Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • [b]Көнөгөҙ матур үтһен тиһәгеҙ...[/b]
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Алкоголь тураһында 10 факт Сәләмәтлек

    Спиртта иң зарарлы матдә – таҙартылмаған май. Ул үҙе бер нисә төр спирттан тора: пропил, изобутил, амил. Ошо иҫәпкә фурфурол да инә. Мәҫәлән, амил спиртының ағыуы этилға ҡарағанда 19 тапҡыр юғары, фурфуролдыҡы (латинса көрпә тигәнде аңлата) иһә – 83 тапҡырға.
    Алкоголь тиҙ һеңә, тиҙ тарала, әммә организмдан оҙаҡ сыға.
    Иҫерткес эсемлекте 5 мл ғына эсһәң дә 10 – 15 минут үткәс эшкә һәләтлелек 20 – 50 процентҡа кәмей, күҙ үткерлеге, ишетеү 15 – 20 процентҡа насарая, ә ҡул көсө 16 – 17 процентҡа әҙәйә.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эскелек – хурлыҡ Сәләмәтлек

    Мин һәр йәй һайын тыуған ауылыма ҡайтып, ял итәм. Сөнки унда серҙәш инәй­ҙәрем, апай-еңгәләрем бар. Беҙҙең күршелә генә бер олатай менән инәй йәшәй. Ҡарт булһалар ҙа, әлегә тиклем һыйыр, кәзә-һарыҡ аҫрап көн иттеләр. Уларҙа һәр саҡ талҡан, бауырһаҡ, ҡыҙыл эремсек, ҡатлама, ҡыйғаса, бишбармаҡ, ҡурҙаҡ кеүек милли аҙыҡтар өҫтәл тулы. Икәүләшеп һин өйгә инер-инмәҫтән ошо ризыҡтарҙы өҫтәлгә теҙә башлай­ҙар.
    Был ҡайтыуымда олатай баҡыйлыҡҡа күскәйне. Инәйҙән уның үлеү сәбәбен һорашҡайным, ул, илай-илай, ошоларҙы һөйләп бирҙе:
    – Олатайыңа ныҡлап әйтһәм дә, һүҙемде бик тыңлап барманы. Йәштәргә эйәреп эскеләне.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илдәге алкоголгә ҡаршы кампаниялар Сәләмәтлек

    Рәсәйҙә 1914 йылдың авгусында Ни­колай II указы менән «ҡоро закон» индерелә, әммә ул 1925 йылда большевиктар тарафынан юҡҡа сығарыла.
    1958 йылда вокзалдар территорияһында һәм уның тирәләй, аэропорттарҙа, сәнәғәт предприятиелары, уҡыу йорттары, балалар учреждениелары, дауаханалар, шифаханалар тирәләй, халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа араҡы һатыу тыйыла.
    1972 йылда СССР-ҙа тәүге тапҡыр алкоголгә ҡаршы көрәш иғлан ителә. Көслө эсемлектәр етештереү күләме кәметелә, уларға хаҡ арттырыла. 45 градустан да көслөрәк алкоголь эсемлеген етештереү тыйыла һәм иҫерткестәрҙе сәғәт 11-ҙән 19-ға тиклем генә һатыу индерелә.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дәүләт эскелеккә ҡаршы көрәш иғлан итте Башҡортостан » Милли проекттар

    Дәүләт эскелеккә ҡаршы көрәш иғлан итте2020 йылға дәүләт илдә спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы ике тапҡыр кәметмәксе, шарап етештереү эшен юлға һалмаҡсы, легаль булмаған алкоголь баҙарын тулыһынса бөтөрмәксе, эсеп ағыуланып үлеүселәр һанын кәметмәксе. Төбәк властарына ла концепцияны атҡарыу буйынса үҙ программаларын эшләргә тәҡдим ителде.
    Ҡыҙыҡ, Рәсәйҙә алкоголь ҡулланыуҙың хронометражын ҡараһаң, ул йыл да үҫеүгә табан барған. Әйтәйек, революцияға тиклем илдә алкоголь ҡулланыу йән башына йылына 0,83 л тура килгән. Спиртлы эсемлектәрҙе күпләп ҡулланыу үткән быуаттың 70-се йылдарында башланған. 90-сы йылдар башына, йәғни алкоголгә ҡаршы иң һуңғы көрәш асыусы совет лидеры Михаил Горбачевтан һуң, илебеҙҙә эскелек ҡырҡа көсәйгән: һәр йән башына йылына 5,4 л таҙа спирт тура килгән булһа, былтыр иһә был күрһәткес 10 литр­­ға барып еткән. Был иҫәпкә законһыҙ етештерелгән спиртлы эсемлектәр инмәй, уларын да иҫәпләһәң, йылына 18 литрға барып етә!

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АТАЙ УЛЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ... Башҡортостан » Юбилейҙар

    АТАЙ УЛЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ...Ҡайҙа нисектер, әммә тыуған ауылымда кешегә тағылған ҡушамат уның исемен алмаштыра ла ҡуя. Мин үҫкәндә лә беҙҙең урамда йәшәгән бер бабайҙы тик «капитан» тип йөрөткәнлектән, уның ысын исемен дә һуңыраҡ ҡына белдем. Балалары иһә барыһы ла – «капитан балалары». Насар ҡушамат түгел, шулай бит, киреһенсә, ниндәйҙер ҡаһарманлыҡ, дисциплина, маҡсатҡа ынтылышты кәүҙәләндергәндәй.
    Минең өсөн ғүмер буйы капитан булып хәтерҙә ҡалған Хатип Өмөтбай улы Йәндүрин 1932 йылда Йәлил Кейекбаев менән бергә Башҡортостан педагогия техникумын тамамлай. Ул ваҡытта Малаяҙ районы (хәҙерге Салауат районы) Ҡыйғы районынан айырылып сыҡҡас, райондың тәүге мәғариф бүлеге мөдире була, Салауат райкомының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире вазифаһында эшләй. 1941 йылдың 22 июнендә һабантуй ваҡытында, Молотовтың радио аша һуғыш башланыуы хаҡында хәбәр иткән сығышын ишетеп, доброволец булып яуға китә. Һуғышты башынан аҙағына тиклем өлкән политрук, гвардия капитаны, рота командиры булып, Еңеү майында ауылына ҡайта һәм бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фанилыҡта атҡан бер һәр бер таңым... Әҙәбиәт » Хикәйә

    – Бына, ниһайәт, ҡарлы-буранлы гүзәл ҡыш етте. Был миҙгелде беҙҙең һөнәр эйәләре һағынып көтөп ала. Ни өсөн тигәндә, йәй, көҙ буйы телде арҡыры тешләп, мал артынан саба-саба күҙ тоноп бөтә. Ҡара көҙ беҙҙең өсөн, урыҫ әйтмешләй, «отходняк». Ҡыш етеүгә генә күҙебеҙ ҡәҙимге асылып, тирә-яҡ донъяға һоҡланырлыҡ хәлгә ҡайтабыҙ. Ниндәй һөнәр эйәһемен, тиһеңме? – тип һүҙ башланы әңгәмәсем Мөхәммәт Ғәлин (ул үҙен шулай тип атауымды үтенде). – Көтөүсе мин! Күптәрҙән көтөүсене, бүтән эшкә ярамаусы, йүнле һөнәргә өйрәнмәгән, эшкинмәгән, тигәндәрен ишетеп йөрөһәм дә, көлөп кенә ҡуям: үҙе меҫкен кеше бит ул! Үҙҙәренең тарихи үткәнен белмәгән бәндәләр. Уларға, башҡорт элек ярым күсмә тормошта йәшәгән, күбебеҙҙең ҡартаталары, йә ҡартатайыбыҙҙың атаһы малсылыҡ, көтөүселек менән көн күргән, тип аңлатыуҙан ни фәтүә?
    Һеҙгә ҡыҙыҡ, бәлки, ғибрәт өсөн үҙ башымдан үткәндәрҙе һөйләргә булдым әле.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Минең хоккей командам» конкурсына йомғаҡ яһалды Спорт, Конкурстар

    «Минең хоккей командам» конкурсына йомғаҡ яһалды«Салауат Юлаев» хоккей клубы инде алтынсы тапҡыр уҡыусы балалар араһында «Минең хоккей командам» тип аталған рәссамдәр конкурсы уҙғарҙы. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йөҙләгән һәүәҫкәр рәссам ҙур теләк менән ҡатнашты. Еңеүселәр йәш категорияһы буйынса билдәләнде.
    6 – 8 йәшлектәр араһында Роберт Ғарифуллин, Яна Шульгина һәм Арсений Кашин еңеүселәр булып танылһа, 9 – 11 йәшлектәрҙән – Фидан Халиҡов, Артем Иванов һәм Даниил Мухин, ә бына 12 – 16 йәшлек үҫмерҙәрҙән – Светлана Антипина, Гөлйөҙөм Юлгилдина, Ҡәйүм Ғилметдинов менән Иҙел Ярмуллин. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Еңеүселәр ярат­ҡан уйынсылары менән фотоға төштө.
    Н. ТИМЕРОВ.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шәп һаҡсы, балыҡсы һәм классик музыка һөйөүсе Яңылыҡтар » Спорт

    Шәп һаҡсы, балыҡсы һәм классик музыка һөйөүсе«Мин – юлаевсы ...» рубрикаһы күптәрҙең күңеленә хуш килде, буғай. Әҙ генә сыҡмай торғайны, ҡайҙа барһаҡ та шуның хаҡында ғына һорайҙар ҙа торалар. Тимәк, беҙҙе уҡыйҙар, көтөп алалар. Рәхмәт! Әлбиттә, шәп хоккейсылар хаҡындағы мәҡәләләр киләсәктә даими сығасаҡ. Был юлы беҙ Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыһы, донъя чемпионы, «Стэнли» кубогын ике тапҡыр яулаусы, билдәле һаҡсы Олег Твердовский менән таныштырып үтмәксебеҙ.
    Донецк элек-электән футбол менән дан тотто. Шуға ла хоккей унда әллә ни үҫеш алмаған. Бер үҫмерҙәр хоккей мәктәбе генә була. Ана шунда Олег үҙен танытып, командаһы менән төрлө турнирҙарҙа еңеүсе була. Уны күреп ҡалып, Киевтың «Сокол»ы, Мәскәүҙең «Динамо»һы үҙенә саҡыра. Тик Олег баш ҡаланың «Крылья Советов» клубын һайлап, шунда юллана. Ул ваҡытта егеткә ни бары 16 йәш була. Йәш уйынсыны «Крылья Советов» клубының баш тренеры, хәҙер инде мәрхүм, Игорь Дмитриев саҡырып ала.

    авторы: admin | 21 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru