Ауыр эште күмәк ҡул еңгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Шамил Абдрахман улы Исмәғилев
» Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ...
» Таҡмаҡтары ғына ҡалды иҫләргә ...
» Һорауға - яуап
» Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү тө& ...
» Ҡатмарлы операциялар ҙа уңышлы эшләнә



Яңы мәғлүмәт технологияларын файҙаланыу – заман талабы Яңылыҡтар
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, полиграфия һәм нәшриәт эштәре буйынса идаралыҡ үткәргән сираттағы коллегия ултырышында ошо өлкәләрҙә былтыр башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, шулай уҡ һүҙ быйыл­ғы йылға матбуғат, полиграфия һәм нәшриәт хеҙмәткәрҙәре алдына ҡуйылған бурыстар, ниәттәр тураһында барҙы.
Идаралыҡ начальнигы Э. Юлдашевтың докладында килтерелгән полиграфия, нәшриәт эшенә ҡағылышлы һандар һәм факттарға туҡталмайынса, үҙебеҙҙең, гәзит эшенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙең журналистарға ла, уҡыу­сыларға ла яҡыныраҡ та, ҡыҙыҡлыраҡ та икәнен билдәләү мөһимдер. Сөнки баҫмалар тураһында алып барылған төп һүҙ – гәзит-журналдарға яҙылыусылар­ҙы нисек күберәк йәлеп итеп, баҫмалар­ҙың тиражын күтәреү, заманса мәғлүмәт технологияларын – компьютер, интернет мәғлүмәттәрен ҡулланыуҙы киңәйтеү һәм камиллаштырыу, баҫмаларҙың бюджет дотацияһы көсөргәнешен кәметеү һәм үҙ аллы аҡса эшләү мөмкинлектәрен эҙләү һуңғы йылдарҙа һәр редакцияны борсоған мәсьәләләргә әйләнде. Бының сәбәбен иҡтисади көрсөк менән генә бәйләү дөрөҫ булмаҫ. Мәсьәлә гәзит-журнал уҡыусыларҙың уҡыу ихтыяжының һәм әүҙемлегенең түбәнәйеүенә ҡайтып ҡала. Халыҡтың ваҡытлы матбуғатҡа һүлпәнерәк яҙылыуын күптәр интернетҡа ҡайтарып ҡалдыра. Йәнәһе, кешеләр йығылып ятып интернетта соҡона һәм үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте шунда таба. Заманса информацион технологиялар алға киткән ҙур-ҙур мегаполистарҙа, үҫешкән ҡалаларҙа һәм үҙәккә яҡыныраҡ, замансараҡ ауыл-ҡасабаларҙа, бәлки, шулайҙыр ҙа. Ә тик өлкән йәштәге кешеләр генә йәшәгән, йәштәре тик ҡалаға ғына китергә ынтылған ауыл ерендә һәр кем дә, һәр йортта ла интернеттың мөмкинлектәре менән файҙаланалармы һәм файҙалана алалармы, беләләрме һуң? Яуап бик шикле. Шулай булғас, ниңә һуң гәзит-журналдарҙың тиражы кәмей? Баҫмаларға яҙылыу хаҡы буй етмәҫлекме? Йөкмәткеһе гәзит уҡыусыларҙы ҡәнәғәтләндерерлек түгелме? Тышҡы биҙәлеше күңелгә ятып етмәйме? Әллә, булмаһа, ваҡытлы матбуғатты почта хеҙмәткәре ваҡытында уҡыусыларға алып барып еткермәйме?
Коллегия ултырышында идаралыҡ начальнигы матбуғат сараларының компьютер мөмкинлектәрен киң файҙаланыу зарурлығына баҫым яһаны. Интернеттан алынған мәғлүмәттәрҙе файҙаланыу йәһәтенән бөгөн һәр гәзит-журнал редакцияһы ла тырышлыҡ күрһәтә. Тик интернет мөмкинлектәре бының менән генә сикләнмәй: Э. Юлдашев әйткәнсә, киң мәғлүмәт селтәрендә үҙ доменыңды, сайтыңды булдырып, унда, тимәк, бөтә Рәсәй, хатта бөтә донъя уҡыусыларына үҙ баҫмаңда сыҡҡан материалдарҙы еткереү, улар буйынса фекер алышыу һәм, ниһайәт, электрон подписка ойоштороу­ҙың фарыз булыуын билдәләне. Әлеге йүнәлештә ведомство матбуғат баҫмаларының 100 рәсми веб-сайты эшләй.
Был юҫыҡта беҙҙең «Йәшлек» тә донъянан артта ҡалмай, тип әйтергә була. Беҙҙең сайт – www.yeshlek-gazeta.ru – башҡорт баҫмалары араһында иң беренселәрҙән булып, ике йыл элек, булдырылды. Унда башҡортса сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләр буйынса яңылыҡтарҙы табырға мөмкин. Материалдар гәзит сыҡҡан һайын яңыртылып тора. Фотогалереябыҙ ҙа бар. Беҙҙең сайтҡа инеүселәр он-лайн рәүешендә теге йәки был материал, тема буйынса фекер алыша ала. Гәзитебеҙгә электрон подписка астыҡ: 25 һум түләп яҙылған кешенең электрон почтаһына материалдарыбыҙҙы ебәрәбеҙ. Мөмкинлек булғанда, актуаль темаға материалдар­ҙы руссаға ла тәржемә итеп ҡуябыҙ.

Рәшиҙә ЙӘНСУРИНА.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 20 февраля 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Заман менән бергә атлайыҡ
  • Йомғаҡтар ҡәнәғәтләнерлек
  • «Йәшлек»кә 30 июнгә тиклем яҙылырға мөм ...
  • Гәзит-журналдарға яҙылыу 29 июнгә тиклем оҙай ...
  • Гәзит-журналдарға яҙылыу һүлпән бара
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru