Яңы йыл алдынан һәм унан һуң да телевизорҙан ниндәй генә кинофильмдар күрһәтмәнеләр! Каналдарҙы бер-бер артлы асып, күңелгә ятышлыларын эҙләнелде. Боевик, атыш-үлтереш, фантастика ҡатын-ҡыҙҙар өсөн түгел. Беҙгә матурлыҡ, изгелек, мөхәббәт тураһындағы мелодрамалар кәрәк! Мөхәббәт тураһындағы сюжеттарға күңеле сарсаған нәфис зат вәкилдәре бик ябай сюжетлы һәм иҫ китерлек бер нәмәһе лә булмаған «Крем» сериалын ҡарарға мәжбүр булды, тиһәм, хата булмаҫ. Быны, ана, интернет аша фекер алышыуҙар ҙа дәлилләй. Ошо сериалда бер нәмә шул тиклем кәйефте ҡыра: төп героиня Лизаның өләсәһенең ауыҙынан тәмәкеһе төшмәй. Бының менән режиссер нимә әйтергә теләгәндер, әммә тәмәкесе ҡатындың тамашасы күңелендә ытырғаныс тыуҙырғанын белһә ине. Ун көнлөк Яңы йыл ялында өҙлөкһөҙ кино ҡараған балалар, йәштәр өсөн ниндәй фәһем бирҙе инде ул?! Дөрөҫ ҡарарға килгән «Роспотребнадзор» башлығы, Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко: эскән һәм тәмәке тартҡан кино геройҙарын күрһәтеүҙе тыйырға кәрәк! Уның фекеренсә, кинофильмдар тәмәке менән алкоголде йәшерен рекламалауға ҡоролған. «Быны тыйыу өсөн закондарҙы алмаштырыу ҙа кәрәкмәй, киноиндустрияла корпоратив килешеүҙәр төҙөү ҙә еткән», – ти ул. Бигерәк тә бандиттар, бысраҡлыҡ, енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкән ыңғай геройҙарҙың ҡылыҡ-холоғона иғтибарҙы арттырырға кәрәк – ундай персонаждар эсергә, тәмәке көйрәтергә тейеш түгел. Сөнки үҫмерҙәр һәм йәштәр нәҡ уларҙан өлгө ала. Ә бына кире персонаждар, әйҙә, эсһен, тәмәке тартһын – уларҙы былай ҙа, кире герой булғандары өсөн яратмайҙар. Әйткәндәй, Онищенконың һүҙҙәре хәҡиҡәткә тап килә: Америка кинематографияһының «Алтын быуаты»нда төшөрөлгән кинофильмдарға, Сан-Франциско ғалимдары раҫлауынса, нәҡ тәмәке компаниялары бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән булған. Күп аҡса вәғәҙә итеүҙәренә алданып, актерҙар кадрҙарҙа тәмәкене рекламалауға ризалашҡан. Тәмәке тартыуҙың ниндәй фажиғәгә килтереүен Геннадий Онищенко яҡшы белә: тартыу арҡаһында сиргә һабышып, Рәсәйҙә йыл һайын 400 мең кеше үлә. «Тәмәке тартыусылар тартмаусыларҙан 10 – 25 йыл алдан вафат була. Рәсәйҙә бөгөн 400 миллиард бөртөктән артығыраҡ тәмәке сығарыла һәм һәр кешегә 2911 бөртөк тәмәке тура килә», – тип, ул түбәндәге хәүефле статистиканы килтерә: Рәсәйҙә ир-егеттәрҙең – 60 – 70, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 15 – 20 проценты тәмәке һура. Йәштәр араһында тәмәке тартыусы егеттәр – 27, ҡыҙҙар 24 процент тәшкил итә. Илдең баш санитар табибы, Яңы йыл каникулында алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙан үлем һаны артыуын билдәләп, былай тип өҫтәй: Рәсәйҙә йыл һайын алкоголь ҡулланыуҙан «ике Чукот Автономиялы Округы», йәғни 75 – 80 мең кеше һәләк була. Рәсәйҙең баш санитар табибының борсолоуы юҡҡа түгел. Уның тәҡдиме юғарыға барып етеп, кисекмәҫтән бойомға ашһын ине, юғиһә бөтөн ил халҡының сәләмәтлеге хәүеф аҫтында бит. |