Егеттең төҫөн әйтмә, эшен әйт.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • 1 һорауға 3 яуап
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Йондоҙнамә
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Хужабикә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡышҡы Олимпия уйындары тарихынан Яңылыҡтар » Спорт

    [i]ҠЫШҠЫ Олимпия уйындары йәйгеһенә ҡарағанда һуңлабыраҡ башлана. Тәүгеһе тик 1924 йылда була. Францияла уҙған уйындарҙа 16 илдән ни бары 300 спортсы ғына стартҡа сыға. Ҡатнашыусылар саңғы, конькиҙа йүгереү, бобслей, конькиҙа фигуралы шыуыу, хоккей буйынса көс һынаша. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса ғына үҙ-ара һынау тотҡан. Дүрт йылдан һуң Швейцарияла үткән уйындарҙа 25 илдән 500-гә яҡын спортсы ҡат­нашҡан. Был бәйгелә хатта ҡыш күрмәгән Аргентина, Мексика вәкилдәре лә үҙҙәрен һынап ҡараған. Сираттағы Олимпиаданы АҠШ ҡабул итә. Унда 17 илдән 300 спортсы килә. Икенсе Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан һуңғы уйындарҙы шул уҡ мәхшәрҙе башлаусы Германия үҙендә уҙғара. 1936 йылда 28 илдән 750-гә яҡын спорт һөйөүсе бәйгегә сыға.

    авторы: admin | 30 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике ханым һөйләшә. Береһе:
    – Ирем эсергә яратҡан дуҫтары менән араны өҙҙө. Аҙаҡтан эсеүҙе бөтөнләй ташланы. Тәмәкенән дә баш тартты, – ти.
    – Бик яҡшы булған, әхирәткәйем, – ти икенсеһе. – Хәҙер гөрләшеп, пар күгәрсендәр­ҙәй йәшәйһегеҙҙер инде улай­һа. Мин һеҙҙең өсөн бик шатмын.
    – Эйе, йәшәмәй тор. Әйберҙәрен йыйып, үҙе лә өйҙән сығып китте бит.

    авторы: admin | 30 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Февраль Мәҙәниәт, Башҡортостан

    1 – шағир Рамаҙан ШӘҒӘЛИЕВҠА – 75 йәш (1935).
    – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың күренекле сәнғәт эшмәкәре, актер, режиссер һәм педагог Ғабдулла ҒИЛӘЖЕВТЫҢ тыуыуына – 80 йыл (1930 – 1997).
    – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Айрат ҠОБАҒОШОВҠА – 60 йәш (1950).
    2 – РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөхәммәт АРЫҪЛАНОВТЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1910 – 2001).
    5 – Башҡорт АССР-ның 1985 – 1988 йылдарҙағы мәғариф министры, 1986 – 1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте ағзаһы, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының XI саҡырылыш депутаты, педагогия фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы, 1980 – 2000 йылдарҙағы башланғыс кластар өсөн рус теле дәреслектәре, методик әсбаптар авторы Сәбилә Сөләймәноваға – 70 йәш (1940).

    авторы: admin | 30 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшел аҙна»ның гран-прийы – Башҡортостанға Башҡортостан

    «Йәшел аҙна»ның гран-прийы –  БашҡортостанғаГерманияла 14 – 24 ғинуарҙа уҙғарылған халыҡ-ара «Йәшел аҙна – 2010» күргәҙмәһенән БР Хөкүмәте – гран-при, Башҡортостан предприятиелары оригиналь бренд дизайны өсөн өс диплом һәм аҙыҡ-түлек та­уарҙарының юғары тәм сифаты өсөн ике миҙал алып ҡайтты. Бынан тыш, республикабыҙ Рәсәй экспозицияһы составында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн, атап әйткәндә, «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте РФ Ауыл хужалығы министрлығының дипломы менән наградланды.
    Европа баҙарында Башҡортостан тауарҙары тәү тапҡыр ғына билдәләнмәй. Республика аграрийҙары был күргәҙмәлә даими ҡатнаша. Әйтәйек, былтырғы күргәҙмә ваҡытында Германияның сауҙа селтәрҙәренә беҙҙең «Дикий мед» һәм «Калиновая» араҡыларын оҙатыуға килешеү төҙөлгәйне.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    23 февралдә дүрт көн ял итәсәкбеҙ Яңылыҡтар » Иғтибар

    Быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнө шишәмбегә тура килә, шунлыҡтан эш расписаниеһына төҙәтмә индерелә: шәмбе ял көнө, 27 февраль, дүшәмбегә, 22 февралгә, күсерелә. Шәмбелә, 27 февралдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
    Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 20, 21, 22, 23 февраль ял көндәре буласаҡ. Уның ҡарауы, байрамдарҙан һуңғы киләһе аҙнала бер генә көн ял итәсәкбеҙ.
    Был РФ Хөкүмәтенең 2009 йылдың 31 октябрендәге 869-сы «2010 йылда ял көндәрен күсереү тураһында»ғы ҡарары менән нығытыла.
    Әйткәндәй, быйыл 8 март дүшәмбегә тура килә. Шуға күрә бер ниндәй ҙә көн күсереү булмаясаҡ – шәмбе, йәкшәмбе һәм дүшәмбе ял итәсәкбеҙ.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ветерандарға – юбилей миҙалдары Башҡортостан » Милли проекттар

    Ветерандарға – юбилей миҙалдарыБашҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республикабыҙҙың бер төркөм ветерандарына «1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә – 65 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырҙы. 30 кешенең һәр береһенә был ваҡиға ысын мәғәнәһендә оло әһәмиәткә эйә. Күптәре республиканың алыҫ райондарында йәшәүенә ҡарамаҫтан, тәүгеләрҙән булып был мәртәбәле награданы алыу өсөн баш ҡалаға килергә үҙендә көс тапҡан.
    Мортаза Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, Еңеү байрамы быйыл илебеҙҙә айырыуса ҙур итеп ойоштороласаҡ, шул иҫәптән республиканың ҡала һәм райондарында ла оло тантаналар үтәсәк. Бынан тыш, юбилей йылында Башҡортостанда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын яҡлауға йүнәлтелгән саралар планлаштырылған. Мәҫәлән, 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ менән тәьмин ителеү буйынса иҫәпкә торған барлыҡ ветерандар ҙа 1 майға тиклем фатир аласаҡ, ә кемдәр һуңыраҡ иҫәпкә баҫҡан, улар йыл аҙағына тиклем мотлаҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡортостанда банкротлыҡ сигендәге предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләүгә контроль арттырылды. Бындай ҡарар Ведомство-ара координация советының эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыстарҙы түләү мәсьәләләренә арналған һуңғы ултырышында ҡабул ителгәйне. Бөлөү сигендәге байтаҡ предприятие, арбитраж идарасылар статистика органдарына булған бурыстар тураһында ваҡытында мәғлүмәт бирмәгәнлектән, быға тиклем профойошмалар күҙенә эләкмәй килде.
    Иртәгә Өфөнөң «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында 26 йәшкә тиклемге спортсылар араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге асыла. Был Европа чемпионатына һайлап алыу мөмкинлеген бирәсәк. Программала индивидуаль ярыш, спринт һәм эстафета ҡаралған.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Кисә Гондурастың яңы Президенты Порфиро Лобо үҙенең вазифаһын башҡара башланы.
    Был мөһим сәйәси ваҡиғанан бер көн алда ғына илдең Юғары суды былтыр июндә ул ваҡыттағы Президентты «тәхете»нән ҡолатыусыларҙы аҡлау тураһында ҡарар сығарҙы. Ул саҡта ил башлығы Мануэль Селайяға ҡаршы ойошторолған революцияның башында хәрбиҙәр торған.
    Селайя Гондурас Президенты вазифаһынан 28 июндә төшөрөлдө. Ил халҡына уның референдум үткәреп, Конституцияға үҙгәрештәр индерергә маташыуы оҡшаманы. Үҙгәрештәр бер кешенең президентлыҡҡа ике тапҡыр һайланыу мөмкинлеген бирә ине. Гондурастың хәрби етәкселәре эш буйынса илдән ситкә сыҡҡан Селайяның самолетын кире индермәне. Ул һуңынан да ҡасып йәшәргә мәжбүр булды. Һөҙөмтәлә хәрбиҙәр вазифаларын яуыз ниәттә файҙаланыуҙа ғәйепләнде. Хәҙер, әйтеп үтеүебеҙсә, улар аҡланды.
    Яңы Пре­зи­дент үҙенең элекке коллегаһына илгә почетлы ҡунаҡ сифатында инергә рөхсәт бирҙе.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru