Айыу йоҡоһон йоҡлама, айыу йоҡоһо айҙа ла бөтмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Шәжәрәңде бел!
  • Йондоҙнамә
  • Тырыш ҡыҙым үҫә, тип...
  • Йондоҙнамә
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Инспектор, ҡыуаҡ артына боҫма, регламентты боҙма! Яңылыҡтар

    Инспектор, ҡыуаҡ артына боҫма, регламентты боҙма!ЮХХДИ хеҙмәткәренең эшмәкәрлеген көйләүсе административ регламентҡа үҙгәрештәр индерелде.
    Унда авто­мобилде тикшерергә тип туҡтатыусы инспекторҙың бөтә аҙы­­­мы тәфсирләп яҙылған, шулай уҡ «гаишник»тарҙың йәшерен күҙәтеүенә һәм судья­ларҙы, прокурорҙарҙы туҡтатыуына тыйыу индерелде.
    Бынан ары ЮХХДИ автомобилдәре юлдағы барлыҡ водителдәргә лә күренерлек урында торорға тейеш, ә ҡыуаҡ йәки башҡа берәй нәмә артына йәшеренеп тороу административ регламентты боҙоуға тиң буласаҡ. Тик ЮХХДИ хеҙмәткәре ҡарамағында фото йәки видеотеркәү сараһы булғанда йәки рельеф үҙенсәлектәре арҡаһында юлдағы хәл-торош хәрәкәте насар күренһә генә уға йәшерен күҙәтеү алып барырға рөхсәт ителә.
    Ҡағиҙә боҙған водителде туҡтатыусы инспектор униформала булырға һәм янында ДПС автомашинаһы торорға тейеш. Әгәр юлды күҙәтеү махсус билдәләре булмаған машинала алып барыла икән, инспектор автомобилдәрҙе ДПС посы менән йәки тейешле махсус билдәләре булған наряд менән бергә туҡтата ала.

    авторы: admin | 11 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Пошлиналар арттырылды Яңылыҡтар

    29 ғинуарҙан РФ Дәүләт Думаһы Дәүләт автоинспекцияһы подразделениелары тарафынан алынған пошлиналарҙың күләмен арттырҙы.
    Яңы законға ярашлы, бынан ары автомобилдәргә теркәү билдәләрен алыу өсөн пошлина күләме 1500 һум тәшкил итәсәк (быға тиклем 400 һум ине).
    Мототранспорт сараларына, прицептарға, трактор­ҙарға, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш машиналарына номерҙар алыу 1000 һумға күтәрелде (элек 200 һум).
    Транспорт сараһының паспорты (ПТС) өсөн 500 һум түләргә тура киләсәк (элек 100 һум), ә транспорт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ алыу өсөн өс тапҡыр күберәк – 300 һум аҡса сығарырға тура киләсәк (элек 100 һум).
    Техник тикшереү үтеү тураһындағы талонды алыу өсөн пошлина күләме ун тапҡырға арттырылған – хәҙер ул 300 һум (элек 30 һум). Техник тикшереү тураһындағы халыҡ-ара таныҡлыҡ алыу өсөн дә ошондай уҡ сумма ҡаралған (быға тиклем ундай пошлина юҡ ине).

    авторы: admin | 11 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эскелек һәм СМС хәбәрҙәр Сәләмәтлек

    Фажиғәгә илтеүсе сәбәптәр араһында беренсе баҫҡыста, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, руль артына һалмыш, йәғни иҫерек көйөнсә ултырыу. Ҡушма Штаттарҙа юл-транспорт фажиғәләренең 40 проценты иҫерек водителдәргә тура килә. Быға аптырарлыҡ түгел, әлбиттә. Бер нисә шешә һыранан һуң кемдең һелкенә-һелкенә йәмәғәт транспортында йәки аҡса туҙҙырып таксиҙа ҡайтҡыһы килһен. Әммә әлеге күренеш бер АҠШ-ҡа ғына хас бәлә түгел. Беҙҙә лә иҫерек килеш «тимер ат»ҡа ултырырға баҙнат итеүселәр бихисап. Мәскәү ҡалаһының Краснопресненск яры буйында юлдағы эскелек темаһына арналған һәйкәл дә бар хатта. Ул шешә формаһында эшләнгән, ә эсенә фажиғәләрҙә емерелгән, иҙелгән, ватылған машиналарҙың фрагменттары тултырылған. Рәсәй ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәре буйынса, 2009 йылдың 11 айы эсендә илдә 185237 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙың 11475-енә иҫерек водителдәр ғәйепле. Һөҙөмтәлә 2059 кеше һәләк булған, 17000 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Үкенескә күрә, һалмыш водителдәр арҡаһында теркәлгән фажиғәләр тураһындағы ҡурҡыныс мәғлүмәттәрҙе көн дә тиерлек ишетергә тура килә.

    авторы: admin | 11 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Филармонияла – «Башҡорт Санта-Барбараһы» Мәҙәниәт

    Мөхәббәт, йәшкә ҡарамай, йәшен дә, ҡартын да аяп тормай, күңел ҡапҡаларын асып килеп инә лә, йөрәгеңдең иң нескә ҡылдарын тирбәтеп, һине һөйөү тулҡынында бәүелтә башлай. 14 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк «Мөхәббәтле парҙар» исемле концертта бөйөк тойғо, саф хистәрҙе данлаған мәңгелек йырҙар яңғыраясаҡ. Ғашиҡтар көнөнә арналған кисәлә билдәле йырсыларҙан торған һоҡланғыс дуэттар сығыш яһаясаҡ.
    Тәүге мөхәббәт, ике йөрәктең ҡауышыу бәхете, мәңгелек һөйөү хаҡындағы йырҙар, төрлө стилдәге бейеүҙәр күңелле көйҙәр менән үрелеп барасаҡ. Шулай уҡ был шоу-программа ҡыҙыҡлы сценарийға ла ҡоролған. «Башҡорт Санта-Барбараһы»н булдырып ҡарарға теләүсе парҙар араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа. «Ни өсөн беҙҙә сит ил сериалдары геройҙары һымаҡ уҡ тормош ҡороп йәшәй алмайбыҙ?» тигән һорау уларҙы бик ҡаты борсой. Серле тамаша нимә менән тамамланыр икән?

    авторы: admin | 11 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    День открытых дверей Яңылыҡтар » Иғтибар

    БАШКИРСКИЙ ГОСУДАРСТВЕННЫЙ УНИВЕРСИТЕТ

    проводит 20 февраля
    ДЕНЬ ОТКРЫТЫХ ДВЕРЕЙ

    Начало в 12.00.
    Приглашаются учащиеся выпускных классов средних школ, лицеев, гимназий и колледжей.
    авторы: admin | 11 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхмәт һүҙе Иғтибар, Хаттар яҙҙым

    Юбилейымды үткәрергә ярҙам иткәндәре, минең ижади хеҙмәттәремде, йәмәғәтселек, етәкселек эштәремде юғары баһалағаны өсөн республикабыҙ Хөкүмәтенә, Башҡорт дәүләт университетына, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһына, Мәғариф министрлығына һәм башҡа министрлыҡтар, учреждениеларға, ижтимағи ойошмаларға, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм ҡала советы етәкселәренә, БДУ-ның тарих факультеты һәм Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана коллективына, яҡташтарыма, бөтә туғандарыма, үҙем етәкләгән кафедра хеҙмәткәрҙәренә, аспиранттарыма, магистранттарыма, студенттарыма оло рәхмәтемде белдерәм.
    Тарих фәндәре докторы, профессор Р. Буканова.

    авторы: admin | 11 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғашиҡтар өсөн шау-шоу! Мәҙәниәт

    14 февралдә «Өфө уттары» күңел асыу комплексында Ғашиҡтар көнөнә арналған «Шаушоумания» форматында иң күңелле тамаша «Шау-шоу» була. Башҡорт йәштәре иттифағы, БСТ, «Юлдаш-nеw» каналы, «БТВ-медиа» үҙәге, «Шоңҡар» журналы редакцияһы ойошторған тамашаның беренсе бүлегендә «Шау-шоу» төркөмө йырҙарын яңы форматта, яңы стилдә, яңы аранжировкаларҙа, яңы башҡарыусылар ижадында ишетерһегеҙ.
    Концертта башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары – Рөстәм Ғиззәтуллин, Сәғиҙулла Байегет, Радик Юлъяҡшин, Марсель Ҡотоев, Дэни, «Азия» дуэты, «Һомай», «Башстайл» төркөмдәре, «Беҙгә барыбер» егеттәре ҡатнаша.

    авторы: admin | 11 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кем етеҙерәк, кем көслөрәк? Яңылыҡтар » Спорт

    Мәләүез ҡалаһында физик культура буйынса уҡыусы­ларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы үтте.
    Унда Башҡортостандан 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Ҡыҙҙар һәм егеттәр олимпиаданың тәүге өлөшөндә тест һорауҙарына яуап биреп, теория буйынса белемдәрен күрһәтте. Икенсе турҙа иһә гимнастика һәм йүгереү буйынса көс һынаштылар. Ярыштарҙа Ағиҙел, Стәрлетамаҡ, Салауат, Өфө, Мәләүез ҡалалары һәм Әбйәлил, Белорет, Стәрлета­маҡ, Күгәрсен райондары уҡыусылары үҙҙәренең физик әҙерлеге менән айырылып торҙо.

    авторы: admin | 11 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru