Бармағыңа аң килһә, һәнәреңә дан килер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уҡытыусылар йылына көтөлмәгән «бүләк» Мәғәриф

    Уҡытыусылар йылына көтөлмәгән «бүләк»Был фильмды йыш рекламалай торғас, үҫмерҙәр, уҡыусылар уны түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Сөнки рекламала фильмдан нәҡ үҫмерҙәрҙең иғтибарын йәлеп иткән һәм ҡыҙыҡһыныуын уятҡан өҙөктәрҙе даими күрһәтеп килделәр. Ниһайәт, ул экранға сыҡты, һәм йәш быуын телевизорға «ҡапланды». Унда барған һәр хәлде, ваҡиғаны, геройҙарҙың һәр ҡылығын, хәрәкәтен, һүҙен, тәртибен егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙ «бизмән»енә һалып үлсәй, ҡайһы берҙәрендә үҙҙәрен һәм тиҫтерҙәрен күрә, таный, сағыштыра, хатта тегендәй йәки бындай осраҡта үҙеңде нисек тоторға кәрәклеккә «инструкция» ла ала. Эйе, йәш быуын бөгөн күп осраҡта нәҡ ТВ һәм киң мәғлүмәт саралары аша тәрбиәләнә. Йыш ҡына беҙ, ата-әсәләр, балаларыбыҙҙың ниндәй кино ҡарауын, нимә менән ҡыҙыҡһыныуын, кемдәр менән аралашыуын, ниндәй тормош менән йәшәүен бик белеп тә етмәйбеҙ.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ыңғай кино геройы тәмәке тартмаҫҡа тейеш! Мәҙәниәт

    Ыңғай кино геройы тәмәке тартмаҫҡа тейеш!Яңы йыл алдынан һәм унан һуң да телевизорҙан ниндәй генә кинофильмдар күрһәтмәнеләр! Каналдарҙы бер-бер артлы асып, күңелгә ятышлыларын эҙләнелде. Боевик, атыш-үлтереш, фантастика ҡатын-ҡыҙҙар өсөн түгел. Беҙгә матурлыҡ, изгелек, мөхәббәт тураһындағы мелодрамалар кәрәк! Мөхәббәт тураһындағы сюжеттарға күңеле сарсаған нәфис зат вәкилдәре бик ябай сюжетлы һәм иҫ китерлек бер нәмәһе лә булмаған «Крем» сериалын ҡарарға мәжбүр булды, тиһәм, хата булмаҫ. Быны, ана, интернет аша фекер алышыуҙар ҙа дәлилләй. Ошо сериалда бер нәмә шул тиклем кәйефте ҡыра: төп героиня Лизаның өләсәһенең ауыҙынан тәмәкеһе төшмәй. Бының менән режиссер нимә әйтергә теләгәндер, әммә тәмәкесе ҡатындың тамашасы күңелендә ытырғаныс тыуҙырғанын белһә ине. Ун көнлөк Яңы йыл ялында өҙлөкһөҙ кино ҡараған балалар, йәштәр өсөн ниндәй фәһем бирҙе инде ул?!
    Дөрөҫ ҡарарға килгән «Роспотребнадзор» башлығы, Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко: эскән һәм тәмәке тартҡан кино геройҙарын күрһәтеүҙе тыйырға кәрәк! Уның фекеренсә, кинофильмдар тәмәке менән алкоголде йәшерен рекламалауға ҡоролған. «Быны тыйыу өсөн закондарҙы алмаштырыу ҙа кәрәкмәй, киноиндустрияла корпоратив килешеүҙәр төҙөү ҙә еткән», – ти ул.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы мәктәпкә – яңы, заманса фекерләгән уҡытыусы Мәғәриф

    Мәғарифтағы реформаларға бәйле Рәсәйҙә ағымдағы уҡыу йылында дүрт меңдән ашыу уҡытыусы «ҡыҫҡартыу»ға эләккәйне. Һөҙөмтәлә педагогик йүнәлештәге юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙең күпселеге илдә лә, республикала ла мәктәптәрҙә эш урыны таба алманы һәм осраҡлы эштәргә урынлашырға мәжбүр булды. Хәйер, хәҙер йәш уҡытыусылар үҙҙәре лә мәктәптәргә, балалар баҡсаларына ынтылып бармай – хеҙмәт хаҡы бигерәк түбән.
    Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, Рәсәй Президенты Д. Мед­ве­девтың «Яңы мәктәп» проектындағы уҡыусыларҙа уҡыуға, ғилемгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алыусы, заманса мәктәп булырға тейеш, тигән һүҙҙәре менән тулыһынса килешергә кәрәк. «Был иһә, беренсенән, уҡытыусының үҙенә бәйле. Икенсенән, дәүләт уҡытыусы һөнәренең абруйын, уның социаль статусын күтәреү хәстәрлеген күрергә тейеш», – тине ил башлығы.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мосолман белергә тейеш! Мәҙәниәт

    Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
    Ислам шәриғәте Ҡөрьән һәм хәҙистәргә нигеҙләнеп төҙөлгән, кешеләрҙең көнитмешенә ҡағылған ҡарарҙарҙан тупланған. Шәриғәт мосолмандарға лайыҡ булмаған теләһә ниндәй эш менән булышырға мөмкинлек ҡалдырмай. Динебеҙҙә кешеләрҙең бөтә ғәмәлдәре лә һигеҙ категорияға бүленә: фарыз, үәжиб, сөннәт, мөстәхиб, мөбах, хәрәм, мәкруһ, мөскәкрәһ. Бөгөн «Иман» махсус битендә һеҙҙе фарыз ғәмәлдәр менән таныштырабыҙ. Артабан ошо биттең яңы асылған «Мосолман белергә тейеш!» рубрикаһында динебеҙ ҡушыуы буйынса үтәлергә тейешле ғәмәлдәр хаҡында һөйләйәсәкбеҙ.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    СУСҠАҒА НИМӘ БУЛҒАН? Сәләмәтлек

    Изге китаптарҙа яҙып ҡалдырылған, кешенең һаулығына ҡағылған ҡағиҙәләрҙең дө­рөҫ­лөгө быуаттар буйына йыйылған тәжрибә менән генә түгел, фәнни тикшеренеүҙәр менән дә иҫбатлана. Исламда, үләкһә менән бер рәттән, сусҡа итен ашау ҡәтғи тыйыла. Ғөмүмән, уны ҡулланырға өндәгән, рөхсәт иткән бер генә дин дә, табип та юҡ. Тәүратта ла сусҡа итен «бысраҡ» тип атаған урындар бар. Донъяның башҡа динен тотоусылар ҙа унан алыҫ тора.
    Билдәле булыуынса, Хоҙай Тәғәлә беҙҙе зыян килтереүсе нәмәләрҙән генә арындырған. Сусҡа итен ҡулланмау – сәләмәтлегеңде ҡайғыртыу, бында бер ниндәй ҙә мистика юҡ. Уның ни өсөн зарарлы икәнлеген медицина күҙлегенән сығып баһалайыҡ. Ҡайһы бер кешеләр: «Элек һыуытҡыстар булмаған, шуға ла итте ашарға ярамаған», – тип фаразлай. Әммә был уйҙырманың нигеҙе юҡ. Һәр хәлдә, башҡа итте ашауҙан тыймағандар бит. Бүтән малдарҙан мәскәйлеге, бысраҡлығы менән айырылып торған, нимә ултыртһаң да шуны ашарға тартынмаған сусҡа микробтар һәм паразиттар менән туп-тулы. Шуға ла ул бик күп ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың сығанағы.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ФАРЫЗ ҒӘМӘЛ Мәҙәниәт

    Һәр мосолман мотлаҡ:

    1. Хоҙай Тәғәләнең берәү генә булыуына ышанырға, уның атрибуттарын өйрәнергә;
    2. Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең Хоҙайҙың һуңғы илсеһе булыуына һәм уның кешеләрҙе хаҡ юлға баҫтырыуына инанырға;
    3. Аллаһы Тәғәләнең һуңғы илсеһе еткергән бөтә ҡарарҙарҙың да Хоҙайҙан һәм ысын булыуына ышанырға;
    4. Исламдың төп формулаһын әйтергә (Кәлимәи Шәһәдәт килтерергә), ә был ошолай яңғырай: «Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-ллаһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһүү үә рәсүүллүһ». Мәғәнәһе: «Аллаһтан башҡа һис бер тәңре юҡ. Хәҙрәти Мөхәммәт Уның ҡоло һәм Илсеһе икәнлегенә таныҡлыҡ бирәм». Был һүҙҙәрҙе әйтеү Ислам динен ҡабул итеү тигәнде аңлата;

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Динебеҙ ҡушҡан емеш-еләк һәм йәшелсәләр Сәләмәтлек

    Кешенең нимә ашауының бик мөһим икәнлеге тураһында яҙып тороу ҙа артыҡ – быныһын бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Аҙыҡ сәләмәтлеккә лә, матурлыҡҡа ла ҙур йоғонто яһай. Шуға ла Исламда айырып билдәләнгән йәшелсә-емеш бихисап. Мәҫәлән, ҡарбуз тураһында бер нисә хәҙис барлығы билдәле. Тик уларҙың дөрөҫмө-юҡмы икәнлеге хаҡында бәхәстәр тыуған. Шуныһы билдәле, Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм ҡарбуз менән бергә өлгөргән финиктарҙы ла ашарға яратҡан һәм: «Быларҙың (финиктарҙың) әселеген тегенең (ҡарбуздың) һыуыҡлығы юҡҡа сығара», – тип әйткән.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әгәр оҙаҡ йәшәргә теләһәгеҙ... Сәләмәтлек

    Оҙаҡ йәшәргә теләһәң, тәрән һуларға (танау менән), сынығырға, төн уртаһы еткәнсе йоҡларға ятырға, күп ашамаҫҡа, араҡы эсмәҫкә, тәмәке тартмаҫҡа тырыш. Шуға өҫтәп, хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәнде лә иҫеңдән сығарма. Быларҙан тыш, ҡайһы бер кәңәштәрҙе иҫеңдә тот.
    Эшкә йыйынғанда, бик ашығыс булһа ла, бер аҙ йәйәүләп барырға тырыш. Был күңел күтәренкелеге бирер.
    Күберәк һуған, һарымһаҡ, кишер ашаһаң, ауыҙ ҡыуышлығында микробтар үрсемәҫ.
    Теш ҡаҙналарын нығытыу өсөн аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла ауыҙҙы тоҙло һыу менән сайҡарға кәрәк.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru