Ҡарама кешенең һүҙенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Атың булһа, ил таный
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡәҙерле армия һәм флот ветерандары! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Хөрмәтле Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре яугирҙары!

    Был матур көндө беҙ, ҡулына ҡорал алып, Тыуған илебеҙ хәүефһеҙлеге һағында торған, азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡто һаҡлап, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәргә хөрмәт-ихтирамыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Хәрби бурыстарын фиҙакәр үтәүселәрҙе Ватан һис ҡасан онотмай!
    Башҡортостанда оборона предприятиеларын үҫтереү, хәрби частарға ярҙам итеү, йәштәрҙе армияға әҙерләү, хәрби-патриотик тәрбиәне ойоштороу, тыуған яғыбыҙҙың хәрби даны тарихын һаҡлау буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Республикала киләсәктә лә илебеҙҙең Ҡораллы Көстәрен, уның оборона һәләтен, именлеген һәм ҡеүәтен артабан нығытыу өсөн күп көс һәм тырышлыҡ һалынасаҡ.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт халҡының этник тарихы (Фәлсәфәүи уйланыуҙар) Башҡортостан, Мәғәриф

    Өсөнсө миҫал: тарихта, ике мең һыбайлыһы булған Башҡорт хәрби начальнигы тураһында яҙма мәғлүмәт (беҙҙең эраның IX б.) һәм этнос уның исеменән башланған, тигән версия бар. Эйе, хәрби начальник – тарихи шәхес, ул башҡорт булған. Ләкин был уның исеме тигәнде аңлатмай, ә был уның поход атаманы, айырым вазифа башҡарыусы айырым отряд командиры кеүек вазифаһын, дәрәжәһен аңлата. Ул кешенең, күрәһең, абруйлы һуғышсы, батыр, төп йыйылыш (ҡоролтай, съезд) тарафынан махсус бурыс үтәргә ебәрелгән кеше булыуы ла ихтимал. Ул халыҡты, этносты булдырыу­сы материал була алмай, ә үҙе шул халыҡтың береһе, этностың ағзаһы булып, исеме тарихта юғалып ҡалыуы ихтимал.
    Шулай уҡ тарихта Ғилметдин-әл-Башгирди тигән шәхес тураһында ла яҙма мәғлүмәт осрай. Беҙҙең бер милләттәшебеҙҙе бала сағында уҡ юлбаҫарҙар урлап, ҡоллоҡҡа бирә. Унан

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тутыҡ сөй Әҙәбиәт » Хикәйә


    – Ғөмүмән, ми­ңә үҙем ҡәҙерлерәк, – «Шыуғалаҡ» һаман да баяғы мәсьәлә әсирлегендә икән: килә торғас, шулай тип ҡуйҙы. Туҡта-туҡта, нисектер икенсерәк әйтте түгелме һуң был?.. Бәй-бәй, бик һирәк күренеште күҙәтәбеҙ бит, туғандар: ул, ниһайәт, дөрөҫтө белдерҙе! Әртислегенә барып ҡына сығарылған сырайы булып ҡуймаһа, йөҙө лә етди генә. Хатта уйсан.
    Ян-яғына иркен ҡараш ташлап, йәнәш атлап килгән хеҙмәттәше быға мөнәсәбәтен бер нисек тә белдермәне. Әйткәне яңылыҡ та түгел инде былай, бер уйлаһаң: бәндәгә, ниндәй генә юғары һүҙҙәр һөйләмәһен, орандар ташламаһын, үҙ башҡайы ғәзизерәк инде уның. Шулай, тик кем ауыҙынан ишетте бит әле быны...
    Ә тегенең, күренеп тора, ниндәйҙер бер йомоҡ уйы барға оҡшаған. Хәйер, ғәҙәти хәлендә инде кеше. Ләкин был юлы ул уй – ныҡ хәтәр, эсендә ятып сыҙамаған, тышҡа атылып сығырға яман ашҡынған бер ниәттәй...

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гөнаһһыҙ сабыйҙар Әҙәбиәт » Хикәйә

    МӘХМҮТ менән кистән балыҡҡа барырға йыйын­ғайныҡ, ҡайһы ваҡытта осрашырға икәнен килешмәгәнбеҙ, шуға ул эшләгән мәктәпкә һуғылдым. Ишекте асыуым булды, йәшлек дуҫым менән маңлайға бәрелешә яҙҙыҡ.
    – Үҙе теләгән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, – ти ул, йыш тын алып, – мин как раз ссуда өсөн взнос түләргә һаҡлыҡ банкыһына барам, минең урынға әҙәбиәт дәресенә инә торорһоң.
    Минең күҙ маңлайға менде. Мәхмүт менән бер факультетты тамамлаһаҡ та, ғүмерҙә бер дәрес биреп ҡарағаным, синыф алдында баҫып торғаным булманы.
    – Һаҙый Таҡташты үтә инек, һин дәрескә инеп тор, 10 – 15 минуттан үҙем ҡайтып етермен, директор бөгөн өйҙә юҡ, – Мәхмүт мине еңемдән һөйрәп, 11-се синыф­ҡа алып инде, тиҙ-тиҙ генә балалар менән таныштырҙы.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Стюардесса радио аша иғлан итә:
    – Беҙҙең самолет кәрәгенән күберәк пассажир алған. Шуның өсөн бер кешегә һикерергә кәрәк. Шулай итмәһәк, бөтәбеҙ ҙә харап булабыҙ.
    Шул саҡ арттағы ултырғыс­тағы бер ир, көрһөнөп:
    – Бына бит һәр ваҡыт шулай, ҡәйнәм кәрәкмәһә – ул һәр ваҡыт эргәлә, ә кәрәк саҡта юҡ, – ти.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Боҙ ҡуҙғалды, тиһәк... Яңылыҡтар » Спорт

    АБоҙ ҡуҙғалды, тиһәк...на бит, Хоҙай Тәғәлә уларҙы ишеткән, ахыры. Олимпия уйындарының алтынсы көнө Рәсәй йыйылма командаһы ҡумтаһына бер юлы алтын һәм көмөш миҙал килтерҙе. Саңғы буйынса 1,5 саҡрым араға спринт ярышында Рәсәй спортсылары Никита Крюков менән Александр Панжинский, старттан уҡ дәғүәселәрен артта ҡалдырып, үҙ-ара беренсе – икенсе урындарҙы бүлеште. Бүлеште, тип тә әйтеп булмай, сөнки финишты улар бер үк ваҡытта үтте. 0,1 секунд айырма Крюков файҙаһына булды. Шулай итеп, инде нисәнсе көн көтөп, Рәсәй урамына ла байрам килде.
    Шул уҡ көндө шорт-трек буйынса 1000 метр араға йүгереүҙә финалға сығыр өсөн һайлап алыу бәйгеһе уҙҙы. Башҡортостандан унда Руслан Захаров менән Семен Елистратов ҡатнашты. Был спорт төрө беҙҙә яңы саҡ үҫеш алған­ға күрә әлегә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә өмөт юҡ. Яҡташтарыбыҙ, тик 24-се һәм 27-се урындарға сығып, төп ярыштан төшөп ҡалды.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналған Сәйәсәт » Әрме

    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналғанБөйөк Ватан һуғышы меңләгән кешенең ғүмерен ҡыя һәм шул уҡ ваҡытта илебеҙҙең батыр ир-атын аса. Салауат райо­нынан юғары званиеларға лайыҡ яҡташтарыбыҙ ҙа аҙ түгел. Татар Малаяҙынан Хәбиб Ғәниев, Көҫәпәй ауылынан генерал-майор Әнүәр Ғәббәсов, Иҫке Ҡаратаулынан Энгельс Ҡолмөхәмәтов, Йыланлы ауылынан Рәфҡәт Вәлиев һәм уның яҡын туғаны Барый Тажетдинов.
    Граждандар һуғышы ваҡытында Салауат районының Йыланлы ауылы бер нисә мәртәбә ҡулдан-ҡулға күскән. Халыҡ ҡайһы яҡҡа ауырға ла белмәй интеккән. Күптәре урманға ҡасҡан. Ә буласаҡ генерал Рәфҡәт Вәлиевтың атаһы Әхтәм ҡыҙыл партизандарға ҡушылған. Бының өсөн аҡтар уның ҡатынын туҡмап имгәтә. Әхтәм Вәлиев оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡайта алмай. Тормоштоң бөтөн ауырлығы баш балаға – Рәфҡәт елкәһенә төшә. Һигеҙ йәшлек малайға көтөүсе ярҙамсыһы булып ялланыуҙан башҡа сара ҡалмай. Бына көҙ килеп етә, малайҙың иптәштәре уҡырға төшә. Ә Рәфҡәт һалҡын ямғыр аҫтында иртә таңдан ҡараңғыға тиклем көтөү көтә.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналған Сәйәсәт » Әрме

    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналғанАртур ТУҠТАҒОЛОВ, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы, «Далан» төркөмө етәксеһе:
    – Сәнғәт училищеһын тамамлағас, Бишбүләк районына тынлы оркестрға етәксе итеп ебәрҙеләр. Урындағы хакимиәт башлығы мине, әрменән алып ҡалам, бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, тине. Ә бит ул заманда хеҙмәт итмәү бер төрлө ғәрлек ине. Әрменән ҡалдыңмы, тимәк, һин ысын ир-егет түгел. Хатта ҡыҙҙар ҡарамауы ихтимал. Хәрби комиссар артынан, мине хеҙмәткә алығыҙ, тип ныҡышып йөрөй торғас, барыбер теләгемә ирештем.
    Бер төркөм йәш егет Афғанстанға китергә тейеш инек. Саҡырылыу пунктында, арағыҙҙа музыканттар бармы, тип һоранылар ҙа, шулай итеп, Краснодар ҡалаһына эләктем.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru