Булмаҫ эште телгә алма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы

Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Тормош күренештәре
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!

  • 300 һумға – туфли! Яңылыҡтар, Иҡтисад

    Яңы йыл байрамдары үткәндән һуң ысын ташламалар яһала. Аяҡ кейемдәренә генә күҙ һалығыҙ – ҡыш башланғанда баш ҡала магазиндарында ҡатын-ҡыҙҙар итеген 4,5 мең һумдан да кәмерәк хаҡҡа табыуы ҡыйын ине (Рәсәйҙә етештерелгән тауарҙарҙы һатыусы магазиндарҙы күҙ уңында тотам). Ә хәҙер гүзәл заттар күндән тегелгән итекте 2,5 мең һумға ла ала. Ваҡыты шундай бит – кешеләрҙең күбеһе ҡышҡы аяҡ кейемдәрен ноябрҙә үк алып бөттө, ә быйыл модала булған моделдәрҙе һатып бөтөрөргә кәрәк. Шулай уҡ яҙғы-көҙгө аяҡ кейемдәренә лә ҙур ғына ташламалар бар – быйыл яҙғыһын модала буласаҡ моделдәрҙең бөтәһе лә сауҙаға сығарылмаған, ә былтыр көҙҙән ҡалғандарынан ҡотолоуың отошлораҡ.

    авторы: admin | 30 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Данлы исемен мәңгеләштереү өсөн... Башҡортостан, Сәйәсәт

    Ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәренең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Сибай, Ишембай ҡалаларында, Темәстә бюст ҡуйылған. Өфө, Ташкент, Баҡыла уның исемен йөрөткән урамдар бар. 2008 йылда Санкт-Петербург дәүләт университетында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Төрки тикшеренеүҙәр үҙәге асылды. 1992 йылда Өфөләге республика Милли китапханаһына Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелде.
    Әхмәтзәки Вәлидиҙең шәхесен яҡлау маҡсатында уның исеменә бысраҡ һибеүгә битараф булмағандар төрлө саралар ойоштора, һөйләшеүҙәр алып бара. Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла был эшкә әүҙем ҡушылды, «түңәрәк өҫтәл» үткәрҙе һәм халыҡҡа мөрәжәғәт ҡабул итте. Ул сибайҙарға ғына тәғәйенләнһә лә, милләттәштәребеҙ һәр кем үҙенә ҡабул итә ала.

    авторы: admin | 30 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының мөрәжәғәте Иғтибар, Башҡортостан

    Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының мөрәжәғәтеХөрмәтле сибайҙар!
    Урал аръяғы халҡы өсөн Сибай атайсалға әүерелде. Атай-олатайҙарыбыҙ милләт һәм дин айырмалыҡтарының тыныс һәм ижади тормош өсөн ҡаршылыҡ була алмауын быуаттар дауамында күп тапҡыр иҫбатланы. Әммә, быуат быуатҡа оҡшамай, тигәндәй, тормош бер урында тормай, һәр заманда ла көнүҙәк проблемалар, төрлө борсоулы хәлдәр тыуып тора.
    Бына әле лә донъя кимәлендә билдәле булған оло шәхестәребеҙҙең данлы эшмәкәрлеген кире яҡтан күрһәтергә теләүселәрҙең табылыуы – башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Атаҡлы ғалим һәм дәүләт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың пак исеменә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты А. Назаровтың бысраҡ һирпергә маташыуы – үрҙә әйтелгәндәргә миҫал. Бөгөн төбәгебеҙҙең аңлы кешеләре араһында Ә. Вәлиди хеҙмәттәренең Рәсәй федерализмы нигеҙе булыуын танымаған кеше һирәктер. Ә баяғы депутаттың шәхси тормошо һәм көндәлек эше тотошлай мутлыҡтарҙан тороуы күптәргә билдәле. Ошоға бәйле беҙ, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, барлыҡ төбәк халҡын, сибайҙарҙы шәхескә яғылған яланың республикабыҙға, унда йәшәгән 130-лап милләткә, милләт-ара тыныслыҡты, татыулыҡты, тотороҡло социаль-сәйәси хәлде ҡаҡшатырға йүнәлтелгән экстремистик, милләтсел, шовинистик сара икәнлеген аңларға саҡырабыҙ һәм түбәндәгеләрҙе еткерәбеҙ.

    авторы: admin | 30 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ Башҡортостан

    Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡРәсәйҙә быйыл Уҡытыусы йылы. Ниндәй өмөттәр бағлайбыҙ был йылға, мәғариф өлкәһендә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты ректоры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Рифат улы ИШМӨХӘМӘТОВҠА ошо тармаҡҡа ҡағылышлы бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
    – Һөйләшеүҙе шунан башлайыҡ әле: уҡытыусы тигән изге һөнәргә кемдәр һөйөү тәрбиәләне һәм Һеҙҙе был һөнәрҙе һайлауға нимә этәрҙе?
    – Уҡытыусы һөнәренә булған ихтирам һәм һөйөү миндә бала саҡтан уҡ тәрбиәләнгән. Уҡыған кешенең ил йөҙөндә лә, халыҡ араһында ла ҡәҙере ҙур икәнен белеп-күреп үҫтем. Олатайым, атайым һәм әсәйем ғүмер буйы мәғариф системаһында хеҙмәт итте, атайым күп йылдар мәктәп директоры вазифаһын үтәне. Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ, тип өйрәткәндәр беҙҙе. Һөнәреңде тынғыһыҙ хеҙмәткә әйләндермәйсә, көн тип тормай, төн тип тормай эшеңә мөкиббән бирелмәйсә, ниндәй генә өлкәлә эшләһәң дә уңышҡа өлгәшеп булмай.

    авторы: admin | 30 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әхмәр ҮТӘБАЙ Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    «Мин – Буранбай»

    Мин – Буранбай,
    Ғорур һыным менән
    Ер шарында баҫҡан Уралдай.

    Мин – Буранбай,
    Азатлыҡты һөйгән
    Халҡым күңелендә бурандай.

    авторы: admin | 30 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оҫталыҡта тине юҡ Әҙәбиәт

    Оҫталыҡта тине юҡӘхмәр һәр саҡ матур әңгәмәсе булды. Уның менән саҡ танышҡан үткән быуаттың 90-сы йылдарында осрашҡан һайын беҙ ил, халыҡтар, милләт, тел яҙмышы тураһында оҙайлы бәхәстәргә төшөп китер инек. Йыйылышҡан егеттәр араһында төрлөһө була – сәсрәп сығып, үҙенең әллә ниндәй экстремаль ҡараштарын яҡларға тотоноп киткәндәре лә осрай. Әхмәр барыһын да иғтибар менән тыңлай белә. Әллә шулай кәрәк булғанғамылыр, мин үҙем, мәҫәлән, дискуссияларҙа бер һүҙгә шунда уҡ икәү менән яуап бирергә әҙер кешемен. Ләкин шуныһы ла һиҙелә: бәхәстәр башланғанға тиклем үк Әхмәрҙең был мәсьәләгә күптән нығынған үҙ ҡарашы булған һәм ул шуны үҙ-үҙенә тағы ла бер тапҡыр иҫбатлар өсөн генә әңгәмә ҡороп ебәргән. Ғөмүмән, ул шиғырҙы ла башында йөрөтөп, тамам әҙер булғас ҡына ҡағыҙға теркәп ҡуйыр ине.
    Диспуттарҙың сәйер үҙенсәлеге бар: әллә ниндәй ҡарашлы кеше булһаң да, һин әңгәмәгә башҡаларҙы йәлеп итәһең, уларҙы нимәнелер яҡларға йә инҡар итергә, шул позицияны бик күптәргә асыҡ итеп аңлата белергә мәжбүр итәһең.

    авторы: admin | 30 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең милиция нимә менән сирләй? Яңылыҡтар

    Беҙҙең  милиция нимә менән сирләй?Бер нисә милиция хеҙмәткәренең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы быйыл бөтә республиканы тетрәндерҙе. Яңы йылға аяҡ баҫып та өлгөрмәнек, яңы фажиғә – Шишмә районында 30 йәшлек милиционер үҙен һәләк иткән. Күптән түгел Яңауыл ҡалаһында, Йылайыр һәм Ҡалтасы райондарында ошондай фажиғәләр теркәлгәйне. Өс аҙнала дүрт хеҙмәткәрҙең (йәштәр, көслөләр) үҙенә ҡул һалыуы – ғәҙәттән тыш хәл. Бөтәһенә лә «бәхетһеҙ мөхәббәт» ғәйеплеме? Иң анһаты, әлбиттә, бөтә юғалтыуҙарҙы шәхси проблемаларға ҡайтарып ҡалдырыу. Милиция хеҙмәткәрҙәре бөгөн ниндәй мөхиттә эшләй, ундағы хәлдәр ысынлап та, ҡайһы берәүҙәр ышандырырға тырышҡанса, ал да гөлмө, хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен һәләк итеүгә барып еткән был органға нисек итеп йәмғиәт именлеген ышанып тапшырырға була – ирек­һеҙҙән ошолар тураһында уйланаһың.

    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru