Күрексенең туны юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Йыланлы урын
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Журналист эшен дә күрә белеү мөһим Яңылыҡтар

    Журналист эшен дә күрә белеү мөһимҺуңғы йылдар­ҙа журналистар тормош-көнкүрешенә яңы һулыш өргән, матбуғаттың, был өлкәлә эшләүселәрҙең мәртәбәһен тағы ла бер башҡа күтәргән Матбуғат фестивален гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сөнки нәҡ ошо сарала республика һәм район-ҡала баҫмаларының үткән йылғы эшенә йомғаҡ яһала, уларҙың иң яҡшылары билдәләнә, иң әүҙем һәм ижади эшләүсе журналистар лайыҡлы бүләктәрен ала.
    Үткән йомала Өфөлә уҙғарылған Матбуғат фестивале лә, үҙенә «иң-иң»дәрҙе йыйып, яңы геройҙарын хөрмәтләне (был турала гәзитебеҙҙең үткән һандарында яҙғайныҡ инде). Ҡунаҡҡа килеү, ҡәҙер-хөрмәт күреү, күңел асыу, әлбиттә, яҡшы. Әммә ошондай сараларҙы ойоштороусылар, уларға бағыусылыҡ күрһәтеүселәр йыш ҡына «сәхнә» артында ҡала.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамға әҙерлек ҡыҙыу бара Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Байрамға әҙерлек ҡыҙыу бараБашҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында төп иғтибар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек мәсьәләләренә арналды. Юбилейҙы байрам итеү хаҡында Башҡортостан Президенты Указы 2007 йылда уҡ ҡабул ителә һәм ойоштороу комитетының составы һәм саралар планы раҫлана. «Был сараға өс айҙан әҙ генә күберәк ваҡыт ҡалды, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. – Үкенескә күрә, һуғышта ҡатнашыусы ветерандар һаны йылдан-йыл кәмей бара. Беҙҙең бурыс – уларҙың тормошон еңеләйтеү һәм йәм өҫтәү».
    БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов сығышын Рәсәй Президенты Дми­трий Медведевтың һүҙҙәренән башланы. «Бер ниндәй көрсөк тә, финанс ауырлыҡтары ла ветерандар алдындағы социаль бурыстарҙы үтәгәндә сағылыш табырға тейеш түгел». Вице-премьер мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортос­танда барлығы 12370 һуғыш ветераны йәшәй, шуларҙың 3698-е – һуғыш инвалиды. Бынан тыш, республикала 32 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды һәм ветеранының ғаилә ағзаһы, шулай уҡ 79 меңдән ашыу һуғыш йылдарының тыл ветераны бар.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөһим бурыстар ҡуйылды Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президентының Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары алдындағы стратегик бурыс­тарҙың береһе – III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын әҙерләү һәм үткәреүҙе яҡтыртыу, тип билдәләне. – РАЙОН һәм ҡала гәзиттәрендә иң беренсе сиратта урындарҙа үтәсәк конференциялар һәм съезд делегаттарын һайлау сағылыш табырға тейеш, – тине ул. – Матбуғат баҫмаларында иһә район­дарҙа телде өйрәнеү, халыҡтарҙың милли йолаларын һаҡлап алып ҡалыу, халыҡтың тарихҡа мөнәсәбәте хаҡындағы материалдар өҫтөнлөк итәсәк.
    Сергей Лаврентьев әйтеүенсә, Ҡоролтайға әҙерлек барышында республика киң мәғлүмәт сараларының мөһим бурыстарының береһе – башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе башҡорт халҡын төбәгебеҙ тормошондағы ваҡиғалар менән таныштырыу. Бында заманса технологияларҙы, шулай уҡ интернетты файҙаланыу һөҙөмтәлерәк.
    Сергей Лаврентьев фекеренсә, тарихи дөрөҫлөктө тергеҙеп, бер нисә йыл дауамында хаҡһыҙ рәүештә онотолған күренекле ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙәрҙең исемен халыҡҡа ҡайтарыу мөһим. Һүҙ, иң беренсе сиратта, Әхмәтзәки Вәлиди тураһында бара.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Быуат алдағы» Яңылыҡтар

    Һуңғы ваҡытта донъя матбуғатында «сусҡа киҙеүе» менән манипуляциялар, уның кеше ғүмеренә янауы тураһындағы хәбәрҙәрҙең артыҡ шаштырылыуы тураһында һүҙ ҡуйыра, Америка һәм Европа хөкүмәттәре уға ҡаршы вакциналарға заказдарынан баш тарта. Ошоға бәйле, Европа Советы ғинуарҙың икенсе яртыһында Страсбургта үҙ килемдәрен арттырыу өсөн бөтә донъя халҡын алдап, ҡотҡо таратыусы фармацевтика компанияларының эшмәкәрлеген тикшерергә булған. Советты етәкләүсе танылған эпидемиолог Вольфганг Водарг белдереүенсә, грипҡа ҡаршы препараттар һәм вакциналар етештереүселәр Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына баҫым яһап, «сусҡа киҙеүе»н пандемия тип иғлан итергә мәжбүр иткән һәм быны, быуаттың иң ҙур янъялы, тип атай.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла һеҙ яңғыҙ түгел – III Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Был донъяла  һеҙ яңғыҙ түгел – III–Гөлйөҙөмдөң хәле нисек? Ағаһы уға донор булараҡ тап килдеме? Операция нисек үтте? – ошо арала Раяндың ғына түгел, Гөлйөҙөмдөң дә хәлен белергә теләүселәр йыш шылтыратты. Арабыҙҙа бер-беребеҙгә битараф булмағандарҙың, миһырбанлы, мәрхәмәтле кешеләр­ҙең күплегенә ҡыуанып, барыһына ла мөһим яңылыҡты еткерергә ашығам: Гөлйөҙөм һылыуға трансплантация яһалды, ошо көн­дәр­ҙә күрһәткес­тәре яҡшыра башланы.
    Әйткәндәй, уның менән бергә Питерға тикшерелергә барған бер туған ағаһы донор булараҡ тура килмәне. Был Гөлйөҙөмдө оло борсоуға һалды, әлбиттә, сөнки бындай ауырыу ваҡытында һәр көн иҫәпле, һәр сәғәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ярай ҙа уларҙың ғаиләһе ишле: бер ағаһының ҡаны тура килмәгән хәлдә лә, икенсе ағай-апайҙары уға донор булараҡ тура килеүе ихтимал ине. Шуға ла табиптар Гөлйөҙөмгә башҡа туғандарының ҡанын ебәреүҙе тиҙләтергә ҡуша.
    – Атай-әсәйемдәр ваҡиғалар­ҙың был боролошона алдан әҙер ине, – ти Гөлйөҙөм, – һәм тиҙ арала, мин хәбәр итеү менән, ҡанды ебәрергә әҙерләнделәр.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һомайғоштың һағышы Әҙәбиәт, Шиғырҙар

    Һомайғоштың һағышыБынан 60 йыл элек Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында Саҙиҡа менән Һаҙый Нафиҡовтар өйөндә Факиһа тигән ҡыҙ бала донъяға килгән. Тәнендә ауыр һуғыш яралары һыҙлаған Һаҙый ағайға донъяны бөтәйтеү, ҡыйралған тормошто аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмай. Күп көс ҡатын-ҡыҙ иңдәренә, әсә елкәһенә төшә…
    Ергә килмәгәнмен йөҙлөк менән –
    Төргән әсәй йыртып аҡ күлдәген.
    Ишек, тәҙрәләрҙән ингән буран
    Сайҡалдырып торған сәңгелдәгем.
    1 февралдә Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрында 19.00 сәғәттә шағирә Факиһа Туғыҙбаеваның ижад кисәһе була. Шиғриәт, йыр-моң һөйөүселәр, байрамға рәхим итегеҙ! Инеү ирекле!

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөхәббәт химияһы Тормош юлдары ҡатмарлы, Мәғәриф

    Мөхәббәт химияһыАлдан уҡ шуны киҫәтеп ҡуйырға кәрәк: әгәр һеҙ романтик икән, беҙ яҙғандар һеҙгә бигүк килешеп етмәҫ. Сөнки һеҙ, мөхәббәт бөтөнләй башҡа сәбәптәр буйынса тоҡана, тип уйлайһығыҙ. Бында, әлбиттә, дөрөҫлөк бар, әллә күпме йылдарға һуҙылған ғишыҡ өсөн химик реакциялар ғына әҙ. Хәҙер һүҙ – башлыса нәфис зат менән көслө заттың ғашиҡ булыуы, тәүге хис-тойғолары, тәүге мөхәббәт осҡоно тураһында.
    Ғашиҡ булыуҙың тәүге билдәләре
    Ғашиҡ булыу һөҙөмтәһендә ҡандағы адреналин кимәле күтәрелә. Был йөрәк ҡағыуға килтерә, хис-тойғоларҙы киҫкенләштерә. Һөҙөмтәлә:
    – йөрәк һуғып, күкрәк ситлегенән ырғырға әҙер,
    – берсә ҡыҙҙыра, берсә өшөтә, устар тирләй,
    – эсегеҙҙә бер нәмә ҡалтыраған һымаҡ,

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Их, һеҙ, егеттәр! Тормош юлдары ҡатмарлы, Хаттар яҙҙым

    Инсаф үҙенең яҙмаһы менән бик күп кешене уйландырғандыр, бихисап­тарҙы йәшлек йылдарына алып ҡайтып, тәүге мөхәббәттәрен иҫкә төшөргәндер һәм мәңгелек мөхәббәт менән ауырыусыларҙы ла битарафлыҡ еленән сығарғандыр, тип ышанам. Бөгөнгө ығы-зығы, баҙар, аҡса, көрсөк, эшһеҙлек, наркоманлыҡ, эскелек, тәртипһеҙлек, алдаҡ, ҡайһы бер йәш­тәрҙең тотанаҡһыҙлығы, компьютер, интернет, виртуаль тормош заманында бөтә нәмәнән дә юғарыраҡ ошондай ҡиммәттәрҙең һаҡланып ҡалыуы үҙе оло бәхет тип иҫәпләйем. Ул бәхеттең ни тиклем бөйөк, ҡәҙерле, саф икәнлеген тик ысын күңелдән һөйгәндәр, һөйә белгәндәр, бер-береһенә үлеп ғашиҡтар, изге хистәрен түкмәй-сайпылдырмай, ғүмере буйы үҙҙәре менән йөрөткәндәр генә аңлай торғандыр.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru