|
 |
|
Гәзитебеҙҙең үткән һандарында башҡорт халҡын кәмһеткән, һәр яҡлап мыҫҡылларға тырышҡан «Новости Уфимской губернии» (элекке «Уфагубъ») сайтының «шәп эшмәкәрлеге» тураһында яҙғайныҡ инде. Һуңғы көндәрҙә, унда «Һылыуҡай» гүзәллек конкурсында ҡатнашыусы ҡыҙҙарға ла яла яғыла. Улай ғына ла түгел, конкурсанткаларҙан тупаҫ рәүештә көлөү ярылып ята. «Губернасы»лар хатта порнография материалдарын да ҡулланды, тик бер нисә көндән һуң фотоларҙы үҙҙәре үк сайттарынан кире алды (сайт авторҙары быға: «Күп һанлы һорауҙар һәм бер конкурсантканың әсәһенең үтенесе буйынса алдыҡ», – тип аңлатма биргән була. Үҙҙәре уйлап сығарған әшәкелеккә ниндәй булһа ла яуап кәрәк тә инде). Улар, йәнәһе лә, конкурс бына шулай үткәрелә, тип, инде нисәмә йыл уҙғарылып килгән мәҙәни сараға бысраҡ ташламаҡсы булды. Әйткәндәй, фотоларҙың беҙҙең ерлеккә хас түгел икәнлеген ябай күҙ менән дә күреп була ине. |
|
|
|
 «Көйәрмәндәребеҙ алдында ғәфү үтенәм. Тәрбиәләнеүселәремә дәғүәм юҡ, улар хәлдәренән килгәнсә уйнаны. Еңелеүебеҙҙә ғәйеплене эҙләү урынһыҙ. Әлбиттә, мин команданы Канадаға ҡаршы тейешенсә әҙерләп еткермәгәнмендер. Кимәл буйынса беҙ бөгөн дәғүәсенән күпкә түбәнерәк. Шуға күрә Канада лайыҡлы рәүештә беҙҙе еңде», – тине Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһының баш тренеры Канада уйынсылары менән осрашыуҙан һуңғы матбуғат конференцияһында. Эйе, уҙған төн Рәсәй йыйылма командаһы өсөн «ҡара» көн булды. Яҡташтарыбыҙ, осрашыуҙың тәүге минуттарынан уҡ хужаларға бер нисек тә ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, мәсхәрәле рәүештә ҙур иҫәпкә еңелде. Тәүге осор Канада хоккейсылары файҙаһына 4:1 иҫәбенә тамамланған рәүештә лә, хәлде үҙ файҙабыҙға үҙгәртергә мөмкинлек бар ине. Тик Овечкин, Ковальчук Малкин, Дацюк кеүек «йондоҙ»ҙарыбыҙ, һанай китһәң, барыһы ла «йондоҙ»... |
|
|
|
 – Подъе-е-ем! Подъем! – Торҙоғоҙмо? Зарядкаға һуңламайбыҙ, нишләп тормай ятаһығыҙ? Тиҙерәк, ҡыҙҙар, тиҙерәк! Һуңламайбыҙ! Һәр көн таңғы сәғәт етелә беҙҙе тәмле йоҡонан уятыусы ҡыңғырау тауышын ишетеү менән бер аҙ һуҙылыбыраҡ, мыжыбыраҡ ятһаҡ та, тәрбиәсенең тауышын ишетеү менән һикерешеп торабыҙ. Әлбиттә, күңелдә: «Тышҡа сыҡҡы килмә-ә-ә-й, әллә ҡорған артында ғына ҡасып ҡалырға инде...» – тигән уйҙар ҙа тыумай ҡалмай. Шулай ҙа тиҙ генә йыйынып, зарядкаға йүгереүең хәйерлерәк, беренсенән, дежурҙар һине барыбер табып аласаҡ, икенсенән, дәрестәрҙә йоҡомһорап ултырғансы, иртәнге саф һауаны һулап, йүгереп инеүең мең артыҡ – көнө буйы дәртле йөрөйәсәкһең! |
|
|
|
Ғ. апай иһә хәлде былай тип аңлата. Ир төнгө сәғәт ундан таңғы дүртенсе яртыға тиклем уның ҡобараһын ала. Туҡмап, бер туҡтауһыҙ үлем менән янай. Ахыр сиктә, Ғ. апай үҙе хәйлә уйлап таба. Шул ерҙә араҡы ултыра, әйҙә, барыбер үләбеҙ бит инде, хушлашыу өсөн тотайыҡ булмаһа, тип, шешә ултырған ерҙе әйтә. Ир рюмка өҫтәгән һайын илерә. Һуңғы сиктә Ғ. ханым, көнөмдөң бөтөүе ошолор инде, тип, ҡыҙы менән бәхилләшергә телефон биреүен һәм һөйләшеү өсөн ҡулын бәйҙән ысҡындырыуын үтенә. Ир рюмкаға араҡы ҡойған арала «02»-не йыя. Быны аңлап ҡалған вәхши, телефонды тартып алып: «Эйе, эйе, милиция! Килегеҙ, барыбер өлгөрә алмаясаҡһығыҙ, мин хәҙер ҡатынымды үлтереп, өйгә ут төртәм!» – тип, адресты атай. – Ул арала нисек өлгөргәнмендер ҙә, ҡайһылайтып көс тапҡанмындыр, бығауҙан ҡотолоп, күршеләргә табан йүгерҙем. Үҙем дә аптырайым, ғүмеремде ҡотҡарыу теләге көслө булғандырмы, ҡурҡыштанмы, был мәлдә бер ниндәй ауыртыу тойманым тиерлек, – ти Ғ. апай. |
|
|
|
 Салауат Мөхтәр улы – Учалы районының Рәсүл ауылы егете. Йәштәштәре әйтеүенсә, мәктәптә үҙенең яҡшы уҡыуы, тәртибе, спорт менән ныҡлы шөғөлләнеүе менән башҡаларҙан айырылып торған. Артабан ул Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатта уҡый. Был белем усағында ла егет тырыш, ҡыҙыҡһыныусан була, ваҡытын бушҡа үткәрмәй, төрлө түңәрәктәргә әүҙем йөрөй. Мәҫәлән, Республика пионерҙар һарайының фото, шахмат түңәрәктәрен үҙ итә, киномеханик һөнәрен үҙләштереп, мәктәп уҡыусыларына кино күрһәтә. Мәктәпте тамамлағас, Новосибирскиҙағы элемтә институтына юл ала. Унда һөйгәнен табып, өйләнә. Институтты тамамлағас, Салауат ағай ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайта. Бөгөн Салауат Мөхтәр улы ауылыбыҙҙа йәшәмәһә лә, уны беҙҙә олоһо ла, кесеһе лә белә, хөрмәт итә. Уның менән һөйләшеү – үҙе бер мәртәбә, тиҙәр. |
|
|
|
Белгес хеҙмәткә саҡырылғанда уның эш урыны һаҡланамы? М. ИҘРИСОВ. Юҡ, һаҡланмай. РФ Хеҙмәт кодексының 83-сө статьяһына ярашлы, хеҙмәткәрҙең хәрби хеҙмәткә саҡырылыуы, йә уны алмаштырыусы альтернатив граждандар хеҙмәтенә ебәрелеүе хеҙмәт килешеүен өҙөүгә нигеҙ булып тора. Айырым осраҡта, мәҫәлән, бындай гарантия хеҙмәт килешеүе йә коллектив килешеү буйынса ҡаралған булһа, йә эш биреүсенең инициативаһы буйынса хеҙмәткә саҡырылыусы кешенең эш урыны һаҡланыуы ихтимал. Был осорға эш биреүсе, РФ Хеҙмәт кодексының 59-сы статьяһына ярашлы, икенсе кешене килешеү буйынса ваҡытлыса эшкә алып торорға хоҡуҡлы.
|
|
|
|
Пенсия фонды пенсиямды иҫәпләп сығарғанда, бер үк ваҡытта тағы бер урында эшләгән биш йыл эш стажымды иҫәпкә алмаған. Закон буйынса ул дөрөҫмө? И. ФӘХРИЕВА. Эйе, закон буйынса шулай булырға тейеш. Сөнки ул эште һеҙ төп эш ваҡытынан тыш, хеҙмәт килешеүе нигеҙендә башҡараһығыҙ. Йәғни бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләгәндә хеҙмәт килешеүе теге йәки был эш биреүсе менән хеҙмәт-хоҡуҡ мөнсәбәттәрендә торған хеҙмәткәр менән төҙөлә, һәм был эш бер үк осорҙа башҡарыла. «Хеҙмәт пенсиялары тураһында» РФ законында һәм Страховка стажын иҫәпләү һәм раҫлау ҡағиҙәләрендә билдәләнеүенсә, страховка стажын иҫәпләгәндә теге йәки был эшмәкәрлек осоро календарь тәртиптә иҫәпкә алына.
|
|
|
|
|
|