Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Йондоҙнамә
  • Илдә булмаған ат
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көләмәстәр ---

    Уйлау зыян түгел, әммә ауыр.
    Нимә уйлауың хаҡында әйтеү ауыр түгел, әммә ауырыта.
    Нимә әйтеүең хаҡында уйлау ауырытмай, әммә һуң...

    авторы: admin | 2 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғлан Яңылыҡтар » Иғтибар

    Белорет районының Мәхмүт урта мәктәбенә даими эшләү өсөн юғары белемле физика һәм математика уҡытыусылары талап ителә. Ситтән тороп уҡыусы 5-се курс студенттарына ла эш тәҡдим итә алабыҙ. Торлаҡ бирелә.

    Белешмә өсөн
    телефондар:
    8 (34792) 767-14
    8(34792) 767-51

    авторы: admin | 2 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ул әлегә әҙер түгел» Әҙәбиәт » Хикәйә

    Ике фәрештә күктән кешеләрҙе күҙәтеп ултыр­ғанда, йәшерәге бер ирҙең һығылып-һығылып илауын күрә. Ул ир бик ярлы, кейгән кейеме бөтөнләй туҙған, ә аяҡ кейеменең кейерлеге лә ҡалмаған. Фәрештә был кешене шул тиклем йәлләй һәм ҡарт фәрештәгә былай тип мөрәжәғәт итә:
    – Анау кешегә ярҙам итсе, ул шул тиклем ярлы, ас, яланғас, – ти.
    – Мин уға ярҙам итеп ҡараным инде, әммә ул әлегә әҙер түгел, – ти ҡарт фәрештә.
    Тик йәше быны тыңларға ла теләмәй:
    – Һин шундай ҡаты бәғерле! Һинең өсөн ул кешегә бер аҙ аҡса биреү ни тора? Күрәһең бит, уның ашарына ла, кейеренә лә юҡ тиерлек, – ти.

    авторы: admin | 2 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Телеңде йоторлоҡ Сәләмәтлек

    Телеңде йоторлоҡ1 стакан «Геркулес», 1 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ ванилин, ярты ҡап маргарин йәки аҡ май, арахис, әстерхан сәтләүеге, онталған сохарый, биҙәү өсөн сәтләүек һәм күрәгә. Һолоно ҡоро табаға һалып, 10 – 12 минут буйы киптерергә. Уның төҫө үҙгәрергә тейеш түгел. Бынан һуң һыуытылған һолоно целлофан пакетҡа һалып, уҡлау менән онтарға. Сәтлә­үек­те лә ваҡ ҡына итеп төйөргә. Йо­морт­ҡаның ағын, һарыһынан айырып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Һарыһын шәкәр менән ванилин ҡушып туғырға. Маргаринды иҙергә лә, туғылған йоморт­ҡа һарыһы менән бутарға.
    Бынан һуң йомортҡаның ағы күбекләнгәнсе туғыла. Маргаринлы массаға һоло онон, сәтләүекте, сохарыйҙы ҡушып, яҡшылап болғатырға. Йоморт­ҡаның ағы иң һуңынан һалына.
    Әҙер ҡамырҙы формаларға һалып сығырға, улар ҙур булмаһын. Һәр печеньеның өҫтө күрәгә йәки сәтләүек менән биҙәлә.
    Печенье 15 – 20 минутта бешә.

    авторы: admin | 2 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйнап, көлөп, сәй эсеп таралыштыҡ Яңылыҡтар » Спорт

    Уйнап, көлөп, сәй эсеп таралыштыҡБЕҘ улар менән бер тапҡыр уйнап алғайныҡ инде. Былтыр, үҫеп килеүсе йәш быуын араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, спорт һәм физик культураны популярлаштырыу маҡсатында Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәтенең мәктәп уҡыусылары араһында спартакиада үткәреү тураһындағы ҡарарына ярашлы, мини-футбол буйынса турнирҙа осраштыҡ. Күрә­һең, беҙгә лә, уларға ла был сара оҡшап ҡалды. Сөнки был юлы беҙ волейбол буйынса көс һынашырға булдыҡ. Был юлы республикабыҙҙың телевидение һәм радио хеҙмәткәр­ҙәре айырым команда булып сығыш яһаны. Шулай итеп, уларҙан тыш, Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы (майҙан хужаһы), Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы һәм беҙ, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, көс һынашырға сыҡтыҡ. Сараға мәктәп етәкселеге ҙур иғтибар биреп, матур әҙерләнгәйне.

    авторы: admin | 2 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru