l Һүрән утта лимонды ун минут ҡайнатырға һәм, уртаға ҡырҡып, яҡшы итеп һутын һығып алырға. Шыйыҡсаны стаканға ҡойоп, ике аш ҡалағы глицерин өҫтәргә һәм ныҡ итеп бутағандан һуң тултырғансы бал һалырға. Килеп сыҡҡан сироп файҙалы ғына түгел, тәмле лә. Дозаһы йүтәлләүгә ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, һирәк йүткергәндә көнөнә бер балғалаҡ эсеү етә. Әгәр ҙә йүткереү төндә генә көсәйә икән, ятыр алдынан һәм төндә берәр балғалаҡ эсегеҙ. Әгәр ҙә инде йүтәл көслө икән, иртәнсәк ас ҡарынға, төшкө ашҡа тиклем, киске аштан һуң һәм төнгөлөккә берәр балғалаҡ эсеү кәңәш ителә. Йүтәл һирәгәйгән һайын дозаны кәметә барығыҙ.
l Шалҡанды ҡырғыс аша үткәреп, марля аша һутын һығып алырға һәм яҡшы итеп бал менән бутарға кәрәк. Шыйыҡсаны аш алдынан һәм йоҡларға ятыр мәлдә ике аш ҡалағы эсегеҙ.
l Редис менән кишерҙе һөт йәки бал менән бутағыҙ. Улар тигеҙ миҡдарҙа булырға тейеш. Ҡатнашманы көнөнә алты тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә мөмкин.
l Йүтәлдән ҡайнатылған шәкәрле йә баллы торма һуты ла файҙалы.
l Ун баш һуғанды һәм бер һарымһаҡты һөттә йомшарғансы ҡайнатығыҙ. Самалап бал өҫтәгеҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы берәр аш ҡалағы сәғәт һайын эсегеҙ.
l Биш-алты торманы нәҙек таяҡсалар рәүешендә ҡырҡып, шәкәр ҡомо һалып бутарға. Ун ике сәғәттән һуң һуты сығасаҡ. Шыйыҡсаны берәр аш ҡалаҡлап сәғәт һайын ҡабул итергә (бауыр һәм йөрәк сирлеләргә ҡулланыу тыйыла). l Ике аш ҡалағы аҡ май, ике йомортҡа һарыһы, бер балғалаҡ он йәки крахмал һәм ике балғалаҡ балды бутап, йыш-йыш ашарға мөмкин.
l Шәкәр ҡушылған йәшел кәбеҫтә һуты ла ҡаҡырыҡты сығара.
l Уң ҡулды мөмкин тиклем юғарыға күтәреү йүткереүҙе баҫа. Процедура уны дауаламай, ваҡытлыса баҫа ғына.
l Кеше оҙайлы йүткергәндә кесе ярауын тота алмай башлай, был осраҡта һеҙгә 1:1:1 нисбәтендә ҡырғыс аша үткәрелгән башлы һуған, алма һәм бал ярҙам итәсәк.
l Уртаса ҙурлыҡтағы бер кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, ҡайнап сыҡҡан һөткә һалып, егерме минут төнәтергә. Уны өс көн дауамында эсеп, йүткереүҙән бик тиҙ ҡотолорға мөмкин.
l Бер стакан һөттө ҡайнатып, утын һүндергәнсе бер аш ҡалағы бал өҫтәргә, бер семтем сода менән күбекләндергәнсе туҡылған йомортҡа ҡушырға. Шыйыҡса бронхиттан, ларингиттан, трахеиттан да ярҙам итә.
Бына шулай, йыш ҡына көслө дарыуҙарға ҡарағанда халыҡ медицинаһының ярҙамы нығыраҡ тейә. Булмаһа, үҙегеҙ һынап ҡарағыҙ, шифаһын тойоғоҙ. |