Көс һабантуйҙа беленер, эш өмәлә беленер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • 1 һорауға 5 яуап
  • Рәсәй көнө менән!
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рок - ул азатлыҡ аҡсарлағы! Мәҙәниәт

    Рок - ул азатлыҡ аҡсарлағы!Ҡыштың һуңғы көнөндә рок-музыканттар «Ҡышҡы йәйғор» исемле фестиваль үткәрергә йыйына.
    Илшат АБДУЛЛИН, «Бүреләр» төркөмө: – Эйе, беҙгә баш ҡаланы яуларға яҙҙы (йылмая). Зал тулы булды, халыҡ та, Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа сығыштарыбыҙҙы бик йылы ҡабул итте. Рух уяттығыҙ күңелдә, тип әйтеүҙәре – беҙҙең өсөн иң ҙур баһа. Төркөмдәргә килгәндә, бөгөн беҙҙе, «Ҡараташ», «Дәүер», «Арғымаҡ», «Диуар», «Аҡъяр» һәм башҡаларҙы йәштәрҙең ишеткәне бар. Бөгөн мине шул борсой: музыканың был өлкәһендә шөғөлләнеүселәр шул тиклем күп, тик рок беҙҙә өйөрө таралған көтөүсе хәлендә. Һәр беребеҙ үҙ ҡаҙанында ҡайнап, нимәлер ижад итәбеҙ, ә бергә туплана алмайбыҙ. Элек беҙ яратып тыңлап үҫкән «Дәрүишхан», «Каруанһарай», «Аҡйондоҙ», «Диуана», «Сая», «Рух», «Ант» кеүек төркөмдәргә үҙ-ара аралашып, нимәнелер уртаҡлашып йәшәү мөмкинлеге булған бит. Ниндәй генә бәйгеләр, фестивалдәр үтмәгән. Ә хәҙер нишләп юҡ?

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Улар үҙ бурысына һуңғы һулыштарынаса тоғро ҡалды Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Милицияның махсус тәғәйенләнештәге отрядында, матәм булғанлығын иҫкәртеп, байраҡтар төшөрөлгән. Йөрәктәрҙе өшөтөп, яңғыҙ шәм яна. Казармаларҙағы дүрт һике хәҙер мәңгелеккә һалҡын көйө ҡаласаҡ – йола буйынса, хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған һалдаттарҙың һикеһе берәүгә лә бирелмәй. Хәрби хеҙмәттә һәләк булғандарҙың тумбочкаларында фотолары тора. Ә инде Айрат Ғәләүевтың мендәрендә һәр ваҡыт ҡыҙыл берет – махсус тәғәйенләнеш отрядының намыҫы һәм ҡаһарманлығының символы ятасаҡ...
    Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең Өфөләге махсус тәғәйенләнештәге отрядының дүрт хеҙмәткәре Чечнялағы хәрби бәрелештә һәләк булды. Уларҙың икәүһе – өлкән прапорщик Айрат Ғәләүев менән кесе сержант Илгиз Ғасимов – Башҡортостандан.

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Афғанистан - күңел яраһы Әҙәбиәт » Хикәйә

    Һиндукуш тау һырттары артылышы, Пяндж, Амударъя йылғалары аръяғында 655 мең квадрат саҡрымды биләп ятҡан һәм үҙ халҡының бойондороҡһоҙлоғо өсөн ҡанлы көрәш алып барған был ил бөгөн дә беҙҙең күңелдәрҙә төрлө тойғолар уята. Сөнки СССР хөкүмәтенең туҙға яҙмаған аҡылһыҙ «интернациональ» сәйәсәте арҡаһында 1979 йылдың сентябрендә совет ғәскәрҙәренең тәүге төркөмө Ҡабулдың Баһран аэропортына десант менән төшә һәм илдә туғыҙ йылдан ашыуға һуҙылған ҡан ҡойғос һуғыш башланып китә. Тик 1988 йылдың апрелендә генә Женева килешеүе буйынса Советтар Союзы үҙ ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығара башлай һәм ул 1989 йылдың 15 февралендә тамамлана.
    Афғанстандағы һуғышта Башҡортостандан 9 меңдән ашыу яугир ҡатнаша. Шуларҙың 343-ө тыуған төйәктәренә «200-сө йөк» исеме аҫтында цинк табутта ҡайта, 500-ҙән ашыуы яралана, байтағы хәбәрһеҙ юғала.

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәүҙә – ир-аттар, һуңынан – ҡатын-ҡыҙҙар Сәләмәтлек

    БДМУ-ның урология кафедраһы белгестәре район-ҡалаларҙа ир-аттың һаулығын тикшерәсәк. Ошо көндәрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Башфар­мация» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Марсель Тойғонов һәм уның урынбаҫары Павел Самойлов ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте. Унда республиканың ҡала һәм райондарын медицина препараттары, белгестәр менән тәьмин итеү, льготалар, айырым акциялар тураһында һүҙ барҙы.
    Павел Самойлов әйтеүенсә, республикабыҙҙың ҡайһы бер төбәктәрендә юғары белемле, тәжрибәле белгестәр етешмәй, урологтар юҡ кимәлендә. Ә демографик күҙлектән ҡарағанда, ир-егеттәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара, уларҙың һаулығы белгестәрҙә борсолоу уята.

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Субсидия – ҙур ярҙам Иҡтисад

    Субсидия – ҙур ярҙамКоммуналь түләүҙәрҙең күләме артҡандан-арта, нисек аҡса еткермәк кәрәк, тигән аһ-зарҙы йыш ишетергә тура килә. Был – йәмәғәт транспортында йөрөүселәрҙең, сират көтөүселәрҙең бәхәсләшер төп темаһы. Хәйер, түбән эш хаҡы алған, бер пенсияға ғына күҙ төбәп йәшәгән кешеләрҙең хәленә нисек инмәҫһең дә, нисек фекерҙәре менән килешмәҫһең... Арабыҙҙа аҙмы ни эшһеҙ ҡалған, йә тапҡан-таянғанын ипотека өсөн түләгән, ун мең һумға ла етмәгән хеҙмәт хаҡына ишле бала аҫраған ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр?! Коммуналь хеҙмәт өсөн түләй алмаған ошондай граждандарға ярҙамға килә лә инде дәүләт. Ул субсидия рәүешендә түләнә.
    Дәүләттең был ярҙамына коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәре айлыҡ килемдәренең 22 процентын тәшкил иткән ғаиләләр дәғүә итергә хоҡуҡлы.

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғаилә тәрбиәһен үҫтереү маҡсатында Яңылыҡтар

    Һуңғы ваҡытта республикала тәрбиәгә бала алырға теләүсе ғаиләләр арта бара. Был иһә, үҙ сиратында, баланы ғаиләгә алырға әҙер квалификациялы ата-әсәләр әҙерләү ихтыяжын тыуҙыра. Ғаиләне һаҡлау, атайҙар, әсәйҙәр һәм балалар мәсьәләһенә арналған ведомство-ара совет ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы.
    Былтыр яңы асыҡ­ланған етем-балаларҙың 75 процентын ғаиләләргә урынлаштырыуға өлгәшелгән. Мәғариф ми­нистры Зиннәт Аллаяров әйтеүенсә, был 2008 йылдағыға ҡарағанда әҙерәк. Сәбәбе – ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең кәмеүендә.
    – Ғаилә тәрбиәһе формаһын үҫтереү маҡсатында, был эшкә уҡытыусыларҙы йәлеп итергә планлаштырабыҙ. Әлеге мәлдә төбәктәге дүрт балалар йортон алмаштырыусы ғаиләләр менән эшләүсе төбәк үҙәктәре итеп үҙгәртеп ҡороу буйынса эш алып барыла.

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Муниципаль иҡтисадты күтәреү өсөн.. Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Благовещен һәм Учалы райондарына эш сәфәрендә белдереүенсә, инвестициялар һәм яңы технологияларҙы ҡулланыу иҡтисад үҫешенә һөҙөмтәле йоғонто яһай.
    Благовещен районында әле инвесторҙар йәлеп итеп ике завод төҙөлә. Гофрокартон етештереүсе «Перекресток» йәмғиәте 260 кешене эш менән тәьмин итәсәк. Заводты төҙөүгә 360 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралған. Предприятие айына 8 млн квадрат метр продукция етештерәсәк. Инвесторҙар фекеренсә, сығымдар 4 – 5 йылдан һуң уҡ аҡланасаҡ.
    Икенсе завод йылыны изоляциялау материалдары сығарасаҡ. Уны төҙөүгә 2,3 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. Бында яңы технологиялар ҡулланыу ҙа иғтибарға лайыҡ. Сөнки улар тәбиғи байлыҡты теүәл файҙаланыуға булышлыҡ итә.

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыҙыл раузалар – һөйөү билдәһе Сәләмәтлек, Башҡортостан

    Ғашиҡтар көнө рәсми рәүештә ХVI быуаттан билдәләнеп килһә лә, мөхәббәт байрамдары боронғо мәжүсиҙәр мәҙәниәтендә лә булған. Римдә, мәҫәлән, ғашиҡтар аллаһы Жуно Фебрюата иҫтәлегенә февраль урталарында фестивалдәр үткәргәндәр. Уларҙың маҡсаты – икенсе яртыңды табыу. Ошонан һуң күп ғаиләләр ҡоролған. Улар ошо ваҡытта әсәлек, ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар аллаһы Юнонаға бағышлап ҡорбан салған.
    Боронғо Рәсәйҙә ғашиҡтар байрамы ҡыш түгел, ә йәй башында билдәләнгән. 469 йылда Рим папаһы Геласиус 14 февралде Изге Валентин көнө тип белдерә. Көнбайыш Европала был көн – ХIII быуатта, Америкала – 1777 йылда, ә беҙҙә ХХ быуаттың 90-сы йылдарынан билдәләнә башлай. Мөхәббәт хаттары – «валентинка»лар яҙыу ҙа тап ошо ваҡытта модаға инә. Был көндө өйләнгәндәрҙең мөхәббәте лә мәңгелек булып һаналған.

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru