Иртә торған ир уңыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • Дайджест
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәштәр, һеҙ яңғыҙ түгел! Башҡортостан, Сәйәсәт

    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм активистары тирәләй килеп тыуған хәүефле хәлгә битараф ҡала алманы. Сираттағы ултырышта тентеүҙәр ойошторған көс структураларына ҡаршы протест белдереп, уларҙың баҫымын нигеҙһеҙ тип атаны. Ошоға бәйле, Башҡорт йәштәре иттифағының Виктор Палагинды отставкаға ебәреүҙе талап итеп яҙған мөрәжәғәтен хуплай.

    Т. АМАНОВ.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфө губернаһы исемен йөрөтөүсе сайттың маҡсаты: Иғтибар, Башҡортостан, Сәйәсәт

    1. Башҡортостандың бөтә социаль-мәҙәни өлкәһен тотороҡһоҙландырыу. Сөнки был сфера тотороҡлоҡҡа нигеҙләнгән, һәм радикалдар уны күрә алмай. Сайт иһә радикализм менән айырылып тора. Уның өсөн – хәүеф, иртәгәһе көнгә ышанмау хәл-торошо даими ҡуҙғытыла. Сайт биттәрендә фекерҙәр ойошто­роусылар тарафынан ҡыҫҡартыла йә танып булмаҫлыҡ итеп үҙгәртелә. Конструктив комментарийҙар баҫылмай, ә милләткә, шәхестәргә нәфрәт белдергәне тағы ла көсәйтеп бирелә.
    2. Маргинал оппозицияны берләштереүсе «символдар теле» барлыҡҡа килтереү. Был тел республикабыҙ власына ғына түгел, ә тотош башҡорт халҡына ҡаршы йүнәлтелә. Сайтта ошоноң буйынса «эш» әүҙем бара; сайт уйлап сығарылған фәнни нигеҙҙә тыуған һәм Автономиялы Башҡортостан, башҡорт ихтилалдары, Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек шәхестәрҙең абруйын төшөрөүгә йүнәлтелгән. Әйткәндәй, милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыу тураһында РФ Енәйәт кодексына эләкһә лә, аноним булыу сәбәпле, «имен» ҡала.
    3. Оппозицияның ыңғай фигуралары образын барлыҡҡа килтереү.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аңра ҡарға тамаҡтан ярғансы ҡарҡылдай Башҡортостан, Сәйәсәт

    Аңра ҡарға тамаҡтан ярғансы ҡарҡылдайҺуңғы ваҡытта беҙгә «экстремизм» тигән һүҙҙе йыш ишетергә тура килә. Диндарҙарҙың һәр аҙымын да шуға иҫәпләй башланылар, буғай. Интернетта ла был юҫыҡта сайттар «эшләй». Шундайҙарҙың береһе үҙенә беҙҙең республикалағы хәл-торошто ҡаҡшатыу, милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыуҙы бурыс итеп алған. Уны ойоштороусылар, авторҙары (стилдәренән күренеүенсә, иң күбендә 3 – 4 кеше) башҡорт халҡына, Башҡортостанға шундай нәфрәт менән ҡарай. Парадокс кеүек: үҙҙәре ошонда йәшәй, республиканы тыуған ерҙәре итеп һанай, бындағы уңайлыҡтарҙан файҙалана, белем ала һәм алған, дәүләт һәм ошонда йәшәүсе халыҡ мәнфәғәтенә эшләй (йәғни ниндәйҙер ойошмала, предприятиела тир түгә, нимәлер етештерә), ә яҙмаларынан ҡот осҡос дошманлыҡ, йәшәгән төйәккә ҡарата нәфрәт сағыла. Хатта тетрәнеп китәһең. Әшәке сайттарҙың исемен белеү өсөн интернетта эҙләү юлына «башкир», «башкирский язык» тип яҙыу ҙа етә. Позитив мәғлүмәттәр араһында мотлаҡ ағыуын сәскән сайтты табырға мөмкин. Күрәләтә ялған, нахаҡ булғанын белеп тә, үҙебеҙҙең милләт кешеләренең дә шикләнеп китеүенә шаҡ ҡатаһың. Беҙ үҙ тарихыбыҙҙы белеп еткермәйбеҙ, күрәһең. Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек шәхестәребеҙҙең исеменә ҡара яғылғанда, аһ-аһ, ысынлап та, улар шундай булғанмы икән, тип ялғансыларға теләктәшлек күрһәтә яҙабыҙ.
    Тағы ла шуныһы аптырата: күп кенә осраҡта хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлаусылар нахаҡ бәлә яғыусыларға ҡаршы көрәшмәй, ә позитив мәғлүмәт биреүсе, ысынбарлыҡтағы яңылыҡтарҙы яҙыусы тыныс сайттарға (www.yeshlek.ru кеүек) бәйләнергә сәбәп эҙләй. Быны нисек аңларға? Тимәк, милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыусыларға теләктәшлек күрһәтәләр булып сыға. Тимәк, республика биләмәһендә ағыу сәсеүсе сайттар РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортос­тандағы идаралығы начальнигы Палагин әфәнденең киң ҡанаты аҫтында эшләй.
    Тағы ла бер нәмә: көҙ көнө Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары генерал-майор Пала­гиндың отставкаға китеүен талап итеп пикетҡа сыҡҡас, шунда уҡ был сайттар Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһен яҡлай башланы.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    16 февралдә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сар­баев республикала яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса саралар планын раҫланы. Ташҡын алдынан авария-шартлатыусы бригадалары инструктаж үтә, ә 15 марттан юғары хәүефле объекттарҙа тәүлек әйләнәһенә дежур итеү ойоштороласаҡ. Һыу бысраныуына юл ҡуймау өсөн ҡалдыҡ һыу ағымына яҡын урынлашҡан һыу объекттары БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитика-контроль баш идаралығы күҙәтеүендә буласаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында өсөнсө йыйынға әҙерлек һәм уны үткәреү сиктәрендә донъя күрәсәк китап продукцияһы исемлеге буйынса һүҙ барҙы. Йыл дауамында 22 китап сығарыу планлаштырыла. Шуларҙың ҡайһы берҙәре – оло ҡорға тиклем, ҡалғандары съезд йомғаҡтары буйынса нәшер ителәсәк.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Виктор Ющенко Украина Президенты вазифаһын башҡарған осорондағы төп хатаһын атаған.
    «Ил менән биш йыл етәкселек иткән ваҡытта иң ҙур хатам тураһында һүҙ бара икән, мин уны атайым. Ул да булһа – Тимошенко», – ти Ющенко. Уның һүҙҙәре буйынса, әгәр Премьер-министр урынында «конструктив кеше» булһа, 2004 йылда Майҙанда торған командаға артабанғы биш йылда ла әүҙем сәйәси эшмәкәрлек дауам итеү мөмкинлеге бирер ине. Виктор Ющенко фекеренсә, Хөкүмәт Рәйесе Украина мәнфәғәттәрен күршеләргә һатҡан.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йыл уҡытыусыһы» – 3-сө гимназиянан Мәғәриф

    «Йыл уҡытыусыһы»  – 3-сө гимназиянанБаш ҡала уҡытыусыларының һөнәри конкурсы тамамланды. Көсөргәнешле бәйгелә баш ҡаланың 3-сө гимназияһынан математика уҡытыусыһы Елена Фролова (һүрәттә) еңеүгә өлгәште. Уның педагогик стажы – 11 йыл, шуның һигеҙ йылын ул 3-сө гимназияла уҡытҡан.
    – Тормошомдо мәктәптән, уҡыусыларҙан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Яҡшы уҡытыусы булыуҙың сере ябай – балалар менән эскерһеҙ, ғәҙел һәм ихлас булыу, шул саҡта ғына барыһы ла килеп сығасаҡ. Конкурста еңеү яуларға миңә яҡындарым, уҡыусыларым һәм бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем ярҙам итте, – ти ул. Әйткәндәй, 3-сө гимназия уҡытыусылары был мәртәбәле конкурста беренсе тапҡыр ғына еңеү яуламай. Тимәк, ысынлап та, белем усағында көслө уҡытыусылар эшләй.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Республика йылы юғары кимәлдә үтергә тейеш» Башҡортостан, Сәйәсәт

    «Республика йылы юғары кимәлдә үтергә тейеш»– Башҡортостанда Пре­зи­дентыбыҙ Мортаза Рә­химов тарафынан Респуб­лика йылы тип иғлан ителгән быйылғы йыл Башҡор­тостандың Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул иткәненән һуң үткән 20 йылға байҡау билдәһе аҫтында уҙасаҡ, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, ведомство коллегияһының 2009 йылға йомғаҡтары һәм 2010 йылға яңы бурыстарына арналған киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап. – Беҙ һеҙҙең менән юбилей сараларының ижади йәһәттән дә, техник планда ла юғары кимәлдә уҙыуын тәьмин итергә тейешбеҙ.
    Илдус Ғөбәйҙулла улы Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының ҡатнашыуын шулай уҡ төп бурыстар булараҡ билдәләне. Май айында Өфөлә «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале төбәк-ара этабының гала-концерты үтәсәк. Республикабыҙ ҡала-райондарында ла ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре ҡатнашлығында бик күп сара үткәреү ҡаралған.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Финдар тәжрибәһен өйрәнеп Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы делегацияһы Финлян­дияла эш сәфәре менән булды. Һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы ағас эшкәртеү тармағында хеҙмәттәшлек урынлаштырыу булды.
    – Йылдан-йыл республикабыҙҙа ҡартайған урмандар күбәйә бара, урман эштәре уны һатыуға ғына ҡайтып ҡала, – тип, 2009 йылда Раил Сарбаев был проблеманы бер нисә тапҡыр күтәрҙе. – 5,5 миллион гектар урманыбыҙ була тороп, нефть эшкәртеүгә һәм нефть химияһына ғына ҡарап йәшәү һис килешмәй. Урман – беҙҙең байлығыбыҙ, һәм беҙ уны оҫта, һөҙөмтәле файҙаланырға тейешбеҙ.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru