
Республикабыҙҙа матур йолаға әйләнгән саңғы байрамында бер нисә тиҫтә мең кеше бер юлы стартҡа сыҡты.
Башҡортостанда саңғыла шыуырға яратҡан халыҡ йәшәй. Спорттың был төрө менән әүҙем шөғөлләнгәндәр беҙҙә 67 мең кеше һанала. Ә инде күңел йәки һаулыҡты нығытыу өсөн генә йөрөгәндәрҙең иҫәбе-һаны ла юҡ. Һәр бер ғаиләлә тиерлек кем дә булһа саңғыға баҫа. Шуға ла төбәгебеҙҙә спорттың был төрөнә бәйле бик күп матур йола бар.
Республикала өс көн рәттән Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Хөкүмәт Премьер-министры приздарына саңғы спорты фестивале үтте. Ярыш Октябрьский ҡалаһында һәм Өфө районының Авдон ҡасабаһында уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, саңғысыларҙы мөһим сара менән ҡотлап, ярышта иң көслөләрҙең еңеп сығыуын теләне.
Авдон ҡасабаһына республиканың утыҙға яҡын районынан саңғысылар йыйылды. Һәр командала ете кеше – өс ир-егет һәм өс гүзәл зат, етенсе спортсы – ветерандар иҫәбенән. Әйткәндәй, араларында 62 йәшкә тиклемге апай-ағайҙар ҙа булды! Уларға «афарин» тип әйтергә генә ҡала. Саңғыла йөрөү таһыллыҡ ҡына түгел, физик көс тә талап итә, шуға ла оло кешеләрҙең саңғыла елдереүен күреү һоҡланыу уятты.
Тәүге көндә, 11 февралдә, классик стилдә ярыштар ойошторолдо. Ә инде Ванкуверҙа ХХI ҡышҡы Олимпия уйындары асылған көндә сараның иң ҡыҙыҡ өлөшө – эстафета булды.
Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы һәм Өфө районы хакимиәттәре, Башҡортостандың саңғы федерацияһы ойошторған матур сара ҡыштың һыуыҡ ҡына көндәренә тура килде. Стәрлебаш районы командаһы етәксеһе, Стәрлебаш муниципаль районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Рөстәм Яруллин:
– Бер ҡыҙыбыҙ – ҡолағын, икенсеһе битен өшөттө-өшөтөүен. Әммә спортта, ярышта төрлө хәлдәр булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Рәхәт кенә булһа, ярыш буламы ни ул! – тине. Команда составындағы ветеран – Фәнил Абсатаровҡа 50 йәш! Ул – спорт мастерлығына кандидат нормативын да үтәгән, райондың ғорурлығы, бөтә ярыштарҙа ла теләп ҡатнаша, йәштәргә өлгө булырлыҡ ысын спортсы, шаян ағай.
Ярыш ярыш инде, унда артта ҡалыусылар ҙа, еңеүселәр ҙә була, саңғылар ҙа һынып ҡуя. Етмәһә, өс көн буйы барған сарала төрлө көтөлмәгән хәлдәр тағы ла күбәйеп китә – инде алға сыҡтым, башҡаларҙы уҙҙым, тиһәң, беренсе көнгө мәрәйҙәреңдең аҙ булыуы бәкәлгә һуға. Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Хөкүмәт Премьер-министры приздарына саңғы спорты фестивалендә лә еңеүселәр өс көн барған ярыштарҙың дөйөм һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде. Өсөнсө урынды яулаусы Нуриман районы командаһы бөтәһе 760 мәрәй йыйҙы. Ә инде икенсе урынды хужалар – Өфө районы спортсылары яуланы. Саңғы буйынса Ҡалтасы районына етеүселәр юҡ икән – команда лайыҡлы рәүештә беренсе урынға сыҡты!
Шулай уҡ 14 февралдә бөтә ил халҡы «Рәсәй саңғыһы – 2010» сараһында ҡатнашты. Башҡортостан да был спорт байрамында йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Быйыл 1992 йылғы һәм унан да бәләкәйерәк йәштәге егет һәм ҡыҙҙар – 5 саҡрымға, ә инде 1991 йылғы һәм унан да өлкәнерәктәр 10 саҡрымлыҡ дистанцияға ярышҡа сыҡты. Төрлө ойошмаларҙың етәкселәре «VIP – ярышта» сығыш яһап, 2014 метрлыҡ дистанцияны саңғыла үтеп, сараға тағы ла байрам кәйефе өҫтәп ебәрҙе.
Лилиә СИРАЕВА.
Илдар ӘҺЛИУЛЛИН фотолары.