Дәрт иткән эшләр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе[/b]
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • Металл һәм таш
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Аборт йәки йәки Ғәйепһеҙ йән хата ҡорбаны булмаһын Тормош юлдары ҡатмарлы, Сәләмәтлек

    Аборт – ҡатын-ҡыҙ тормошонда ғәҙәттән тыш хәл, сәләмәт тәнгә яһалған берҙән-бер операция ул. Хоҙай тарафынан бирелгән сабыйҙың ғүмерен өҙөп, ул үҙенең һаулығын, әсә булыу бәхетен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Ә бит күптәр бер генә аборт менән сикләнмәй. Операция ҡабатланған һайын үрҙә телгә алынған хәүеф арта ғына! Ә тәүге йөклөлөктө өҙөү ҡатын-ҡыҙ тормошонда тәрән эҙ ҡалдырыуы, физик һәм психологик йәрәхәт һалыуы, хатта түлһеҙлеккә килтереүе ихтимал.
    Йөклөлөктө өҙөүҙең зыяны иҫ киткес ҙур. Ҡатын-ҡыҙҙың яралғының үҫешенә көйләнгән организмы һәм бөтә системалары уны алып ташлағандан һуң «юғалтыу» кисерә. Гормональ, иммун, бөйөр-бауыр функцияларының, артериаль баҫымдың, ҡан әйләнешенең эшмәкәрлеге боҙола. Ҡатын-ҡыҙ көйһөҙләнә башлай, йоҡоһо насарая, йыш арый. Ошо ваҡытта организмға төрлө инфекциялар еңел үтеп инә. Аналыҡ өҫтәмәһенең елһенеүе йыш ҡына аналыҡ көпшәһенең үткәрмәүсәнлегенә килтерә. Бындай осраҡтарҙың ҡатын-ҡыҙға аналыҡ тышында булған йөклөлөк, хатта түлһеҙлек менән янауы ихтимал.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк шәхесте хөрмәтләп Яңылыҡтар, Мәҙәниәт

    Силәбелә Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы базаһында башҡорт театр студияһы ойошторола.
    Өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина әйтеүенсә, студияға Башҡортостандың Учалы районында тыуып үҫкән, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған Гөлсөм Таһирова етәкселек итәсәк. Ул Силәбе дәүләт университетының башҡорт бүлеге студенттары менән эшләп, ижади һәләтен күрһәтте лә инде. Йәштәрҙең театраль башланғыстары төрлө смотрҙарҙа һәм конкурстарҙа юғары баһа алды. Теләүселәрҙең барыһы ла театр өлкәһендә үҙ көстәрен һынап ҡарай ала.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тыуған яҡта тапҡан бәхет ҡәҙерле Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Илеш районының Аҡкүҙ ауылында йәшәүсе Әлфинә һәм Фирҙәүес Хәсбиевтарҙың балалары бәхетен тыуған ауылында тапҡан.
    Бөгөн күп балалы ғаиләләр бик аҙ. Ауырлыҡтан ҡурҡып, бер йә ике генә баланы иркәләп, муллыҡта йәшәтеп үҫтерергә теләүселәр һаны арта.
    Илеш районының Аҡкүҙ ауылында йәшәүсе Әлфинә һәм Фирҙәүес Хәсбиевтар менән танышҡас, был мәсьәләгә башҡаса ҡараусы ғаиләләр ҙә булыуын күреп һөйөндөм. Уларға, ысынлап та, тирә-яҡта һоҡланмаған кеше юҡ. Тәрбиәләп үҫтергән балаларының барыһы ла аҡыллы, эшһөйәр булыуы, тыуған ерендә тормош ҡороп, бер-береһе менән туғанлыҡ хистәрен һүндермәйенсә йәшәүе менән һоҡланғыс.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тутыҡ сөй Әҙәбиәт » Хикәйә

    Ауырҙы түгел, еңелде лә йөкмәмәй ул икмәк бешергән урында. Шундағы эшсе ҡыҙҙар менән тиҙ генә танышып ала ла, сәй эсеп, ләстит һатып тик йөрөй. Үҙе гүзәл заттарҙың күңеленә юлды ла анһат ҡына таба белә бит әле. Шыуғалаҡ инде, шыуғалаҡ.
    Бына шул Шыуғалаҡ, Фәрғәт ҡазаланып йөрөгәндә, үҙендә сираттағы мәртәбә ниндәйҙер «һәләк ҡурҡыныс» сир тапҡайны. Икәүләп көн дә полкҡа, шундағы хәрби дауаханаға, барып ҡайталар. Полк – ҡалала, рота – далала. Ара өс саҡрымлап булалыр. Иртәнге теҙелеүҙә бөгөн кемдең ҡайҙа хеҙмәт итәсәге белдерелеү менән, патруль туҡтат­һа, күрһәтер өсөн «санитар кенәгә»не тоталар ҙа, йәйәүләп юлға сығалар. Уралған ҡул менән атлауы уңайһыҙыраҡ, әлбиттә, шулай ҙа түҙерлек. Урауы алмаштырылғанда, сей иткә аяуһыҙ батҡан бинт мәрхәмәтһеҙ рәүештә тартып алынғанда, бөгөн дә ныҡ ҡына ауыртыр, әлбиттә, бармағы ҡулынан һурылып алынғандай тойолор, шулай ҙа был сәйәхәт – азатлыҡ ул, азатлыҡ!

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ресторанда иҫерек ир официантты саҡырып ала ла:
    – Әйтегеҙсе, ҡәҙерлем, ни өсөн һеҙҙең салфеткаларығыҙ шундай майлы? – ти.
    – Һеҙ бит ауыҙығыҙҙы ҡоймаҡ менән һөртәһегеҙ, бәлки, шуғалыр, – ти официант.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хатта изге доғалар ҙа ярҙам итмәне Яңылыҡтар » Спорт

    Еләбеҙ, йүгерәбеҙ, тырышабыҙ… Әммә инде бишенсе көн уңыш­ҡа ирешә алмай интегәбеҙ… Был, моғайын, Рәсәйҙең Олимпия тарихында булмаған хәлдер. Ә бит Ванкуверға йыйынған саҡта, илебеҙҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко, барыһын да тынысландырып, спортсыларҙың ҙур бейеклектәр яулаясағына ышаныс белдерҙе. Улар дәррәү ҡуҙғалып, ҙур еңеүгә юлланды. Беҙҙең өсөн элек-электән иң уңышлы булған биатлон, саңғы спорты, конькиҙа фигуралы шыуыу кеүек спорт төрҙәре бөгөн юҡҡа сығып бара, буғай. Эйе, уңышлы ине. Сөнки беҙҙә трамплиндан һикереүҙә, бобслейҙа, тау саңғыһы менән уҙышыуҙа йүнләп бер ҡасан да «йондоҙҙар» булманы. Был төрҙәрҙән Рәсәйҙә спорт объекттары булмағанға ла юҡ улар. Спортсыларыбыҙ бар, тик күнекмәләр үткәреү өсөн улар сит илгә йөрөргә мәжбүр. Хәҙер бына уйлап ҡарағыҙ инде, әгәр тәүгеләренән бейеклектәр яуламаһаҡ, быларынан бер ниндәй ҙә өмөт юҡ.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйындар бара, уңыштар булыр әле Яңылыҡтар » Спорт

    Уйындар бара,  уңыштар булыр әлеУҙған шәмбе иртәһендә Канаданың Ванкувер ҡалаһында XXI ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһы үтте. Би-Си Плейс спорт майҙанындағы шығырым тулы трибуна һәм ер шарының өс мил­лиардҡа яҡын спорт һөйөүсеһе яҡты, иҫ киткес матур шоуҙы өс сәғәт буйына телевизор экраны аша күҙәтте. Олимпия утын Канаданың өс спортсыһы (улар иҫәбендә легендар хоккейсы Уэйн Гретцки ҙа бар) тоҡандырҙы. Күптәрҙең күңелендә уйын хужаларының төрлө төҫтәге кейемдәре менән донъяның 82 иленән килгән спортсыларҙы бейеп ҡаршылауы һоҡланғыс тамаша булып ҡалыр. Тик шуныһы: ҙур спорт байрамы һәр ваҡыттағыса матур башланыр урынға, уйламаған ерҙән ҡыҙғаныс ваҡиға менән башланды. Уйындар рәсми асылыуға бер нисә сәғәт ҡалғас, 21 йәше генә тулған сана менән тиҙлеккә шыуыусы Грузия вәкиле күнекмәләр ваҡытында ҙур тиҙлектә елеп, көтмәгәндә ҡолай һәм яҡты донъя менән хушлаша. Грузия спортсылары был күңелһеҙ хәлдән һуң уйындар башланмаҫ борон тыуған яғына ҡайтырға уйлай.

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тутыҡ сөй Конкурстар, Хикәйә

    Имен генә хеҙмәт итеп йөрөй ине, вә-ә-т-т, бәлә, әй-й, аңғармаҫтан ҡулын бешереп ҡуйҙы… Ашнаҡта нарядта сағында булды был хәл.
    … Йәйҙең иң кәттә көндәре торған саҡ. Тирә-яҡ бында, Байкал аръяғында Фәрғәттең ғәзиз тыуған яғындағы ише үк күркәм түгел- түгеллеген: шешәгә тултырып һатылған кеүек, төбөнәсә үтә күренмәле таҙа һыулы йылғалар аҡмай, ярҙарында, таш күңелле кеше лә һоҡланып баш сайҡарлыҡ мәғрур ҡаялар ҡалҡмай, йөрәктәрҙе елкендереп, серле таңдар атмай. Ҡояштың был төбәктә лә бер тапҡыр ҙа күтәрелмәй ҡалғаны юҡ шикелле былай – ошо тәбиғи гүзәллек яғынан ныҡ ҡына үгәйһетелгән урынға ла, йыбанып ҡына булһа ла, йөҙөн аса ул. Тик ике ай ярым элек кенә хеҙмәтен башлаған йәш һалдат, уның үҙенең ҡайҙалыр бик алыҫта булып, нур-һөңгөләре бында ҡаҙалған илаһи бер мәлде күрә генә алмай. Күрер ине, ваҡыты юҡ. Fөмүмән, киске ун менән иртәнге алты араһы шул һуңғы етмеш биш көндә уның өсөн тәүлектең бер төптө буш урынына әүерелде. Юҡ икән дә баһа фани донъяла быйыл май башынан был арауыҡ! Fәмәлдән сығарылған!..

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru