Йүгереп тота алмаған атлап тота алмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Плющенко сираттағы бейеклекте яуларға әҙер Яңылыҡтар » Спорт

    Плющенко сираттағы бейеклекте яуларға  әҙерКонькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Эстонияла уҙған Европа беренселегендә Рәсәй спортсылары, дүрт мөмкинлектән өс алтын миҙал яулап, буласаҡ Олимпия уйындары алдынан киләсәккә ҙур өмөт ҡабыҙҙы. Парлы шыуыуҙа Юко Кавагути менән Александр Смирнов юғары урынға күтәрелһә, парлы бейеүҙә Оксана Домнина менән Максим Шабалинға етеүсе табылманы. Өс йыл ярым тәнәфестән һуң йәнә ҙур спортҡа ҡайтҡан билдәле спортсы, Олимпия уйындары чемпионы Евгений Плющенкоға был юлы ла дәғүәсе булманы. Ул, үҙенең программаһын юғары кимәлдә үтәп, сираттағы «алтын»ын яуланы. Был инде Европа чемпионаттарынан алтынсыһы була.
    Шулай уҡ Балтик диңгеҙе ярҙарынан Рәсәй спортсылары ике бронза миҙал да алып ҡайтты.
    Өфөнөң «Урал» волейбол командаһы Рәсәй беренселегенең сираттағы турында Одинцовоның «Искра» волейболсыларын ҡабул итте һәм көсөргәнешле уйында уларға 2:3 иҫәбенә отолдо. Әлегә Башҡортостан спортсылары 16 мәрәй менән турнир таблицаһының туғыҙынсы баҫҡысында килә. Киләһе осрашыуын улар Ярославлдә урындағы «Ярославич» клубы менән үткәрәсәк.

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Балалар баҡсаһында ике малай һөйләшә.
    – Мин шул тиклем ҡурҡам, – ти береһе.
    – Нимәнән?
    – Атайым, яңы машина алғас, иҫкеһен һатты.
    – Һатһа һуң?
    – Ә хәҙер әсәйем «яңы малай» алып ҡайтырға уйлай...

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйөүегеҙҙе sms-хәбәр аша белдерегеҙ! Хаттар яҙҙым, Конкурстар

    Һөйөүегеҙҙе sms-хәбәр аша белдерегеҙ!Мөхәббәт, бигерәк тә беренсе мөхәббәт, йәше-ҡартына, заманына ҡарамайҙыр ул, ә ғашиҡ булыу, яратыу хистәре башҡасараҡ белдерелә һәм сағыла ғына.
    Ошоно раҫлап, «Йәшлек» гәзите Ғашиҡтар көнө алдынан йәштәргә генә түгел, ғөмүмән, ғашиҡтарға, ысынлап һөйә һәм һөйөлә белгәндәргә ғишығығыҙ объекттарына һөйөүегеҙҙе заманса белдереүҙең уникаль мөмкинлеген бирә: кеҫә телефоны буйынса 2320 һандарына (тәүҙә nur (инглиз хәрефтәре менән) һүҙен яҙығыҙ, һуңынан смс тексын), үҙегеҙҙең, шулай уҡ һөйгәнегеҙҙең исем-шәрифен атап, матур ҙа, хисле лә, татлы ла мөхәббәт sms-хәбәрҙәрегеҙҙе ебәрә алаһығыҙ. Уларҙың иң матурҙары, үҙенсәлеклеһе гәзитебеҙҙең махсус битендә урын аласаҡ. Ә иң матур смс-һөйөү белдереүселәр гәзитебеҙҙең логотибы төшөрөлгән футболкалар менән бүләкләнәсәк.
    Тәүәккәлләгеҙ һәм мөмкинлек менән файҙаланып ҡалығыҙ, дуҫтар!

    авторы: admin | 28 января 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Был һандар һәр телефонда булырға тейеш! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Статистика күрһәтеүенсә, бөгөн баш ҡалала оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу ҡағиҙәләрен белмәү мәсьәләһе бик киҫкен тора. Өфөләге «кәрәҙле» элемтә операторҙарының береһе лә «Ашығыс ярҙам»ды ғәҙәттәге 03 һаны буйынса саҡырыу мөмкинлеген бирмәй. Шул уҡ ваҡытта 112 һанын йыймайынса ла (берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәте) унда шылтыратып була икәнлеген бер кем дә халыҡҡа аңлатмай. Ә ашығыс хеҙмәттәргә ошо рәүешле шылтыратып була:
    Смартс – 03, 8347203, 030, 003
    Мегафон – 030303, 003003
    МТС – 03*, 030, 033
    Билайн – 003
    Сотел – 03, тик Өфөлә генә, унан ситтә 112 һаны аша йыйырға.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ветеринария идаралығында – яңы етәксе Сәйәсәт

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Вәкил Буранбаевты БР Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Ветеринария идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
    Башҡортостан Президентының икенсе ҡарары менән идаралыҡтың элекке етәксеһе Хәлил Борғанов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, биләгән вазифаһынан бушатылды.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика Президенты – Дәүләт Советы ултырышында Сәйәсәт

    22 ғинуарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов РФ Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты.
    Унда ҡатнашыусылар Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев рәйеслегендә илдең сәйәси системаһы үҫеше тураһында фекер алышты. Сәйәси һәм партия институттарын, парламент демократияһын, урындағы үҙидаралыҡ, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре лә ҡаралды.
    Дәүләт башлығы фекеренсә, Рәсәйҙе бөтә яҡлап яңыртыу зарур.
    – Илебеҙ һөҙөмтәле иҡтисадҡа эйә булһын, ә халҡы етеш йәшәһен өсөн иҡтисади һәм технологик тәртипте тамырынан үҙгәртергә кәрәк, – ти ул.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғилем юлында Мәғәриф

    Ғилем юлындаБашҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, хеҙмәт юлын Рес­публика тире-венерология диспансерында башлаған Наил Шахмәмәтов эшенә ижади ҡарашы, уңғанлығы менән хеҙмәттәштәренең ихтирамын тиҙ яулай.
    Ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, йәш табип-дерматовенеролог, тире-венерик сирҙәрен дауалауҙың яңы ысулдарын табып, бер нисә ғилми хеҙмәт яҙа. Улар, Рәсәй кимәлендә үткән төрлө медицина форумдарында ыңғай баћа алып, айырым йыйынтыҡтарға индерелә.
    – Донъя ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Бөгөн ҡулланылған заманса медицина ҡорамалдары сирҙәрҙе тәрән өйрәнергә, аҙ сығымдар менән уларҙы ћөҙөмтәле дауалау юлдарын табырға мөмкинлек бирә,– ти Наил Шахмәмәтов.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    БР Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән мәғарифты камиллаштырыу һәм артабан үҫтереү маҡсатында Башҡортостан Республика­һында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы раҫланды. Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә өс ай эсендә концепцияның өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын эшләргә һәм раҫларға, норматив-хоҡуҡи акттарҙы ошо Указға яраҡлаштырырға ҡушылды. Концепция Рәсәй Федера­ция­һының Милли мәғариф сәйәсәте концепцияһын, Рәсәй Федерацияһы Президенты тәҡдим иткән «Беҙҙең яңы мәктәп» белем биреү инициативаһын, дөйөм башланғыс белемдең федераль дәүләт мәғариф стандартын иҫәпкә алып эшләнде. «Башҡорт-ҡытай дуҫлығы йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы теркәлеү тураһында танытма алды. Уны ойоштороу­ҙа фән, мәҙәниәт, йәштәр һәм ветерандар йәмәғәтселеге вәкилдәре, Башҡортостан Рес­публикаһының йәмәғәт учреждениелары һәм ойошмалары ҡатнашты.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru