Оялһаң, һүҙең кем әйтер?

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Июнь
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • [b]Көнөгөҙ матур үтһен тиһәгеҙ...[/b]
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Илдә булмаған ат
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығында реформалар дауам итәсәк. Был хаҡта ил башлығы Дмитрий Медведев хәбәр итә. Атап әйткәндә, личный составты кәметеү, ә эш хаҡын арттырыу хаҡында һүҙ бара. Былтыр декабрҙә 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем эске эштәр органдарының эшмәкәрлеген камиллаштырыу хаҡында әйтелде. Эш хаҡын арттырыу менән бер рәттән, милицияның ҡайһы бер вәкәләттәрен федераль кимәлгә күтәреү хаҡында ла һүҙ булды.
    Илдә милиция үҙәкләштерелергә тейеш. Әлбиттә, бер кем дә ярты йыл эсендә генә был органды үҙгәртеп булырына ышанмай, шуға ла тармаҡты камиллаштырыу өсөн ике йыл ваҡыт бирелгән. Был ваҡыт эсендә эшен юғалт­ҡан милиционерҙарҙы урынлаштырыу мәсьәләһе лә хәл ителер, тип ышанғы килә.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әлегә шөкөр итерлек әле Башҡортостан

    Республикабыҙҙа көрсөккә ҡаршы ваҡытында ҡабул ителгән һәм уңышлы тормошҡа ашырылған программалар иҡтисади яҡтан ауыр булған үткән йылды лайыҡлы йырып сығырға ярҙам итте.
    Вице-премьер билдәләүенсә, республика етәкселегенең беҙҙәге һәр предприя­тие­ға айырым иғтибар бүлеүе, ауыр хәлдә ҡалған ойошмаларға ярҙам күрһәтеүе Башҡортостандың сәнәғәт потенциалын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, эш өсөн тағы ла уңайлыраҡ шарттар тыуҙырыу мөмкинлеген дә асты. Дөйөм алғанда, төбәгебеҙ сәнәғәт, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙең күрһәткестәре буйынса уртаса Рәсәй кимәленән 5 – 6 процентҡа алда бара. Ғөмүмән, иҡтисади тороштоң дөйөм күрһәткестәре буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең иң шәп биш төбәге араһына инә ала.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил САРБАЕВ: “Ил кимәлендә күрһәтер ҡаҙаныштар етерлек” Яңылыҡтар, Башҡортостан

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил САРБАЕВ: “Ил кимәлендә күрһәтер ҡаҙаныштар етерлек”Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе Раил Сарбаев үткән аҙнала район һәм ҡала гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре, журналистары менән үткәргән матбуғат конференцияһында бөгөнгө көнкүрешкә аныҡ баһа бирҙе. Түбәндә – көн үҙәгендә торған мәсьәләләр хаҡында әйткәндәренән иң мөһимдәре.
    – Быйыл беҙҙә иң ҙур бюджет дефициты күҙалланған – 13,8 миллиард һум. Был аҙымға барыр алдынан уны ҡаплау саралары хаҡында уйландыҡ, әлбиттә. Үҙ өҫтөбөҙгә яуаплылыҡ алабыҙ икән, үтәргә тейешбеҙ. Унан килеп, беҙ кредит алыу йәһәтенән ышаныс яулағанбыҙ – теләһә ҡайһы Европа банкыһы бирәсәк. Ғәҙәттә, бер йылға бурысҡа алабыҙ ҙа, уны шунда уҡ түләйбеҙ.
    Әйткәндәй, килемһеҙ предприятиелар тураһында...
    – Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, хәл насар түгел. Шулай ҙа килемһеҙ предприятиелар һаны артты. Респуб­ликаның 1180 завод-фабрикаһы, 243 комбинаты табыш килтермәй. Яңы йылдың тәүге ике айы ауыр ғына булыр, әммә артабан өмөт бар. 2007 – 2008 йылдар күрһәткестәрен яулар өсөн сәнәғәт етештереүсәнлеге индексын йыл һайын ете процент­ҡа күтәреү мөһим.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Студент отрядтары мотлаҡ булырға тейеш Иғтибар, Башҡортостан

    БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы йәйге каникулда студент отрядтарының эшен тағы ла әүҙемләштереү өсөн төрлө саралар күрә. Министрлыҡ йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү үҙәге һәм «Башҡортостан студенттарының хеҙмәт отрядтары штабы» республика йәштәр йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ошо темаға «түңәрәк өҫтәл» уҙғарҙы. Был сарала республиканың төрлө министрлыҡтары вәкилдәре, уҡыу йорттары етәкселәре, төҙөлөш отрядтары ветерандары ҡатнашты. БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин белдереүенсә, хеҙмәт семестры республикала элек-электән яҡшы ойошторолоп килгән, матур традициялар һаҡланған һәм бөгөн дә ул юғалып ҡалмаған, ә бер аҙ һүлпәнәйгәндән һуң яңынан тергеҙелә. Студент отрядтары мотлаҡ булырға тейеш, тип иҫәпләй юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ла. Әлеге «түңәрәк өҫтәл»де ойоштороу нигеҙендә республика Хөкүмәтенең «Башҡор­тостан Республикаһында студенттарҙың хеҙмәт отрядтары хәрәкәтен үҫтереү һәм йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү» тура­һындағы ҡарарын тор­мош­ҡа ашырыу ҙа тора.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла һеҙ яңғыҙ түгел – II Яңылыҡтар, Сәләмәтлек

    Был донъяла  һеҙ яңғыҙ түгел – IIХалыҡтар тарихына ингән шәхестәр күп булмай, һәм беҙ барыбыҙ ҙа тиерлек ябай, ғәҙәти кешеләр, улар иҫәбенә дәғүә лә итмәйбеҙ. Ләкин кемдеңдер тормошон яҡтыртырға һәр беребеҙҙең хәленән килә. Берәйһенә кес-кенә ярҙам күрһәтеп тә, ул кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға мөмкин. Күҙ алдына килтерәһегеҙме: әллә ниндәй иҫ киткес батырлыҡ ҡылыу ҙа талап ителмәй (һәр хәлдә, күкрәгең менән амбразураны ҡапламайһың), ә шул уҡ ваҡытта кемгәлер тотош ғүмер бүләк итә алаһың! Күп хәйриә фондтары тап шуның менән шөғөлләнә лә инде. Шулай уҡ артистар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, дин әһелдәре лә, журналистар ҙа һәм башҡа һөнәр эйәләре лә табиптарға ҡурҡыныс сирҙәрҙе еңергә ярҙам итә, кеше ғүмерен ҡотҡарыуға ҙур өлөш индерә. «Мәскәү башҡорттары» сайтында аралашыусылар ҙа яҡташыбыҙ Раян Әхмәҙиевты яман сирҙән аралап ҡалыуға көс һала. Шулай, Яңы йыл алдынан бер нисә кеше Раян ятҡан клиникаға барып, уны байрам менән ҡотлап ҡайтты, барыһы исеменән сәләмдәргә ҡушып, бүләктәр тапшырҙы. Ә иң мөһиме, бала­ларҙың күңелендә мөғжизәгә ыша­ныс тыуҙырҙы.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Йәшлек-фаразда хатта Төмәндәрҙә ҡатнашты! Хаттар яҙҙым, Конкурстар

    Шулай итеп, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙ күптән көткән «Йәшлек»-фараз» конкурсына йомғаҡ яһау сәғәте һуҡты. Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ, ҡабаланмағыҙ, юл аша уҡып, үҙегеҙҙең исем-шәрифтәрегеҙҙе эҙләү яғын ҡарамай тороғоҙ. Сабыр төбө – һары алтын, тигән бит боронғолар. Иң тәмле еренә еткәнсе мәҡәләбеҙҙең инеш өлөшөндә әҙерәк «тештәрегеҙҙе ҡайрап алығыҙ» – вәғәҙә ителгән ҡалъя бик тәмле булмаҡсы.
    «Йәшлек»-фараз» иғлан ителгән көндән (2009 йылдың 24 ноябре) 2010 йылдың ғинуар уртаһына тиклем республиканың төрлө мөйөштәрендә урынлаш­ҡан райондарҙан 800-ләп хат килде. Шуныһы ҡыҙыҡ, фараз һандары диапазоны шул тиклем киң – 200-ҙән 55000-гә тиклем. Бына ошо һандарҙа күренә лә инде кемдең кем икәнлеге: заман менән бергә атлаусы кеше 200 һанын фаразлар инеме ни! Гәзитебеҙҙең генә түгел, ә бөтөн милләтебеҙҙең бәҫен төшөрөү бит ул. Ә бына Әлшәй районының Себенле ауылынан 48500 тираж фаразлаған Гөлдәр Ғәлиәкбәрова, Хәйбул­ла районының Иләс ауылынан 51055 дананы көҫәгән Ғәлиә Рәхмәтова, Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан 49236 һанын юраусы Фәнүзә Мөхәмәҙиева нәҡ ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың киләсәккә, яҡшыға ышанып йәшәүен күрһәтә.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аяҡ кейемдәрен эт ашаған Мәҙәниәт, Сатира һәм юмор!

    Аяҡ кейемдәрен эт ашаған– Республикабыҙ райондарының береһендә гастролдә йөрөйбөҙ. Йырлап торам, йәштәр алғы рәттә дәртләнеп бейей. Бер ваҡыт ҡыҙмаса булып алған ҡыҙҙар килеп инде лә, үҙ-ара һуғышырға тотондолар. Мин башта иғтибар итмәнем, йырлауымды белдем. Тегеләр туҡтарға уйламағас: «Әй, нишләйһегеҙ ул?!» – тип ҡысҡырырға мәжбүр булдым. Егеттәр уларҙы саҡ-саҡ айырып алды. Йырымды шунан һуң ғына дауам иттем.
    Радик Юлъяҡшин менән икебеҙҙе Ишембай районына юбилейға саҡырҙылар. Бик матур итеп ҡунаҡ иттеләр, ҡунырға ла өгөтләгәс, ҡалырға булдыҡ. Ауылдарында ҡурсаулыҡ бар, шундағы бүреләрҙе күрһәтергә алып барҙылар. Иртән сыҡһаҡ, аяҡ кейемдәребеҙ юҡ. Ҡараһаҡ, Радиктың бер туфлийы – эт ояһында, икенсеһе ҡапҡа тышында ята, ә минекенең береһе бөтөнләй сәйнәлеп бөткән, һыңарының башы ғына ҡалған. Беҙгә инде тәпешкәләр кейеп ҡайтып китеү­ҙән башҡа сара ҡалманы.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң яҡшы рок- төркөм Мәҙәниәт

    Иң яҡшы рок- төркөм2001 йылда барлыҡҡа килгән «Звери» төркөмө рок стилендәге рухлы йырҙары менән йәштәр араһында киң популярлыҡ яулап өлгөрҙө.
    Төркөмдө Роман Билык (Рома Зверь) ойоштора. Компо­зиторы – Александр Войтинский. Музы­канттарын интернет аша йыйғандар. Төркөмдә биш егет – Роман Билык (фронтмен, вокал, ритм-гитара, продюсер), Вячес­лав Зарубов (клавиша), Максим Леонов (соло-гитара), Алексей Люб­чик (бас-гитара), Михаил Краев (ударник).
    Беренсе клиптары «Для тебя» тип атала. Артабан «Голод» исемле альбом донъя күрә. «Дожди-пистолеты» йыры хит-парадтарҙа юғары урындарҙы биләй. Шул уҡ йылда төркөм «Нашествие» фестивалендә ҡатнаша. 2004 йылда «Районы-кварталы» тигән икенсе альбомдары сыға. Уның менән улар донъя тамашасыһының иғтибарын яулай. Клип­тары Муз-ТВ һәм MTV телеканалдарында күрһәтелә.

    авторы: admin | 26 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru