Көс һабантуйҙа беленер, эш өмәлә беленер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Беҙ уңдыҡ һинән, Мортаза!» Башҡортостан, Юбилейҙар

    «Беҙ уңдыҡ һинән, Мортаза!»Башҡортостан тарихы йылъяҙмаһында данлы биттәр етерлек. Төбәк халҡы үҙенең шәхестәре, хеҙмәт ҡаҙаныштары, матур традициялары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
    Республикабыҙ бөгөн йылдам үҫеш юлында, ҡеүәтле потенциалға эйә һәм бихисап социаль программаны тормош­ҡа ашыра. Йәнтөйәгебеҙ ил төбәктәренең иң алдынғы имен субъекты булыуы менән дә ғорурлыҡ тойғоһо уята.
    Болғауырлы 90-сы йылдарҙан яңы ынтылыштарға маҡсат ҡуйып сыҡҡан, ныҡлы социаль сәйәсәт нигеҙендә төҙөлгән дәүләтебеҙ – беҙҙең төп ҡаҙаныш. Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда республиканың күп милләтле халҡы мәнфәғәте иҫәпкә алынған үҙ үҙгәреш моделе барлыҡҡа килде. Яңы үҫеш юлдарына беҙ ашыҡмай, дөрөҫ һуҡмаҡтан сыҡтыҡ һәм ышаныслы аҙымдар менән алға барабыҙ.
    Ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡты ла нисәмә йылдар Рәсәй менән тигеҙ уртаҡлаш­ҡан Башҡортостаныбыҙ бөгөн дә илдең терәк төбәге булып ҡала. Республика донъяның байтаҡ илдәре менән хеҙмәттәшлек итә, был тәңгәлдә ныҡлы ышаныс яуланған, күп өмөттәр аҡланған.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Килдеғоловтарҙың биш ҡаһарманы Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Атайсал» ойошмаһы ҡанлы тарих биттәрендә ҡалған һуғыш батырҙарына арналған кисәләр үткәреүҙе матур йолаға әйләндерҙе. Шундай сараларҙың береһе Килдеғоловтарға арналды. Кисә барышында ошо ҡаһармандарҙың береһе Ҡотләхмәт Килдеғоловтың улы – мулла Вәлиәхмәт Килдеғолов мәрхүмдәрҙең рухына бағышлап аят уҡыны. Һуңынан ҡаһармандарҙың иң олоһо булған Миңлеғәле олатай­ҙың улы Мирхәт Килдеғолов уларҙың үткәндәренә байҡау яһаны.
    – Ҡартатайым Мостафа менән ҡартәсәйем Вәспиямал татыу ғаилә ҡороп, Йомаш ауылында йәшәгән. Уҡымышлы ҡартатайым 1914 – 1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында полк муллаһы булып хеҙмәт иткән. Колхозлашыу осоронда улар, бөтә улдары менән колхозға инеп, күмәкләп ауыр йөктө тартҡан. Ғаиләһендә 14 бала донъяға килеп, һуғыш башланырҙан алда уларҙың биш улы һәм бер ҡыҙы ғына ҡала, башҡалары төрлө йоғошло сирҙән үлеп бөтә.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡ бәйгеһе Такмактар, Шиғырҙар

    Шыршы төбөндә ҡоҙағый
    Һандуғастай талпына.
    Был бисәгә ни булған, тип,
    Аптырап тора ҡоҙа.

    Сиңерткәләй һикергеләй,
    Орсоҡтай өйрөлә.
    Сүгеп тә бейеп ебәрә,
    Таянып бөйөрөнә.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсәйем атайымды 64 йыл буйы көттө Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    9 май – донъя халҡы өсөн Еңеү байрамы, тип әйтер инем. Ләкин ул беҙҙең ил өсөн үтә лә ҙур хаҡ менән яуланды. Күпме емереклектәр, күпме аҫыл егеттәр, атайҙар, балалар яҡты донъянан ваҡытынан алда һәләк булды. Шулай уҡ минең атайым – Фәхретдин Билал улы Басиров та 27 йәшендә генә һуғыш яланында ятып ҡалды. Ул 1915 йылда Мәсетле районының Яңы Мишәр ауыл советына ҡараған Иҫке Мишәр ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем комсомолға ингән, бригадир булып та эшләгән, бик әүҙем булған, матур йырлаған. Уның өс балаһынан хәҙерге көндә бер үҙем генә ҡалдым. Миңә лә инде 72 йәш.
    Атайым 1942 йылдың февралендә һуғышҡа алынып, Туймазы ҡалаһында кавалерислыҡҡа уҡып ятҡан.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылыбыҙҙа бар бер ветеран Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ваҡыт елдәре иҫкән һайын, ҡәһәрле һуғыш тарих төпкөлөнә инә бара. Күпме кешенең ғүмерен өҙгән был һуғыш, күпме сабыйҙы етем ҡалдыр­ған? Ул көндәр хәтирәһе ветерандарҙың күңеленә, йөрәгенә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Шул кешеләрҙең береһе – фашистарға ҡаршы көсөргәнешле алышта ҙур батырлыҡ күрһәткән, хәҙерге көндә Күгәрсен районының Һапаш ауылында йәшәүсе Фәрит Муллагилде улы Кирәев.
    Фәрит олатай 1926 йылда ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 7-се синыфты тамамлаған 17 йәшлек егет 1943 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Тәүҙә ярты йыл буйы Өфөлә була. Һуңынан уны Литваға фронтҡа ебәрәләр. III Көнбайыш фронтында пулеметсы булып хеҙмәт итә.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аҡбуҙат»та – сираттағы еңеү Яңылыҡтар » Спорт

    Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында конкур буйынса асыҡ республика кубогына бәйге үтте.
    Ярыштарҙы асыуҙа ете тапҡыр СССР, XXII Олимпия уйындары чемпионы Вячеслав Чуканов ҡатнашты. Ат спорты оҫталары республиканың төрлө төбәктәренән һәм Ҡаҙан, Пермь, Ярославль ҡалаларынан килгәйне.
    Өфө ҡыҙҙары Ольга Данилова менән Алена Попова һәр маршрутта ла үҙҙәрен ысын спорт мастерҙары итеп күрһәтте. Һөҙөмтәлә Ольга Башҡортостан Республикаһы ат спорты федерацияһының кубогына эйә булды.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре Кувейтҡа тәүге бал партияһын оҙатты. 50 атама менән төрлө сорттағы 500 кг бал, 25 төр косметик продукция һатып алыусыларҙың бөтә теләктәренә яуап бирерлек. Был башҡорт балының сит илгә тәүгә сығыуы түгел: Франция, Япония, Германия халҡы татлы ризыҡты тәмләп ҡараған да инде.
    Башҡортостан етәкселеге Ванкуверҙағы XXI ҡышҡы Олим­пия уйындарында ҡатнашыусыларға түләнәсәк өҫтәмә премиялар хаҡында иғлан итте. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Олимпиадала еңеүселәр 1,5 миллион һум аҡса аласаҡ, көмөш миҙал өсөн – бер миллион, бронзаға 500 мең биреләсәк. Премияларҙың ҡап яртыһы еңеүселәрҙең тренерҙарына тәғәйенләнгән.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент ҡотланы Яңылыҡтар

    wassat «Хөрмәтле Рөстәм Нурғәли улы!
    Һеҙҙе Татарстан Республикаһы Президенты булып һайланыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым!
    Дәүләт Советы депутаттарының Һеҙҙең кандидатураны бер тауыштан хуплауы – республика халҡының, алын­ған курстың күсәгилешлегенә, социаль-иҡтисади прогресты дауам итеүгә, кешеләрҙең тормош кимәлен яҡшыртыуға өмөттәрен Һеҙҙең менән бәйләп, ышаныс күрһәтеүе ул.
    Беҙ Һеҙҙе бик яҡшы дәүләт эшмәкәре, производство һәм идара итеү өлкәһендә бай тәжрибәгә эйә булған сәйәсмән булараҡ беләбеҙ. Яңы вазифала Татарстандың артабанғы үҫешенә, беҙҙең туғандаш республикаларҙың күп яҡлы хеҙмәттәшлеген киңәйтеүгә тос өлөш индерерһегеҙ, тип ышанабыҙ.
    Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Татарстан Республикаһы һәм бөтә Рәсәй именлеге хаҡына яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем!»

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru