Ҙур эште әкренләп эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уйындар бара, уңыштар булыр әле Яңылыҡтар » Спорт

    Уйындар бара,  уңыштар булыр әлеУҙған шәмбе иртәһендә Канаданың Ванкувер ҡалаһында XXI ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһы үтте. Би-Си Плейс спорт майҙанындағы шығырым тулы трибуна һәм ер шарының өс мил­лиардҡа яҡын спорт һөйөүсеһе яҡты, иҫ киткес матур шоуҙы өс сәғәт буйына телевизор экраны аша күҙәтте. Олимпия утын Канаданың өс спортсыһы (улар иҫәбендә легендар хоккейсы Уэйн Гретцки ҙа бар) тоҡандырҙы. Күптәрҙең күңелендә уйын хужаларының төрлө төҫтәге кейемдәре менән донъяның 82 иленән килгән спортсыларҙы бейеп ҡаршылауы һоҡланғыс тамаша булып ҡалыр. Тик шуныһы: ҙур спорт байрамы һәр ваҡыттағыса матур башланыр урынға, уйламаған ерҙән ҡыҙғаныс ваҡиға менән башланды. Уйындар рәсми асылыуға бер нисә сәғәт ҡалғас, 21 йәше генә тулған сана менән тиҙлеккә шыуыусы Грузия вәкиле күнекмәләр ваҡытында ҙур тиҙлектә елеп, көтмәгәндә ҡолай һәм яҡты донъя менән хушлаша. Грузия спортсылары был күңелһеҙ хәлдән һуң уйындар башланмаҫ борон тыуған яғына ҡайтырға уйлай.

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тутыҡ сөй Конкурстар, Хикәйә

    Имен генә хеҙмәт итеп йөрөй ине, вә-ә-т-т, бәлә, әй-й, аңғармаҫтан ҡулын бешереп ҡуйҙы… Ашнаҡта нарядта сағында булды был хәл.
    … Йәйҙең иң кәттә көндәре торған саҡ. Тирә-яҡ бында, Байкал аръяғында Фәрғәттең ғәзиз тыуған яғындағы ише үк күркәм түгел- түгеллеген: шешәгә тултырып һатылған кеүек, төбөнәсә үтә күренмәле таҙа һыулы йылғалар аҡмай, ярҙарында, таш күңелле кеше лә һоҡланып баш сайҡарлыҡ мәғрур ҡаялар ҡалҡмай, йөрәктәрҙе елкендереп, серле таңдар атмай. Ҡояштың был төбәктә лә бер тапҡыр ҙа күтәрелмәй ҡалғаны юҡ шикелле былай – ошо тәбиғи гүзәллек яғынан ныҡ ҡына үгәйһетелгән урынға ла, йыбанып ҡына булһа ла, йөҙөн аса ул. Тик ике ай ярым элек кенә хеҙмәтен башлаған йәш һалдат, уның үҙенең ҡайҙалыр бик алыҫта булып, нур-һөңгөләре бында ҡаҙалған илаһи бер мәлде күрә генә алмай. Күрер ине, ваҡыты юҡ. Fөмүмән, киске ун менән иртәнге алты араһы шул һуңғы етмеш биш көндә уның өсөн тәүлектең бер төптө буш урынына әүерелде. Юҡ икән дә баһа фани донъяла быйыл май башынан был арауыҡ! Fәмәлдән сығарылған!..

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эҙләмәгеҙ мине, ҡайтмай түҙмәм... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Уйсан ҡарашлы һылыу­ҙың фотоһүрәте сәхнә түренә эленгәйне, ә залда бала ҡайғыһын артмаҡлаған әсә менән шағирәне үҙ күргән, уны яҡшы белгән яҡындары, дуҫтары ултырҙы. Аһ, еңел түгел ине Фәриҙә апайға ҡыҙының хәтер кисәһендә ҡайғы яңыртыуы... Балаҡайының кескәй сағынан алып ояһынан осоп сыҡҡанға тиклемге ҡыҫҡа ғүмере күҙ алдында булғандыр; Флүзәнең иптәштәре, туғандары иҫтәлектәре менән бүлешкәндә һәр һүҙ тере ҡуҙҙай йөрәгенә төшкәндер – күҙ йәштәре аҡты ла аҡты... Әммә хәтер кисәләре кәрәк. Тереләр өсөн кәрәк. Сағыу йондоҙҙай атылып һүнгән Флүзәнең ижадын белмәгән-ишетмәгәндәр ҙә күп бит әле.
    Һәр әҫәре күңелемдә – эҙ, аңымда ойот­ҡо ҡалдырһа ла, үҙем өсөн дә шағирәне өр-яңынан астым был кистә. Бына ауыл хакимиәте башлығы Кәтип Әхмәҙиевтың хәтирәләрендә Флүзә Һарт ауылында йәшәүсе Сәлиха өләсәйенә ҡунаҡҡа бер килеүендә, малайҙар менән бергә йылғала балыҡ ҡаптыра. Балыҡтың да ниндәйен эләктерә бит әле – елле бер бәрҙене! Малайҙарҙың шул саҡтағы ҡыуанысы, ғорурлығы, әйтерһең дә, ҡармаҡҡа ябай түгел, ә алтын балыҡ эләккән!

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт халҡының этник тарихы(Фәлсәфәүи уйланыуҙар) Башҡортостан, Мәғәриф

    Башҡорттар… Кем улар?.. Ҡайҙан килеп сыҡҡандар?.. Был ергә ниндәй миссия менән килгәндәр? Тормошта уларҙың билдәләнеше ниндәй?
    Яңы эраның беренсе мең йыллығында Башҡортостан халҡы бик ныҡ ҡатнаш булған. Быны археологик һәм антропологик тикшеренеүҙәрҙең һығымтаһы ла күрһәтә. Бахмутин, турбаҫлы мәҙәниәттәре менән бер рәттән, тикшеренеүселәр романов, именьков, ҡара-яҡуп тибындағы һәйкәлдәрҙе айыра. Улар араһында иран теллеләр (савроматтар), фин-уғыр, самодий, төрки төркөмдәре осрай.
    Беҙҙең эраның беренсе мең йыллығының икенсе яртыһы (VII – IX б.б.) һәм һуңғараҡ ваҡыт менән билдәләнгән ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһе хәҙерге башҡорттарҙың өйрәнелгән барлыҡ төркөмдәрендә лә раса тибының антропологик үҙенсәлектәре булыуын, ә иртә осорҙо тикшереү (б.э. III – IV б.б.) бары ни бер өлөшөнөң генә тап килеүен күрһәтә.

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормош асылдарын аса-аса Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Тормош асылдарын аса-асаМаргарита менән көтмәгәндә таныштыҡ. Өҫтөмә донъя йөгө ишелгән үтә лә ауыр бер мәл ине. Башты ташҡа бәрһәң дә хәл итә алмаҫтай то­йолған проблемалар килеп баҫҡайны. Ҡағиҙә булараҡ, ошондай ике ҡулһыҙ ҡалған ваҡыттарҙа әҙәм балаһы Аллаһы Тәғәлә барлығын иҫенә төшөрөүсән. Аяҡ аҫтындағы бығаса бер ниндәй тетрәнеү белдермәгән ер нығыраҡ һелкенә башлағас, миңә лә, ярҙам һорап, Тәңрегә мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалманы.
    «Эй, Аллаһ! Бөйөктәрҙең бөйөгө! Теләгән кешеңде юғары күтәрәһең, теләгән кешеңде түбәнәйтәһең. Яҡшылыҡ – һинең ихтыярыңда. Һин һәр нәмәгә ҡөҙрәтле, ярҙам ҡулыңды һуҙ мин ҡолоңа. Фәрештә­ләреңде сығарып ҡуй минең йөрөгән юлдарыма!» – тинем, ялбарып.

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендә делегация эш сәфәре менән Финляндияға юлланды. Сәфәрҙең маҡсаты – Финляндия менән ағас эшкәртеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре менән танышыу. Сит илдә урман эшкәртеү сәнәғәте менән ентекле танышыу, ошо йүнәлештә эшләгән предприятиеларҙа булыу ҡаралған, шулай уҡ Финляндия урман сәнәғәте ассоциацияһы президенты Ристо Уитти менән осрашыу ҙа ойоштороласаҡ.
    Башҡортостан энергетиктарының тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында Ҡырғыҙстан Рес­пуб­ликаһының Үҫеш фондының директорҙар советы рәйесе Игорь Чудинов етәкселегендәге делегация килде. Тәү сиратта улар «Берҙәм энергетик системаның системалы операторы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – «Башҡорт төбәк диспетчер идаралығы» менән танышты. Ҡунаҡтар өсөн үҙәк диспетчер һәм филиал персоналының тренажерҙарҙа әҙерлек үтеү пункттарына экскурсия ойошторолдо, шулай уҡ Башҡортостан энергосистемаһы, унда ҡулланылған идара итеү технологиялары хаҡында һөйләнеләр.

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берҙәмлектә һәм татыулыҡта – беҙҙең киләсәк Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡортостан Республикаһы­ның ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетында «ЮНЕСКО проекттары һәм уның программалары буйынса эшләүсе мәғариф учреждениеларының үҙ-ара бәйләнеш селтәре» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» үтте.
    Унда мәғариф учреждениелары, төрлө министрлыҡтар вәкилдәре, ошо йүнәлештә эшләүсе мәктәптәр ҡатнашты. Ултырышты Баш­ҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Өлфәт Йомағужин асты. Ул, ойошманың эштәре, киләсәккә пландары менән таныштырып: «Комитеттың сиктәрен киңәйтеү, сит ил ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү, халҡыбыҙҙың милли ҡиммәттәре – «Урал батыр» эпосын, Шүлгәнташ мәмерйәһен, һабантуй байрамын бөтә ил кимәленә күтәреү, яңы эшләй башлаған мәғариф учреждениеларына ярҙам итеү, һәләтле балалар, белемле йәштәр тәрбиәләү – беҙҙең төп бурыс», – тине.

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шәхси хужалыҡтарға ярҙам Иҡтисад

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ауыл хужалығы техникаһы менән ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
    Шәхси хужалыҡтарға ярҙамды киңәйтеү ниәтен Раил Сарбаев былтыр көҙ үк белдергәйне, ә 22 ғинуар­ҙа үткән матбуғат конференцияһында «Шәхси хужалыҡ» комплекслы программаһын тәшкил итеүсе өлөштәренең береһе – бүлеп түләү шарты менән ауыл хужалығы техникаһы һатыу параметрҙарын билдәләне.
    – Тәүге иғәнә 10 проценттан артырға тейеш түгел һәм ун йылға тиклем бүлеп түләү мөмкинлеге бирелергә тейеш. Мәҫәлән, иң популяр техника – «Беларусь» тракторы 750 мең һумға төшә. Тәүге иғәнә, страховканы, теркәүҙе һәм транспорт һалымын иҫәпкә алып, 90 мең һумдан артмай, – тигәйне ул саҡта Хөкүмәт башлығы.
    Бынан тыш, Раил Сарбаев техниканы биреү схемаһын ҡулайлаштырырға ҡушты: лизинг схемаһынан баш тартыу сығымдарҙы ҡыҫҡартыу һәм түләүҙәрҙе былтырғы кимәлдән юғарыраҡ һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк.

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru