Аҡсаң бөткәнгә ҡайғырма, эшең бөткәнгә ҡайғыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Май
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Осрашыуҙарҙан ота уҡыусылар Мәғәриф

    Осрашыуҙарҙан ота уҡыусыларМеталлургтар ҡалаһы Белорет Өфөнән бик алыҫ ятһа ла, уларҙы бәйләнеш ептәре, дуҫлыҡ күперҙәре бик тығыҙ бәйләй. Быны Белорет лицей-интернаты тәрбиәләнеүселәре лә раҫлай: баш ҡала ҡунаҡтары уларға йыш килә. Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, йәнле аралашыуҙар, байрамдар балалар күңелендә онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра. Шуға ла уҡыусылар: «Беҙ әллә күпме күренекле кешеләр менән яҡындан танышбыҙ», – тип хаҡлы рәүештә ғорурлана.
    Әйткәндәй, башҡа уҡыу йорттарындағы кеүек, бында балаларҙы һайлап, иләктән иләп алмайҙар. Интернатта дүрт күрше райондан, әҙерлектәре төрлө кимәлдә булған ҡыҙ һәм малайҙар йыйылып, бер татыу ғаилә булып йәшәй. Педагогтар, «бөтә балалар ҙа һәләтле» принцибына таянып, һәр кескәй шәхескә уңайлы үҫеш, белем алыу, тәрбиә шарттарын булдырырға ынтыла. Ә үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, үҫеш, камиллыҡ тураһында һүҙ алып барып булмай. Зиһенде үҫтергән, фекерләү ҡеүәһен арттырған әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, ваҡытлы матбуғат менән даими танышып барыу менән бер рәттән, уңышлы, даланлы, аҡыллы кешеләр менән аралашыу ҙа баланың аң-белем офоҡтарын киңәйтә, күңеленә изгелек орлоҡтарын сәсә, этәргес көс бирә.

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт музыкаһының аҡһаҡалы Мәҙәниәт

    Башҡорт музыкаһының аҡһаҡалыКомпозиторҙарға һәр ваҡыт һоҡланыу, тулҡынланыу менән ҡарайым. Сөнки улар бөтә донъяны, ғаләмде музыкаль ауаздар аша ҡабул итеп, уны күңеле аша үткәрә белә.
    Яңыраҡ 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән Башҡортостан­дың халыҡ артисы, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Абрар Ғабрахманов – бөгөнгө башҡорт композиторҙары араһында иң олоһо. Бынан бер нисә йыл элек уның хаҡында яҙған мәҡәләлә «Ғабдрахманов – башҡорт композиторҙарының урта быуын вәкиле» тиһәк, хәҙер уны «башҡорт музыкаһының аҡһаҡалы» тиеү дөрөҫөрәк булыр.
    Абрар Ғабдрахмановты тәүге тапҡыр 1973 йылда, Өфө сәнғәт институты ҡарамағындағы махсус музыка мәктәбенә имтихан бирергә килгәндә, күргәйнем. Ул ҡыҙы Миләүшәне имтиханға алып килгәйне. Һылыу, ҡап-ҡара бөҙрә сәсле, ҡупшы костюм кейгән. Композиторҙар тураһындағы ки­тап­тарҙы бәләкәйҙән уҡырға яратҡас, уның кем икәнен белгәнмендер, күрәһең, был осрашыу ҡыҙыҡ тойолдо: тере композиторҙы тәүгә күреүем. «Композиторҙар ошолай була икән», – тип уйлауым иҫемдә.

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуңлаған үкенес Әҙәбиәт » Хикәйә

    Сабит ҡарт «аһ» та «уһ» килеп уянды ла, һөртөлмәгән өҫтәлдә ултырған шешәләге һыраны һемереп, ҡәнәғәтлек менән кикереп ҡуйҙы. «Дә, таң атып килә», – тип уйланы ул, иҙәндә аунаған буш шешәләргә, кәнсир ҡалайҙарына һөҙөп ҡарап. Тик бына башҡынайы бахмурҙан тәҡәтһеҙ һыҙлай шул.
    Тышҡа сығып утын индерҙе, мейесен яғып сәй ҡайнатмаҡсы булды, йыуынды. Кисә шешәләштәре менән нығыраҡ «һуғып» ташлаған шул, ярты пенсияһы елгә осҡан.
    Сәйнүге ҡайнап сыҡҡас, Сабит, тәмәкеһен тоҡандырып, ауыр уйҙарға сумды. Эргәһенә мәрхүмә ҡатынының ҙурайтылған фоторәсемен ҡуйып, һүҙ башланы:
    – Һаумы, әбекәйем, ғәфү ит мине, тағы ла эсеп ташланды, башҡа ауыҙыма ла алмаҫмын. Тиҙҙән һуғым һуйырмын, балаларға ит бүлеп бирермен.
    Фоторәсемдәге ҡатыны ихлас йылмайғандай тойолдо.

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кемдең мөхәббәте татлыраҡ? Иғтибар, Конкурстар

    Һөйгәнегеҙгә мөхәббәтегеҙҙе «Йәшлек» гәзите аша белдереп, уны нисек яратҡанығыҙҙы бөтә республикаға белдергегеҙ киләме? Улай булһа, гәзитебеҙ Ғашиҡтар көнө алдынан йәштәргә генә түгел, ғөмүмән, ғашиҡтарға, һөйә һәм һөйөлә белгәндәргә мөхәббәттәрен заманса белдереүҙең уникаль мөмкинлеген бирә. Бының өсөн һеҙгә ни бары кеҫә телефоны буйынса 2320 һандарына (тәүҙә инглиз хәрефтәре менән nur һүҙен яҙығыҙ, һуңынан смс-тексты), үҙегеҙҙең, шулай уҡ һөйгәнегеҙҙең исем-шәрифен атап, мөхәббәтле смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. Уларҙың иң матурҙары, үҙенсәлеклеләре гәзитебеҙҙең махсус битендә донъя күрәсәк. Ә иң оригиналь смс-һөйөү белдереүселәр гәзитебеҙҙең логотибы төшөрөлгән футболкалар менән бүләкләнәсәк.

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан батырҙарына етеүсе булманы Яңылыҡтар » Спорт

    Башҡортостан батырҙарына етеүсе булманыӨфөнөң «Динамо» стадионында Башҡортостан Президенты кубогына милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры үтте.
    Был сара – Республика йылы сиктәрендә үткәрелгән спорт ярыштарының береһе. Милли көрәш беҙҙә электән үк киң та­ралған. Башҡорт йыйындары, һабантуйҙар көрәшһеҙ үтмәгән. Бөгөн дә батырҙар һәм көслөләр алышы күп байрамдарҙың күрке булып тора, беренселектәр ҙә даими ойошторола. Ҡыҫҡаһы, милли көрәш Башҡортостанда иң популяр спорт төрҙәренең береһе булып ҡала, уның менән 20 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә.
    Әлеге республика асыҡ чемпионатына үҙебеҙҙең Башҡортостан-дан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Ҡырғыҙстандан 200-ҙән ашыу батыр көрәш майҙанына сыҡты, барлығы 51 команда тупланғайны. Ҡатнашыусыларға БР Президенты Мортаза Рәхимов тәбрикләү телеграммаһы ла ебәрҙе. Унда билдәләнеүенсә, милли көрәш күп кенә сит илдәрҙең ба­тырҙарында ла ҡыҙыҡһыныу уята. Йәштәрҙең был спорт төрөнә ылығыуы ла иғтибарға лайыҡ.

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфө вакциналары ил буйлап тарала Сәләмәтлек

    Баш ҡаланың «Иммунопрепарат» предприятиеһы эске баҙарҙа киҙеүгә ҡаршы вакцина етештереү буйынса алдынғылар рәтендә килә.
    Ул йыл һайын «Гриппол» вакцинаһы етештереп, дәүләт заказын уңышлы үтәй. Мәҫәлән, былтыр 21 миллион доза әҙерләнгән. Иммунобиологик препарат «Һаулыҡ» федераль программаһы сиктәрендә халыҡты бушлай вакцинациялау өсөн илдең төрлө төбәктәренә таратылды. Быйыл май айында предприятиела грипҡа ҡаршы донъя стандарттарына ярашлы яңы вакцина цехын төҙөү күҙаллана. Был заманса мини-завод йылына 50 миллион дозаға тиклем вакцина етештерәсәк. Яңы цехты ҡороуҙа Чехия белгестәренең дә ярҙам итеүе көтөлә.

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Әстерхан өлкәһендә Юл-патруль хеҙмәте составы, ришүәт алыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алынған.
    Коррупцияға ҡаршы операцияны тәфтишселәр һәм Федераль именлек хеҙмәтенең өлкә идаралығы хеҙмәткәрҙәре үткәргән. Дежурҙа булған «гаишник»тар һәм уларҙың командиры Аркадий Кирсанов сираттағы ришүәтте алған саҡта тотолған. Был хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен күҙәтеү былтыр сентябрҙә башланған. Һөҙөмтәлә «юл хужалары»ның водителдәрҙән даими рәүештә аҡса талап итеүе асыҡланған. Был енәйәттә ябай инспекторҙарҙан алып уларҙың етәкселәренә тиклем ҡатнашҡан.
    Тикшереүселәр билдәләүенсә, Кирсанов-тың ҡулына ғына был эшмәкәрлектән айына 150 мең һумлап килем инеп торған.
    Әлеге хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙға­тылған.

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Бөгөн Өфөлә автотранспорт союзының төбәк кәңәшмәһе үтә. Форумға Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан, Мари Иле Республикаларынан, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Пермь һәм Ульяновск өлкәләренең транспорт тармағы вәкилдәре йыйыла. Ҡатнашыусылар «Баш-автотранс» предприятиеһында ҡулланылған яңы технологиялар менән танышасаҡ.
    Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының дарыуханалар селтәре «Ир-егет һаулығы» исемле акция уҙғара. Сараның төп маҡсаты – урологик ярҙамды һәр кемдең мәлендә алыуына булышлыҡ итеү. Мәрхәмәтлек акцияһын ойоштороуҙа БР Урологтар йәмғиәте менән Башҡорт дәүләт медицина университеты ла ҡатнаша.

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru