарының тыл ветераны бар.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөһим бурыстар ҡуйылды Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президентының Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары алдындағы стратегик бурыс­тарҙың береһе – III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын әҙерләү һәм үткәреүҙе яҡтыртыу, тип билдәләне. – РАЙОН һәм ҡала гәзиттәрендә иң беренсе сиратта урындарҙа үтәсәк конференциялар һәм съезд делегаттарын һайлау сағылыш табырға тейеш, – тине ул. – Матбуғат баҫмаларында иһә район­дарҙа телде өйрәнеү, халыҡтарҙың милли йолаларын һаҡлап алып ҡалыу, халыҡтың тарихҡа мөнәсәбәте хаҡындағы материалдар өҫтөнлөк итәсәк.
    Сергей Лаврентьев әйтеүенсә, Ҡоролтайға әҙерлек барышында республика киң мәғлүмәт сараларының мөһим бурыстарының береһе – башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе башҡорт халҡын төбәгебеҙ тормошондағы ваҡиғалар менән таныштырыу. Бында заманса технологияларҙы, шулай уҡ интернетты файҙаланыу һөҙөмтәлерәк.
    Сергей Лаврентьев фекеренсә, тарихи дөрөҫлөктө тергеҙеп, бер нисә йыл дауамында хаҡһыҙ рәүештә онотолған күренекле ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙәрҙең исемен халыҡҡа ҡайтарыу мөһим. Һүҙ, иң беренсе сиратта, Әхмәтзәки Вәлиди тураһында бара.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru