Көткәнгә көн үтмәй, эшләгәнгә көн етмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • «Төндә атыр гөл»
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тиҙҙән һәр кем файҙалана аласаҡ Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев баш ҡаланың «Көньяҡ» биҫтәһендә урынлашҡан 46-сы поликлиникала булды.
    Ул – «Башҡортос­тандың социаль картаһы» системаһының медицина ҡушымтаһы индерелгән һәм уңышлы бойомға ашырылған һауыҡтырыу-профилактика учреждениеларының береһе. Премьер-министр ошо уҡ поликлиника базаһында булдырылған сәләмәтлек үҙәген дә ҡараны.
    Поликлиникала 2007 йылдан эшләгән «Башҡортостандың социаль картаһы» Киров районының 37 400 кешеһен хеҙмәтләндерә.

    авторы: admin | 4 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һыртландағы әүлиә шишмәһе Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һыртландағы әүлиә шишмәһеБашҡортостан – әүлиәләр иле, тибеҙ. Дөрөҫтөр ҙә, сөнки әүлиә ҡәберҙәре, изге заттар ерләнгән урындар, эргәһендә урғып сыҡҡан шифалы шишмәләр һәр төбәктә тиерлек бар. Сөнки Урал – халҡыбыҙҙы туфан һыуынан ҡотҡарған изге ер. Әүлиәләре күп булған халҡымдың. Уларҙың береһе Ағиҙел буйындағы Изге тауҙа ерләнгән. Мәләүез районының күрше Күгәрсен ра­йо­ны менән сиктәш кенә бик матур урынында Һыртлан ауылы бар. Ул Әүлиә тауының итәгендә генә ултыра. Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Бошман-ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған башҡорттар донъя көтә бында. Өйҙәре бер генә урамға теҙелгән. Әжәлгә дарыу булырҙай һыуын һыулаусыларҙың тыуған ауылы хаҡында ғалим Ә. Әсфәндиәров яҙған тарихи мәғлүмәттәргә иғтибар итәйек. Ауыл 1786 йылғы картала күренмәй. Ләкин уның урынына Ишем ауылы бар. 1795 йылда ғына Һыртлан булараҡ билдәләнә башлай. 23 өй иҫәпләнеп, 190 кеше йәшәй. 1819 йылда Һыртланда 31 өйҙә 186 кеше ғүмер иткән. 10-сы рәүиз мәғлүмәттәренә ҡарағанда, халыҡ арта төшә, 88 йорт иҫәпләнеп, 542 кеше йәшәй.

    авторы: admin | 4 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Требуется региональный представитель Яңылыҡтар » Иғтибар

    в г. Туймазы в стабильно развивающуюся компанию ООО ТК «Золотая мельница» с опытом работы. Обязанности: продажа продукции, поиск и привлечение клиентов, работа с торговой точкой, отчетность. Требования: наличие автомобиля.
    8-901-441-75-75; (347) 27-45-777, резюме отправлять на E-mail: GoldenZM@mail.ru

    авторы: admin | 4 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йыр-моң, сатира, юмор күңелдәргә хуш килер Мәҙәниәт

    6 февралдә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлзәмиә Ситдиҡова үҙенең ижад кисәһен үткәрә. «Сихри бер кистә...» тип аталған тамаша йыр-моңға, ҡыҙыҡлы сығыштар­ға, премьераларға, сатира һәм юморға ла бай булмаҡсы.
    Аҙ булмаған ғүмерен сәхнәлә уҙғарған актриса был юлы ла үҙ тамашасыларын бер генә минутҡа ла ташламаясаҡ. Һәр ваҡыттағыса, үҙенсәлекле сығыштары, көтөлмәгән яңылыҡтары, күп яҡлы таланты менән халыҡты һөйөндөрәсәк, таң ҡалдырасаҡ.
    Гөлзәмиә Ситдиҡованың Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк ижад кисәһендә артистканың ижадташ дуҫтары – юмор оҫталары Юнир Салауатов, Рәдиф Тимершин, Илсур Тайсин, Фаяз Йәнтурин, Редик Сәғитов, танылған сәхнә «йондоҙ»ҙары Миңзифа Исҡужина, Римма Амангилдина, Әлфиә Юлсурина, Лилиә Биктимерова, Артур Туҡтағолов етәкселегендәге «Далан» төркөмө һәм башҡалар ҡатнаша.

    авторы: admin | 4 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төрксой 2010 йылды Әхмәтзәки Вәлиди йылы тип иғлан итте Мәҙәниәт, Сәйәсәт

    2 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Төрки мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошманың (ТӨРКСОЙ) генераль секретары Дюсен Касеинов менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә беҙҙең республика менән ТӨРКСОЙ араһында мәҙәниәт һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, ижади, йәмәғәт ойошмаларының үҙ-ара бәйләнешен киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде.
    Дюсен Касеинов һүҙҙәренсә, төрки телле илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары советы 2010 йылды Әхмәтзәки Вәлиди йылы тип иғлан иткән. ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәрендә Әхмәтзәки Вәлиди мираҫын өйрәнеүгә ар­налған ғилми конференциялар, мәҙәни саралар үтәсәк. Бынан тыш, 2010 йылдың майында Истанбулда Башҡортостан Республикаһының Фән һәм мәҙәниәт көндәре уҙғарыласаҡ. Мортаза Рәхимов, хеҙмәттәшлек итеү перспективаларын ыңғай баһалап, донъяның төрки халыҡтары араһында бәйләнештәрҙе артабан нығытыуҙа уңыштар теләне.

    авторы: admin | 4 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тырышҡанда, ышанғанда яман сирҙе еңеп була Сәләмәтлек

    Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау һәм онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш ойошмалары тарафынан йыл һайын 4 февралдә яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы саралар ойошторола. Быйыл ул «Яман шеште иҫкәртеп була» девизы аҫтында үтә. Сараның төп маҡсаты – ауырыуҙарға ярҙам итеү, иңдәренә бәлә төшкән сирлеләргә ҡарата мәрхәмәтлек күрһәтеү.
    Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, йыл һайын донъяла 12 миллион кешегә әлеге ҡурҡыныс диагноз ҡуйыла, сирлеләрҙең 7,6 миллиондан ашыуы вафат була. Шулай ҙа үҙе тырышҡанда, ышанғанда, ауырыуҙарҙың 40 проценты самаһы әлеге сирҙән ҡотола ала икән. Шулай ҙа иң хәйерлеһе – сиргә тарымау. Табиптар билдәләүенсә, ҡурҡыныс сир хәүефен ябай ғына саралар ҙа кәметеү һәләтенә эйә. Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, тәмәке тартмау, эсмәү, кәүҙә ауырлығын арттырмау, рак сирҙәренә дусар иткән инфекцияларҙан һәм ҡояш нурҙарынан һаҡланыу ауырыуға ҡаршы көрәштә төп ҡорал булып тора.

    авторы: admin | 4 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Салауат Юлаев» лидерҙы ҡыуып етте Яңылыҡтар » Спорт

    Шулай итеп, хоккей буйынса КХЛ беренселегенең даими уйындары тамамланыуға ла күп ҡалманы. Юғарылағы командалар үҙҙәрен күтәренке кәйефтә тойоп, нисек тә булһа уңайлыраҡ урын эҙләһә, турнир таблицаһының уртансы рәтендә килеүселәр, хәлен тағы ла яҡшыртыр өсөн һуңғы һулышын йоҙроҡҡа төйнәп, тырнашыпмы-тырнаша. Ә бына аҫтағыларға, үҙ яҙмышына риза булып, чемпионатты тамамларға ла, быныһына һығымта яһап, киләһенә әҙерләнергә генә ҡала. Шулай ҙа ҡайһы берҙәре, әле һаман яҡшыға өмөтләнеп, һуңғы вагонға булһа ла эләгергә маташа. Әйтәйек, «Себер» хоккейсылары, Новокузнецкиҙа урындағы «Металлург» уйынсыларын 3:2 иҫәбенә отоп, хәлен бер аҙ яҡшыртты. Беренселек аутсайдеры – «Витязь» клубы, хәҙер инде плей-оффҡа эләгеүгә бар мөмкинлеген юғалтһа ла, һуңғы юлда һөҙөмтәле уйыны менән ҡайһы бер командаларҙың нервыһын ҡаҡшатасаҡ әле. Был турҙа улар «Торпедо»ны 1:0 иҫәбенә еңеп ҡайтарҙы.

    авторы: admin | 4 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru