Мәғарифтағы реформаларға бәйле Рәсәйҙә ағымдағы уҡыу йылында дүрт меңдән ашыу уҡытыусы «ҡыҫҡартыу»ға эләккәйне. Һөҙөмтәлә педагогик йүнәлештәге юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙең күпселеге илдә лә, республикала ла мәктәптәрҙә эш урыны таба алманы һәм осраҡлы эштәргә урынлашырға мәжбүр булды. Хәйер, хәҙер йәш уҡытыусылар үҙҙәре лә мәктәптәргә, балалар баҡсаларына ынтылып бармай – хеҙмәт хаҡы бигерәк түбән. Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, Рәсәй Президенты Д. Медведевтың «Яңы мәктәп» проектындағы уҡыусыларҙа уҡыуға, ғилемгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алыусы, заманса мәктәп булырға тейеш, тигән һүҙҙәре менән тулыһынса килешергә кәрәк. «Был иһә, беренсенән, уҡытыусының үҙенә бәйле. Икенсенән, дәүләт уҡытыусы һөнәренең абруйын, уның социаль статусын күтәреү хәстәрлеген күрергә тейеш», – тине ил башлығы. 2010 йылда Рәсәй телеканалдарында мәктәп тормошо нығыраҡ сағылдырыласаҡ, йәғни программалар селтәрендә йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү темаларына иғтибар нығыраҡ бүленәсәк. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре киҫкенләшәсәк. Әйтәйек, аттестация һөҙөмтәләре буйынса ғына уҡытыусыны эштән бушатыу мөмкин булмаясаҡ. Мәктәп директорҙарына педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү эшен ойоштороу йөкмәтелә. Яңы мәктәп уҡытыусының потенциалын үҫтереүҙе талап итә. Шунлыҡтан, уҡытыусыларҙы аттестациялау тәртибе лә үҙгәрәсәк. 2011 йылдан уҡытыусының биләгән вазифаһына яраҡлылығы тикшереләсәк. Аттестацияларҙы үткәреү төбәк аттестация комиссияларына йөкмәтеләсәк, ә район мәғариф бүлектәре, йәғни эш биреүселәр, уҡытыусыға белемен камиллаштырыу шарттары менән тәьмин итергә, ҡайтанан аттестация үтеү мөмкинлеген булдырырға тейеш. Ҡайтанан аттестация үтә алмаған уҡытыусы, биләгән вазифаһына тап килмәй, тип таныласаҡ. Уҡытыусылар иһә квалификацияһын шәхси программалар буйынса күтәрәсәк, ә квалификация күтәреүгә аҡса мәктәпкә, уҡытыусыға, йүнәлтеләсәк һәм уҡытыусы ҡасан һәм ҡайҙа ҡайтанан уҡыясағын үҙе билдәләйәсәк. Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, Рәсәй Президенты, педагогик йүнәлештәге юғары уҡыу йорттары яйлап йә уҡытыусылар әҙерләүсе төп ҙур үҙәктәргә, йә классик университет факультеттарына әйләнәсәк, тип белдерҙе. Педагогик йүнәлештәге юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн Мәғариф министрлығының киләһе яңылығы һөйөнөслө булыр, моғайын: уҡытыусы һөнәрен һайлаған һәм уҡытыусылар етешмәгән мәктәптә эшләргә ниәтләүсе йәш белгестәр махсус грантҡа эйә буласаҡ – киләһе ике йылда ярты миллион һумлыҡ мең грант биреү планлаштырыла. Был проект йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йөкләмәһен алған федерация субъекттары менән бергә атҡарыласаҡ. Шулай итеп, мәғариф системаһындағы реформалар, ниһайәт, уҡытыусыларға табан йөҙ менән боролорға уйлай. Хәйерлегә булһын! |